Исаак Ньютон
Исаак Ньютон | |
Isaac Newton | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Вулсторп, Линкольншир, Англия короллеге |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Кенсингтон, Мидлсекс, Англия, Бөйөк Британия короллеге |
Ил |
Англия короллеге, Бөйөк Британия короллеге |
Ғилми даирәһе | |
Альма-матер | |
Автограф | |
Исаа́к Нью́тон (ингл. Sir Isaac Newton, 1752 йылға тиклем ғәмәлдә булған Юлиан календары буйынса 1642 йылдың 25 декабрендә тыуған, 1727 йылдың 20 мартында вафат булған, йәки Григориан календары буйынса 1643 йылдың 4 мартында тыуған, 1727 йылдың 31 мартында вафат булған) — инглиз физигы, математигы һәм астрономы, классик физикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе; кешелек тарихында «механика фәненең атаһы» тигән маҡтаулы исем менән танылған бөйөк инглиз ғалимы. «Тәбиғи фәлсәфәнең математик нигеҙе» тигән хеҙмәттә гравитация(бөтә ғаләм тартылыу законын) һәм механиканың өс законын асып, классик механикаға нигеҙ һала.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бала сағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исаак Ньютон Англияла граждандар һуғышы (1642—1648) башланыр алдынан, Галилео Галилей (1564—1642) үлгән йылда, Вульстроп ауылында (ингл. Woolsthorpe, Линкольншир графлығында) хәлле ваҡ фермер ғаиләһендә донъяға килә. Ньютондың атаһы улы тыуғансы вафат була. Малай ваҡытынан алда тыуа, сирләшкә була. Бер аҙна буйы ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡала, уны суҡындырырға ла баҙнат итмәйҙәр. Әммә малай иҫән ҡала, һәм уға атаһының хөрмәтенә Исаак тип исем ҡушалар. Һаулығы насар булыуға ҡарамаҫтан, ул 84 йыл йәшәй.
Ньютон үҙенең сығышын Шотландия дворяндарынан тип иҫәпләй, әммә тарихсылар уның ата-бабалары 1524 йылда ярлы крәҫтиән булыуҙарын асыҡлай.
1646 йылда уның әсәһе Анна Эйсской (ингл. Hannah Ayscough) 63 йәшлек тол иргә кейәүгә сыға, уларҙың өс балаһы була, һәм унда Исаак ҡайғыһы булмай. Әсәһе яғынан бабаһы Уильям Эйской уның ҡурсалаусыһы була. Бала сағында Ньютон аралашмаусан, йомоҡ һәм һөйләшмәҫ була, китап уҡырға һәм төрлө техник уйынсыҡтар эшләргә ярата: ҡояш сәғәте, һыу сәғәте, тирмән һ.б. Ул үҙен яңғыҙ тип хис итә.
1653 йылда үгәй атаһы үлгәс, уның ҡалған мираҫты әсәһе Исаакҡа яҙҙыра.
1655 йылда Исаакты йыраҡ булмаған мәктәпкә бирәләр, бында ул аптекарь Кларк өйөндә йәшәй. Бында ул үҙенең ғәҙәттән тыш һәләтле булыуын күрһәтә, әммә 1659 йылда әсәһе алып ҡайтып 16 йәшлек үҫмергә хужалыҡ эштәрен йөкмәтергә маташа. Уның тырышыуы бушҡа була — Исаак китап уҡыу һәм төрлө механизмдар төҙөүҙе хуп күрә. Уның һәләтен күреп, уҡытыусылар һәм туғандары Исаактың әсәһен улын Кембридж университетына ебәрергә күндерә.
