Әмәлектәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әмәлектәр
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Амалик[d]
Телгә алынған хеҙмәттәр Библия

Әмәлектәр (йәһ. עֲמָלֵק‎, рус. Амаликитяне) — ташлы Ғәрәбстан далаларында Фәләстиндән көньяҡта күсеп йөрөгән семит сығышлы боронғо ҡәбилә.

Библияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Библия буйынса, улар сығышы менән Исав ейәне Әмәлектән киткән ({{Тәүрат|Быт|36:12}}). Шулай итеп, улар идумейҙар менән туғанлыҡта була. Әммә бөтөнләй уларҙы тиңләштереп булмай, сөнки Муса пәйғәмбәр әмәлектәргә ҡаршы һуғыш алып барған, идумейҙарға ҡарата иһә ул туғандаш халыҡ итеп ҡарап, һәр төрлө дошмандарса ғәмәлдәрҙе тыя. Өҫтәүенә идумейҙар ултыраҡ тормош алып барған, дәүләт ҡоролошо булған, баш ҡалаларының һәм башҡа ҡалаларҙың исеме Библияла телгә алына. Әмәлектәр иһә Изге Яҙмала Агаг тип аталған батшалары булһа ла, ултыраҡ тормошто яратмай, уларҙың ҡалаларының береһенең дә исеме һаҡланмаған. Библияла Әмәлек иле шулай ҙа Ибраһим заманындағы ил тип телгә алына ({{Тәүрат|Быт|14:7}}).

Ғәрәп сығанаҡтарында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мосолман риүәйәттәрендә билдәле булған әмәлектәр Библия әмәликтәренән алынған, төрлө легендар циклдарҙың этник төркөмдәренә (филистимлеләр, мидьяндар, фирғәүенгә буйһонған ҡәүемдәр) ҡарай. Улар һәр ваҡыт ҡыҫырыҡлаусылар һәм иҙеүселәр итеп һүрәтләнә, ахыр сиктә Аллаһ ярҙамы менән еңелә. «Боронғо ғәрәптәр» тураһындағы риүәйәттәрҙә әмәлектәр тип Хижәз и Ямамда йәшәгән боронғо ғәрәп халҡын атайҙар. Был халыҡҡа Һуд пәйғәмбәр дәғүәт алып бара. Улар шулай уҡ Пальмира батшабикәһе Зенобия (әз-Зәббә) тураһындағы легендар циклда ла телгә алына[1].

Ғәрәп тарихсылары, Әбү әл-Фида һәм башҡалар, тәү башлап йәшәгән урындарҙан ҡыҫырыҡлап сығарылған әмәлектәр эске Ғәрәбстанға күсенгән, урындағы аборигендар менән ҡушылған һәм мустарибтар составына ингән, йәғни таҙа ҡанлы ғәрәптәр һәм сит ил кешеләре ҡатнашҡан ҡәбиләләр, тип һанай. Һуңынан ориенталистар, әмәлектәр ырыуы боронғо ғәрәп ҡәбиләһе булған, тигән һығымтаға килә. Уларҙың иле Библияла Ибраһим осоронда уҡ телгә алынғанына раҫлау табыла. Инглиз тарихсыһы Э. Палмер әмәлектәрҙе Ҡөрьәндә бәйән ителгән борон ер тетрәүҙән һәләк булған боронғо ғәрәп ҡәбиләһе ғәдтәр менән тиңләштерә[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]