Ҡотташы (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡотташы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Урын Кәҫле районы
Карта

Ҡотташы - рус. Куташи - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы күл.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл атамаһының рус. Куташи тигән варианты барлыҡҡа килеүе тураһында Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә, "Куташи, озеро, Каслинский район. От распространенного у башкир и татар тюркского мужского имени Коташи, с основой кот (кота) — «душа», «счастье», -ши — имяобразующим аффикс" тип яҙа [1][2].

Мәгәр башҡорт телен, йолаларын яҡшы белгән кешегә күлдең атамаһы "ҡот" һәм "таш" һүҙҙәренән яһалғаны күренеп тора. Беренсенән, ундай ир-ат исеме булып киң таралыуы ысынбарлыҡҡа тап килмәй, икенсенән, әгәр "ҡот" һүҙенән генә аффикс менән яһалған булһа, бындай вариант килеп сыҡмаҫ ине. Башҡорт халҡында мәжүсилек осоронда "ҡот ташы" тигән табыныу урындары булғанлығы билдәле. Шуға оҡшаш Йәй ташы тигән урындар ҙа билдәле.

Һәр хәлдә топонимист Н.И. Шувалов гидронимда төп урында "ҡот" һүҙе тороуын билдәләгән. Ҡот һүҙенең мәғәнәһе киң:

  • тереклек, именлек бирер нәмә; йән
  • күңелгә рәхәтлек биргән сифат; йәм, нур
  • уңыш, бәхет килтергән нәмә
  • ҡурҡҡан кешене имләр өсөн ҡурғаштан ҡойоп, муйынына эленә торған нәмә [3]

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡотташы Силәбе өлкәһенең Кәҫле ҡалаһы янында урынлашҡан.

Көньяғында Ҡотташы ҡылымыҡ аша Кесе Кәҫле күле менән тоташҡан.

Иң яҡын һыу ятҡылыҡтары - Оло Кәҫле, Оло Үләнле (Большое Травяное), Ирташ, Алабуға, Һуңкүл, Илашты.

Силәбегә тиклем аралығы – 130 км, Екатеринбургҡа – 130 км.

Географик координаттары: оҙонлоғо - 60°48′2.48″E (60.800688), киңлеге - 55°53′14.44″N (55.887345)[4]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 1,3*0,8 км
  • Һыуҙың үтә күренеүсәнлеге, сафлығы: һыуы саф, үтә күренмәле
  • Һыу сығанағы: Кесе Кәҫле күле менән ҡылымыҡтар аша бәйләнгән.
  • Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 230,1 м
  • Майҙаны: 0,8км2 [4]
  • Төбө: ләмле

Күл оҙонса түңәрәк. Көнсығыш һәм өлөшләтә көньяҡ-көнбайыш ярҙары һаҙлыҡлы

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлде урмандар уратып алған. Һаҙлы урындарҙа ҡамыш, екән, күрән үҫә.

Ҡотташында суртан, алабуға, шырт балыҡ, себер сабағы, табан балыҡ, алабалыҡ, рипус, шамбы һәм бөгәрсә тереклек итә. Карп тотҡан кешеләр ҙә бар.

Ҡотташында сәнәғәт кимәлендә балыҡсылыҡ бара [5].

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Шувалов Курга// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  2. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 684-685 биттәр/Ҡот
  4. 4,0 4,1 Куташи
  5. Куташи 2019 йыл 13 июль архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 684 - 685-се биттәр/ Ҡот
  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7