Уның физика, математика, астрономия өлкәләрендә яһаған асыштары, ҡаҙаныштары һанап бөтөргөһөҙ, һәм улар береһенән-береһе мөһимерәк. Ньютон — механика һәм астрономия фәндәренә теоретик нигеҙ һалыусы. Ул — ғаләмдәге есемдәрҙең үҙ-ара тарту көсө законын, математикала (Г. Лейбниц менән бер дәүерҙә) интеграл һәм дифференциал мөнәсәбәтендәге законсылыҡтарҙы асыусы ла, көҙгөлө телескопты уйлап табыусы ла, оптика буйынса күп кенә эксперименталь хеҙмәттәр авторы ла. И. Ньютон фәндә беренсе булып яҡтылыҡтың матдәсел, корпускуляр сифатын һәм уның (яктылыктың) бүленеү (дисперсик) сифатын да аса. Ньютон матдәләрҙең сикһеҙ ваҡ ҡына өлөшсәләрҙән (атомдарҙан), һуңғыларының артыҡ бүленмәҫ киҫәксәләрҙән торғанлығы тураһында ла ҡараштарын белдерә.
Исаак Ньютонды хаҡлы рәүештә бөйөк һәм мәшһүр ғалим итеп танытҡан асыштары механика фәне өлкәһенә ҡарай. Ул — хәрәкәттең атаҡлы өс законын асҡан ғалим. Уларҙың
- беренсеһе — инерция законы;
- икенсеһе - эмпирик факттар нигеҙендә көстөң ҙурлығы, есемдең тиҙләнеше һәм уның инертлығы (масса менән һүрәтләнә) араһында бәйләнеш булыуын раҫлай ;
- өсөнсөһө — беренсе есемгә икенсеһе яғынан тәьҫир иткән һәр көс өсөн икенсе есемгә беренсеһе яғынан тәьҫир итеүсе ҙурлығы һәм тәьҫир итеү көсөнөң йүнәлеше менән тиң көс бар (закон действия и противодействия).
Был һәм башҡа ошондай асыштарҙың әһәмиәте астрономия, физика, механика, математика һ. б. фәндәрнең киләсәк үҫеше өсөн генә түгел, бәлки, ғөмүмән донъяның барлыҡ законлылыҡтарын өйрәнеү өсөн дә тейешле нигеҙ, шулай ук этәргес көс булыуҙа тип һанарға кәрәк.
Тринити-колледж (1661—1664)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1661 йылдың июнендә 18 йәшлек Ньютон Кембридж ҡалаһына килгән. Уставҡа ярашлы, уға латин телен белеү өсөн имтихан алалар, шунан һуң ул Тринити-колледжға (Изге Троица колледжы) ҡабул ителә. Был уҡыу йорто менән Ньютондың 30 йылдан ашыу тормошо бәйле.
Колледж, бөтә университет кеүек үк, ауыр ваҡыттар кисергән. Яңы ғына (1660) Англияла монархия тергеҙелгән, король Карл II университетҡа ебәрелгән түләүҙәрҙе йыш ҡына тотҡарлаған, революция йылдарында тәғәйенләнгән уҡытыусылар составының байтаҡ өлөшөн эштән бушатҡан [1]. Тринити-колледжда бөтәһе 400 кеше, шул иҫәптән колледж студенттары, хеҙмәттәре һәм устав буйынса хәйер алырға тейеш булған 20 кеше йәшәгән. Уҡыу процесы үтә насар хәлдә булған [17]
Ньютон уҡыу өсөн аҡса түләмәгән, «сайдерҙар» (ингл.sizar) разрядына иҫәпләгән (күрәһең, Бабингтон тәҡдиме буйынса). Ул ваҡыттағы нормалар буйынса сайдерҙар уҡығын өсөн университетта төрлө эштәр эшләргә тейеш булған, йәки бай студенттарға хеҙмәттәр күрһәтеү юлы менән түләргә бурыслы булған. Уның ошо осорҙағы тормошо хаҡында иҫтәлектәр һәм хәтирәләр бик аҙ һаҡланған. Был йылдарҙа асылда йәшәү, алдауға, ғәйбәт һәм халыҡ данына битараф булыу кеүек Ньютондың характеры формалашҡан. Уның һаман да дуҫтары булмаған[1].
