Ҡазан ханлығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡазан ханлығы
قازان خانليغى
Qazan Xanlığı
Казан Ханлыгы

Историческое государство
Flag of Golden Horde-2-.gif
1438 (1445) — 1552


Herb Moskovia-1 (Alex K).svg
Flag of the Kazan Khanate.svg
Флаг
KazanKhanate1500.png
Башҡала Ҡазан
Тел (телдәр) Волга буйы төркиҙәре теле[1]
Дин ислам (хәнәфит мәзһәбе)[2]
Майҙаны 75 тыс. кв.км
Халҡы татарҙар, башҡорттар, сыуаштар,
удмурттар, сирмештәр һ.б.
Кан(Хан) (в русских летописях царь)
 - 1438—1445 Оло-Мөхәммәд (тәүге)
 - 1553 Йәдкәр-Мөхәммәд (һуңғы)
Крупнейшие города
Вариҫлыҡ
Алтын урҙа
Рәсәй батшалығы

Ҡазан ханлығы - 1445 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1438) — 1552 йылдарҙа Урта Волга һәм Түбәнге Кама буйындағы дәүләт.

Барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә]

Алтын Урҙа тарҡалғандан һәм Ҡазан ҡалаһы Алтын Урҙа ханы Олуғ Мөхәммәт (өҙөклөк менән 1419—37 йылдарҙа идара итә) яулап алғандан һуң барлыҡҡа килә. Баш ҡалаһы — Ҡазан.

Ҡоролошо[үҙгәртергә]

Дәүләт башында Сыңғыҙхан нәҫеле араһынан ҡоролтайҙа һайланған хан тора. Ғәмәлдә дәүләткә ҡарасайбәктәрҙән (юғары аристократия вәкилдәре) торған диуан (дәүләт советы) идара итә. Дәүләт дине — ислам. Дәүләт теле — харәзм төркийе . Ҡазан ханлығы төп биләмәләре даруғаларға (Алат, Арса, Галич, Зөри, Нуғай) һәм олоҫтарға (йөҙҙәргә) бүленә. Даруғаларға ҡарасайбәктәр, әмирҙәр, олоҫтарға олоҫ әмирҙәре, мырҙалар, старшиналар идара итә, улар һалым йыйыу, хөкөм сығарыу һәм хәрби хоҡуҡтарға эйә була. Ҡатлам иерархияһында солтандар, бәктәр, мырҙалар, баһадирҙар (батырҙар) айырыуса ҙур урын тота.

Төп хужалыҡ тармаҡтары[үҙгәртергә]

Игенселек, малсылыҡ, солоҡсолоҡ, балыҡ тотоу төп хужалыҡ тармаҡтары иҫәпләнә. Балсыҡтан, таштан әйберҙәр яһау, тире иләү, ҡорал, ювелир әйберҙәр эшләү, тимер ҡойоу, ағас эшкәртеү үҫешә. Рус дәүләте, Үрге Кама буйы, Көньяҡ Урал халыҡтары, Азия һәм Кавказ илдәре м‑н сауҙа-иҡтисад бәйләнештәре тота. Ҡала архитектураһы алға китә: таш мунсалар, мәсеттәр һ.б. төҙөлә. Иң эре ҡалалары — Алат, Арса, Болғар, Иҫке Ҡазан, Ҡашан, Лайыш, Саллы, Тәтеш. Рус дәүләте менән һуғыштар алып бара, 1487—1507 йылдарҙа уның вассалы була. 1521 йылдан алып Нуғай Урҙаһы, Әстерхан һәм Ҡырым ханлыҡтары союздашы.

Башҡорттар Ҡазан ханлығында[үҙгәртергә]

Көнбайыш башҡорттар Ҡазан ханлығы йоғонтоһо аҫтында була. Башҡорттарҙың бай ҡатламдары Ҡазан хандарынан тарханлыҡҡа ярлыҡ ала. Башҡорттар яһаҡ түләй, хәрби, ылау һ.б. йөкләмәләр атҡара. 1468 йыл Ағиҙел йылғаһы буйында рус ғәскәрҙәре менән һуғышта Ҡазан ханлығы ғәскәрендә башҡорт тарханы Түләзәй отряды ла ҡатнаша. Ҡазан ханлығы тарихы башҡорт легендалары һәм риүәйәттәрендә (“Сура батырҙың рус ғәскәренә ярҙамға барыуы”, “Өмбәт батыр”, “Иван Грозныйҙың Ҡазанды алыуы”) һ.б. сағылыш таба. Ҡазан ханлығы айырыуса билдәле хандары: Олуғ Мөхәммәт (1446 йылға тиклем), Мәхмүт (1446—63), Мөхәммәтәмин (1487—95, 1502—18). Рус ғәскәрҙәренең 1545—52 йылдарҙа Ҡазан походтары һөҙөмтәһендә Ҡазан ханлығы бөтөрөлә һәм уның биләмәһендә Ҡазан һарайы приказына буйһонған Ҡазан өйәҙе төҙөлә. Ҡазандың ҡолатылыуы Башҡортостандың Рәсәй составына үҙ ирке менән инеүе өсөн тәүшарттар тыуҙыра.

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Башкирское народное творчество. Т.2. Предания и легенды. Уфа, 1987; Худяков М.Г. Очерки по истории Казанского ханства. М., 1991.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Татарская энциклопедия: В 6 т. - Казань, Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 2006. - Т.3, С.147
  2. Татарская энциклопедия: В 6 т. - Казань, Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 2006. - Т.3, С.148