Эстәлеккә күсергә

Андрианов Юрий Анатольевич: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
35 юл: 35 юл:


== Әҙип тураһында ==
== Әҙип тураһында ==
* [http://www.mylitera.ru/proza/pisateli-bashkortostana/176--slovo-o-druge-ryczare-liriki.html Камиль Зиганшин. Слово о друге - рыцаре лирики];
*
* [http://www.bp01.ru/public.php?public=2825 Амир Аминев. С печалью о друге. Поэт Юрий Андрианов // Бельские просторы. 2013, № 2];


== Маҡтаулы исемдәре ==
== Маҡтаулы исемдәре ==
44 юл: 45 юл:
== Сығанаҡтар ==
== Сығанаҡтар ==
* Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. {{ref-ru}}
* Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. {{ref-ru}}
* [http://wiki02.ru/encyclopedia/Andrianov_Yuriy_Anatolevich/t/735 Андрианов Юрий Анатольевич // Башкортостан. Энциклопедия]


== Һылтанмалар ==
== Һылтанмалар ==
* [http://old.rsl.ru/table.jsp? Российская государственная библиотека. Официальный сайт]
* [http://old.rsl.ru/table.jsp? Российская государственная библиотека. Официальный сайт]
* [http://www.moi-goda.ru/bashkortostan-v-kurse-sobitiy/bashkiriya-otmechaet-iubiley-poeta-perevodchika-i-redaktora-uriya-andrianova Башкирия отмечает юбилей поэта, переводчика и редактора Юрия Андрианова]


[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]

17:04, 21 февраль 2015 өлгөһө

Андрианов Юрий Анатольевич (13.02.1953 — 21.08.2007) — Башҡортостанда тыуып һәм йәшәп, урыҫ телендә ижад иткән яҙыусы, шағир, тәржемәсе һәм журналист, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1988), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре , республикала урыҫ телендә нәшер ителгән «Бельские просторы» ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис журналының 1998—2007 йылдарҙағы баш мөхәррире.

Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге

Юрий Анатольевич Андрианов 1953 йылдың 13 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1974 йылда Өфө телеграфында электромонтер булып башлай. 1975—1980 йылдарҙа СССР Яҙыусылар союзының М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый һәм аҙаҡтан Башҡортостан китап нәшриәтендә (хәҙер «Китап» нәшриәте) мөхәррир булып эшләй. 1998 йылдан ғүмеренең һуңғы көндәренәсә Башҡортостан Яҙыусылар союзының урыҫ телендә нәшер ителгән «Бельские просторы» ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡара. Юрий Андрианов әүҙем йәмәғәтсе лә ине. Ул күп йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара ағзаһы булды. Бер үк ваҡытта республиканың урыҫ һәм урыҫ телендә ижад итеүсе яҙыусыларҙың ижади берләшмәһен етәкләне. Оҙаҡ һәм ҡаты ауырыуҙан һуң 2007 йылдың 21 авгусында вафат булды, Өфөлә ерләнгән.

Ижади эшмәкәрлеге

Юрий Андрианов ижад ҡомары тәьҫиренә мәктәп йылдарында эләгә. Ҡулъяҙма шиғырҙары менән танышыу һөҙөмтәһендә тәжрибәле шағирҙар уға Әҙәбиәт институтына уҡырға инергә йүнәлтмә бирәләр ҙә инде. Уның был осорҙа яҙылған әҫәрҙәре, бергә тупланып, Башҡортостан китап нәшриәтендә 1984 йылда айырым йыйынтыҡ булып донъя күрә. Йәш шағирҙың икенсе китабы 1987 йылда уҡыусыға тәҡдим ителә. Артабанғы ике тиҫтә йыл осоронда уның йыйынтыҡтары тағы ла нәшер ителә. Бының менән бергә әҙәбиәттә үҙ ижад юлын тапҡан шағирҙың әҫәрҙәре Мәскәү]]ҙә сыҡҡан һәм илебеҙҙең бар тарафтарында, төрлө быуын һәм төрлө һөнәр вәкилдәре араһында бик тә уҡымлы булған «Литературная газета» һәм «Литературная Россия» аҙналыҡтарында, «Комсомольская правда» гәзитендә һәм «Литературная учеба» журналында, республиканың урыҫ телендәге матбуғат баҫмаларында донъя күрә.