1664 йылдың апрелендә Ньютон имтихандарҙы тапшырып, юғары категорияға (scholars) күсә, был уға колледжда белем алыуға һәм уны дауам итеүгә хоҡуҡ бирә.
Галилей асыштарына ҡарамаҫтан, Кембриджда тәбиғи фәндәр һәм философияны элеккесә Аристотель буйынса уҡытҡандар. Әммә Ньютондың һаҡланып ҡалған дәфтәрҙәрендә , Коперник, картезианлыҡ, Кеплер һәм Гассенди атомистик теорияһы телгә алына. Был дәфтәрҙе уҡып фекер йөрөткәндә, Нбютон төрлө тәжрибәләр (башлыса фәнни инструменттар) менән мауыҡҡан, оптика, астрономия, математика, фонетика, музыка теорияһы менән мауығып киткән. Бүлмәлә бергә йәшәгән күршенең хәтирләүенсә, Ньютон ашау һәм йоҡлау тураһында бөтөнләй онотҡан онотҡан; бөтә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул үҙе шулай йәшәргә теләгән[2].
1664 йыл Ньютондың тормошо башҡа ваҡиғалар менән дә бай була. Ньютон ижади үҫеш ала, үҙаллы ғилми эшмәкәрлек башлай һәм тәбиғәттә 45 пунктан торған кеше тормошонда хәл ителмәгән проблемалар (Вопросник, лат. Questiones quaedam philosophicae) исемлеген төҙөй. Артабан бындай исемлектәр уның эш дәфтәрендә бер нисә тапҡыр барлыҡҡа килә. Ошо йылдың март айында колледждың математика кафедраһында яңы уҡытыусы, 34 йәшлек Исаака Барроу эшләй башлай, киләсәктә математика уҡытыусыһы Ньютондың дуҫы була. Ньютон математикаға ҡыҙыҡһыныу шул ваҡытта ҡапыл арта. Ул тәүге математик асышын яһай: теләһә ниндәй рациональ күрһәткес (шул иҫәптән тиҫкәре) өсөн биноминаль тарҡатыу, ә уның аша үҙенең төп математик алымын иҫбатлай — функцияны сикһеҙ рәткә тарҡата. Йыл аҙағында Ньютон бакалавр була.
Галилео, Декарт һәм Кеплер кеүек ғалимдар Ньютон ижадының ғилми таянысы һәм илһамландырыусылары (иң юғары кимәлдә физика буйынса). Ньютон уларҙың хеҙмәттәрен донъяның универсаль системаһына үҙләштерә. Шулай уҡ, Евклид, Ферма, Гюйгенс, Валлис, уҡытыусыһы Барроу аҙыраҡ тәьҫир иткән. Студент яҙмаһында Ньютондың Программа фразаһы [3] бар:
Философияла, хәҡиҡәттән тыш хаким юҡ… Кеплер, Галилейы, Декартҡа алтын һәйкәлдәр ҡуйырға һәм һәр биттә яҙырға тейешбеҙ: «Платон — дуҫ, Аристотель — дуҫ, әммә төп дуҫы — хәҡиҡәт».
