Әхмәтйәнова Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы
Наилә Әхмәтйәнова | |
Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы Әхмәтйәнова | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
журналистика |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре кандидаты |
Ғилми исеме |
доцент |
Ғилми етәксеһе | |
Әхмәтйәнова Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы (8 июнь 1969 йыл) — ғалим-журналист, 2006 йылдан Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы доценты. 2010 йылдан Рәсәй Журналистар союзы, 2019 йылдан Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (2007).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы Әхмәтйәнова (ҡыҙ фамилияһы — Иҫәнбаева) 1969 йылда Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында тыуған. 1986 йылда, урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә.
Киң мәғлүмәт саралары өсөн кадрҙар әҙерләү республика программаһы буйынса 3-сө курстан һуң уҡыуын дауам итер өсөн М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетына ебәрелә. Бында ул ваҡытлы матбуғат кафедраһында махсуслашыу үтә.
1992 йылда университетты тамамлағандан һуң үҙ һөнәре буйынса Өфөләге «Толпар» телерадиокампанияһында диктор һәм хәбәрсе булып эшләй.
Артабан 1996—1997 йылдарҙа Сибай ҡала гәзите «Атайсал»да хәбәрсе вазифаһында хеҙмәт һала.
1998 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына эшкә саҡырыла һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген «Уҡытыу методикаһы һәм рус филологияһы» кафедраһында уҡытыусы булып дауам итә. 2006 йылдан Башҡорт дәүләт университеты журналистика кафедраһында доцент вазифаһын башҡара.
Уҡытыу һәм ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Фәнни хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Жанровые особенности башкирского романа о современности. Уфа,2011.-102 с.
- Роман и современность. Уфа, 2012.-100 с.
- Особенности жанра интервью в башкирской журналистике.Уфа, 2017.-112 с.
- Современные печатные издания Республики Башкортостан. Уфа, 2018.-114 с.
- Печать Великой Отечественной войны: газета «Ҡыҙыл атлылар» 112-й Башкирской кавалерийской дивизии.-Уфа, 2019. -98 с
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Маҡтау ҡағыҙы (2015)
- Башҡорт дәүләт университетының Маҡтау ҡағыҙы (2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/u-yshty-y-nle-yylya-ma-y/ 2021 йыл 25 апрель архивланған.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |