Әһле әс-сүффа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Әһле әс-сүффа (ғәр. أهل الصفة؛ أصحاب الصفة‎, рус. Ахль Ас-суффа или асхаб Ас-суффа) — урындыҡ кешеләре йәки лапаҫ кешеләре)- Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) ярлы көрәштәштәре. Уларҙың Мәҙинәлә һыйыныр урыны булмай һәм Пәйғәмбәр мәсетенең лапаҫында йәшәйҙәр. Әһле әс-сүффа араһынан йәмғеһе 93 кешенең исеме билдәле, шул уҡ ваҡытта мәсеттә бер юлы 30-ҙан артыҡ кеше йәшәмәй. «Лапаҫ кешеләре» араһында Мөхәммәтте (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) күреү маҡсаты менән Мәҙинәгә килгән юлсылар ҙа була.

Пәйғәмбәр Мәсете, 1908 йыл

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәммәт пәйғәмбәр, (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) иғәнәләрҙең бер өлөшөн биреп һәм уларға дәүләт ҡаҙнаһынан аҡса түләп, «лапаҫ кешеләре» хаҡында хәстәрлек күргән. Өҙлөкһөҙ доға һәм ураҙа тотоуҙан тыш, әс-сүффа әһелдәре уҡыу-яҙыуҙан тыш хәҙистәрҙе лә ныҡлап өйрәнә. Уларҙың уҡытыусылары араһында Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) Ибн Мәсуд, Әбү ад-Дәрдә, Ғөбәй ибн Ҡаб, Муаз ибн Жәбәл һәм Убада ибн әс-Сәмит кеүек күренекле көрәштәштәре була. Мосолмандар фекеренсә, әс-сүффа әһелдәре тәүге мосолман уҡыу йортона (мәҙрәсә) нигеҙ һалған.[1].

«Лапаҫ кешеләре» араһында хәҙистәрҙең билдәле тапшырыусылары бар (Әбү Һөрәйрә, Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр һәм Әбү Сәйет әл-Худри), беренсе мәзиндәр (Биләл һәм Ғабдуллаһ бин Өммө Мәктүм) һәм Пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) башҡа көрәштәштәре була[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Большаков О. Г. Ахл ас-суффа // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 30. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. Асхаб ас-суффа // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Ahl al-Ṣuffa / Watt, W. Montgomery // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)