«Тағун йылдары» (1665—1667)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1664 йылда Раштыуа алдынан Лондондағы ҡайһы бер йорттарҙа Бөйөк эпидемияның тәүге билдәләре — ҡыҙыл тәреләр барлыҡҡа килә. Йәйгә үлемесле эпидемия ярайһы уҡ киңәйә. 1665 йылдың 8 авгусында Тринити-колледжында уҡыуҙар туҡтатыла һәм персонал эпидемия тамамланғансы таратыла. Ньютон өйөнә Вулсторпҡа ҡайта, үҙе менән китап, дәреслектәрен алып ҡайта.[4]
Был йылдар Англия өсөн айырыуса ауыр, ҡоротҡос тағун (Лондонда ғына халыҡтың бишенсе өлөшө һәләк булды), Голландия менән һуғыш, Бөйөк Лондон янғыны. Үҙенең фәнни асыштарының мөһим өлөшөн Ньютон «тағун йылдарында» яңғыҙлыҡта башҡара. Һаҡланған яҙмаларҙа күренеүенсә, 23 йәшлек Ньютон дифференциаль һәм интеграль иҫәпләүҙәрҙең, шулай уҡ Ньютон-Лейбница формулаһы тип йөрөтөлгән функцияны рәттәргә тарҡатыуҙың төп ысулдарын белгән. Тапҡыр оптик эксперименттар үткәреп, аҡ төҫ спектрҙағы төҫтәрҙән торғанын иҫбатлай. Ошо йылдар тураһында Ньютон иҫтәлектәренән[5]:
1665 йылда мин рәттәрҙе иҫәпләү ысулын һәм теләһә ниндәй дәрәжәләге күп быуында ошондай рәткә тарғатыу ысулын ... ноябрҙа флюкций ысулын[K 1] дифференциаль иҫәпләмә; киләһе йылдың ғинуарында төҫтәр теорияһын астым, май айында флюксий ысулы менән [интеграл иҫәпләмә] башланым… Был йылдарҙа математика һәм тәбиғи философия менән мауығып, һуңынан ҡабатланмаҫлыҡ, иң шәп йәшлек йылдарымды үткәрҙем.
Бөтә донъя тартылыу законы — уның иң әһәмиәтле асышы. 1686 йыда, Ньютон Галлейға хат яҙы[6]:
15 йыл элек (теүәл ваҡытын әйтә алмайым, Ольденбург менән хат алышҡанға тиклем), планеталарҙың Ҡояшҡа тартылыу көсөн улырҙың Ҡояштан алыҫлығына кире квадрат пропорциональ икәнен күрһәттем һәм, бик теүәл булмаһа ла, Айҙың Ергә тартылыуын иҫәпләп сығырҙым.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Акройд П. Исаак Ньютон. Биография. — М.: КоЛибри, Азбука-Аттикус, 2011. — 256 с. — ISBN 978-5-389-01754-2.
- Белл Э. Т. Творцы математики. — М.: Просвещение, 1979. — 256 с.
- {{книга |автор=Вавилов С. И. |заглавие=Исаак Ньютон |ref=Вавилов С. И.
Исаак Ньютон Викимилектә |
- Гиззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 1-се китап: Ҡыҫкаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. -Казан. Мәфариф. 2002.ISBN 5-7761-1122-6
Был ғалим тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
- ↑ 1,0 1,1 Карцев В. П., 1987, с. 43—44, 52—54
- ↑ Карцев В. П., 1987, с. 57
- ↑ Карцев В. П., 1987, с. 69—73
- ↑ Акройд П., 2011, Глава 3
- ↑ Спасский Б. И. История физики. — Т. 1. — С. 131.
- ↑ Вавилов С. И. Исаак Ньютон. Глава 9.
Өҙөмтә хатаһы: "K" төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref>
тамғалары өсөн кәрәкле <references group="K"/>
тамғаһы табылманы
- 4 ғинуарҙа тыуғандар
- 1643 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Англияла тыуғандар
- 31 мартта вафат булғандар
- 1727 йылда вафат булғандар
- Лондонда вафат булғандар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса физиктар
- Бөйөк Британия физиктары
- XVII быуат физиктары
- XVIII быуат физиктары
- Алфавит буйынса математиктар
- Бөйөк Британия математиктары
- XVII быуат математиктары
- XVIII быуат математиктары
- Алфавит буйынса механиктар
- Алфавит буйынса астрономдар
- Бөйөк Британия астрономдары
- XVII быуат астрономдары
- XVIII быуат астрономдары
- Кембридж университетын тамамлаусылар
- Лондон короллеге йәмғиәте ағзалары
- Ғалимдар хөрмәтенә аталған физик үлсәү берәмектәре
- Рыцарь-бакалаврҙар
- Алхимиктар
- Натурфилософтар
- Почта маркаларында шәхестәр
- Иҫкәрмәләрендә хаталар булған биттәр
- Pages with reference errors that trigger visual diffs