Ҡуян (Свердловск өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡуян
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Свердловск өлкәһе

Муниципаль район

Красноуфимск округы

Координаталар

56°36′ с. ш. 57°54′ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар, татарҙар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

66, 96

ОКАТО коды

65 224 806 003

ОКТМО коды

65 713 000 196

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡуян (Рәсәй)
Ҡуян
Ҡуян
Ҡуян (Свердловск өлкәһе) (Свердловск өлкәһе)
Ҡуян

Ҡуян (рус. Куянково) — Свердловск өлкәһенең Красноуфимск округына ҡараған тарихи башҡорт ауылы.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 116 кеше йәшәй, шул иҫәптән 55 ир һәм 61 ҡатын-ҡыҙ[1].

2002 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 142 кеше йәшәгән[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй архив документтарында ауыл «Кояново», «Коянково» исемдәре аҫтында иҫкә алына.

Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә Ҡуян ауылы аҫаба-башҡорттар ауылы[3]. 1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылда 56 аҫаба-башҡорт йәшәһә, 1859 йылда 76 аҫаба теркәлә[3].

Архив сығанаҡтарҙа ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған. Мәҫәлән, 1842 йылда ауылда йәшәүсе 56 кеше бөтәһе 128 бот ярма икмәк сәскән[3].

Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Ауылда йәшәүселәр башҡорт халҡының ҡошсо ырыуы вәкилдәре.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]