Йәштәр һәм ололарға иҫәпләнгән әҫәҙәре менән бер рәттән Юрий Андрианов балалар өсөн дә әүҙем ижад итә. Бының һөҙөмтәһе булып 1990 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә кескәй уҡыусылар өсөн уның шиғри йыйынтығы баҫылып сыға.

Өс тиҫтә йылға яҡын ижади эшмәкәрлеге дәүерендә Юрий Андрианов үҙен оҫта тәржемәсе итеп күрһәтте. Ул Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим һәм Назар Нәжми, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов, әҙиптәр Фәүзиә Рәхимғолова, Наил Ғәйетбаев һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен башҡортсанан урыҫсаға тәржемә итте һәм, төрлө йылдарҙа баҫтырып сығарып, урыҫ телле уҡыусыны уларҙың бай һәм киң ҡырлы ижады менән таныштырҙы.

Юрий Андриановтың Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләгән осорҙа башҡарған бик тә файҙалы тағы ла бер хеҙмәтенең емештәре, ысын мәғәнәһендә маҡтауҙарға лайыҡ булып, йылдар аша ла уға үҙенсәлекле иҫтәлек булып торасаҡ: нәҡ уның мөхәррирлеге һөҙөмтәһендә урыҫ телендә донъя күргән ун томлыҡ «Свод башкирского народного творчества» тупланмаһы, шулай уҡ «Библиотека башкирского романа «Агидель» һәм «Золотые родники» исемдәре аҫтындағы серияларҙа нәшер ителгән тиҫтәләгән башҡорт романдары тәржемә аша урыҫ телле уҡыусыға барып етте. Серияларҙың һуңғыһында ғына ла 37 китаптың баҫылып сығыуы үҙе генә күп нәмә тураһында һөйләй.

Шиғри йыйынтыҡтары

  • Дни: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1984.  (рус.)
  • Под весенней звездой: Стихи, поэма . (Худож. В. Ковалев) — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1987.  (рус.)
  • Собака по кличке Джек: Стихи для детей младшего возраста. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1990.  (рус.)
  • По воле твоей: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1992.  (рус.)
  • Зимний ветер: Стихи. — Уфа: Китап, 2003.  (рус.)
  • По тропе жизни: Стихи. — Уфа: Китап, 2008.  (рус.)

Тәржемәләре һәм тәржемәләп төҙөгән йыйынтыҡтары

  • Мчится голубой автобус: Стихи для детей (дошк. и мл. шк. возраста) / Фаузия Рахимгулова; Перевод с башк. Ю. Андрианова. Рис А. Костина. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1990.  (рус.)
  • Бельские просторы, 1993: Проза, поэзия, воспоминания, ст., эссе / [Сост. Андрианов Ю., Шарипов С.]. — Уфа: Китап, 1993.  (рус.)
  • Башкирское народное творчество: [Перевод]. Т. 9. — Уфа: Китап, 1996.  (рус.)
  • Башкирские сказки и легенды: [Для детей : Перевод / Сост. Ю. А. Андрианов; Худож. А. А. Костин]. — Уфа: Китап, 1996.  (рус.)
  • Бельские просторы, 1996: Проза, поэзия, воспоминания, ст., эссе / [Сост. Андрианов Ю., Шарипов С.]. — Уфа: Китап, 1993.  (рус.)
  • Дастан о Башкортостане: [Стихи / Сост. Ю. Андрианов, И. Киньябулатов; Вступ. ст. Р. Бикбаева; Худож. И. Файрушин]. — Уфа: Китап, 1997.  (рус.)

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре

  • Здесь не может чудо не свершиться... [Текст] : стихи / Юрий Андрианов // Наш современник. - 2005. - N 2. - С. 52-54.  (рус.)

Әҙип тураһында

Маҡтаулы исемдәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты
  • Фатих Кәрим исемендәге әҙәби премия лауреаты

Сығанаҡтар

Һылтанмалар