Готфрид Лейбниц

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Готфрид Вильгельм Лейбниц
Gottfried Wilhelm Leibniz
Gottfried Wilhelm von Leibniz.jpg
Тыуған:

1646 йылдың 1 июле

Тыуған урыны:

Лейпциг, Саксония, Германия,
Изге Рим империяһы

Үлгән:

1716 йылдың 11 ноябре

Вафат урыны:

Ганновер, Брауншвейг-Люнебург, Германия,
Изге Рим империяһы

Ил:

Изге Рим империяһы Изге Рим империяһы

Фәнни даирә:

фәлсәфә, логика, математика, механика, физика, тарих, тел ғилеме

Эшләгән урыны:

Лейпциг университеты, Фридрих Шиллер исемендәге Йен университеты, Альтдорф университеы

Билдәле уҡыусылары:

Якоб Бернулли
Йоһанн Бернулли
Христиан фон Вольф

Имзаһы

Подпись

Готфрид Вильгельм Лейбниц (нем.  Gottfried Wilhelm Leibniz; 1646 йылдың 1 июле – 1716 йылдың 11 ноябре) – немец математигы һәм фәйләсуфы. Математика һәм фәлсәфә тарихында оло урын биләй.

Лейбниц Исаак Ньютондан айырым сикһеҙ бәләкәй һандар менән иҫәпләмәләрҙе һәм уларға нигеҙләнеп, дифференциаль иҫәпләмә һәм интеграль иҫәпләмәләрҙе керетә. Ул шулай уҡ цифрлы иҫәпләү машиналарының нигеҙен тәшкил иткән икешәрле һандар системаһын камиллаштыра.

Фәлсәфә өлкәһендә Лейбниц Рене Декарт һәм Бенедикт Спиноза менән бер рәттән, XVII быуаттағы рационализм ағымын яҡлап сығыусы ғалимдарҙың береһе була. Лейбниц шулай уҡ физикаға һәм технологияға ҙур өлөш индерә, ул башлап ҡулланған тамғалар һуңынан фәлсәфә, ихтималлыҡ теорияһы, биология, медицина, геология, психология, тел ғилеме, һәм компьютер фәндәре өлкәләрендә киң файҙаланыла.