Эстәлеккә күсергә

Һәргәй (Мәләүез районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Һәргәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Мәләүез районы

Координаталар

53°04′06″ с. ш. 56°29′10″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 241 860 003

ОКТМО коды

80 641 460 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Һәргәй (Рәсәй)
Һәргәй
Һәргәй
Һәргәй (Мәләүез районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Һәргәй

Һәргәй (Көйөн) (рус. Сергеевка, Саргай) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 191 кеше[1]. Почта индексы — 453870, ОКАТО коды — 80241860003.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 191 92 99 48,2 51,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Һәргәй ауылы, юл күрһәткесе

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 46 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Нөгөш): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 46 км

1786 йылғы картала Ағиҙел йылғаһының уң ярында Таш исемле ауыл күрһәтелгән, һуңынан был ауыл Һәргәй (Сергушкино, Сергеевка). Урыҫсаға тәржемә иткәндә дөрөҫөрәге Саргай булырға тейеш) тип атала башлаған. Исеме — антропоним, Һәргәй ауылына нигеҙ һалыусының исеменән. XVIII быуат уртаһында барлыҡҡа килә. Ырымбурҙан Стәрлетамаҡ өйәҙенә күсерелгән ауылдарҙың береһе. Ауылға нигеҙ һалыусы Һәргәйҙең улдары — 1739 йылда тыуған Йәнсура (уның улы Алтынса),Табылды (балалары Аллабирҙе, Йәрмәкәй).

1795 йылда 22 йортта 198 кеше йәшәгән, тағы ла 64 йылдан һуң, X ревизия белешмәләре буйынса, 75 йортта 531 кеше йәшәгән. 20-се быуат башында йорттар һаны артҡан, әммә йәшәүселәр кәмегән, шулай итеп, 1920 йылда 114 йортта 510 кеше теркәлгән.

353 кешегә 288 бот ужым икмәге, 864 бот яҙғы иген сәселә. Әгәр игенселек үҫештең башланғыс стадияһында булһа, малсылыҡ ярым күсмә характерҙа һаҡланған. 62 йортта йәшәгән халыҡҡа 650 йылҡы, 610 эре мөгөҙлө мал, 167 һарыҡ, 80 баш кәзә тура килгән; 100 умарта булған[2].

Урам исемдәре[3]:

  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
  • Колхоз урамы (рус. улица Колхозная)
  • Баллы урамы (рус. улица Медовая)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Пляж урамы (рус. улица Пляжная)
  • Яҡты урам (рус. улица Светлая)
  • Иҫке Һәргәй урамы (рус. улица Старосаргайская)
  • Тыныс урам (рус. улица Тихая)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)

Күренекле кешеләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 68. 2022 йыл 27 март архивланған.
  3. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  1. Әсфәндийәров Ә.З. Башҡорт АССР-ы ауылдары тарихы.Өфө «Китап» нәшриәте — 1990 й.
  2. Мәләүез ере: кисә, бөгөн, киләсәге.Өфө «Китап» нәшриәте — 2000 й.