Эстәлеккә күсергә

Фортепиано: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Фортепиано" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

16:43, 7 ғинуар 2016 өлгөһө

Фортепиа́но (итал. forte — көслө тауыш, piano — аҡрын) — ҡыллы һуҡма баҫмаҡлы музыка инструменты.[1]

Тарихы

Фортепиано алдынан клавесин һәм һуңғараҡ уйлап табылған клавикорд менән ҡулланғандар. Уларҙың етешһеҙлектәре булып һүрелгән тауыш, үҙгәрмәүсән тауыш кимәле (клавесиндыҡы) тора, шуға күрә үҫеште күрһәтеүе ауырлаша.

Фортепианоны итальян клавесин оҫтаһы Бартоломео Кристофори (1655—1732) уйлап сығара. 1711 йылда механизмы ентекле итеп Сципион Маффеи тарафынан венеция журналы «Giornale dei letterati d’Italia» баҫтырыла. Инструмент «gravicembalo col piano e forte» (көслө һәм аҡрын тауышлы клавесин) тип атала, — пианофорте — һуңғараҡ инде фортепиано атамаһы ҡалдырыла. Б. Кристофори фортепиано механизмының төп өлөштәрен һала: сүкеш, шпиллер, шультеp, фенгер, демпфеp. Кристофори уйлап табыуы ингилз системаһы механикаһы үҫешенә юл ҡуя. Башҡа механика төрҙәре Францияла -- Мариус (1716) һәм Германиянан Шрётер (1717—1721) тарафынан сығарыла.

Киләһе йылдарҙа фортепианоны яҡшыртыу баҫмаҡтар механизмын яңыртыу, суйын ҡыҫанды ҡуйыу, тәбәлдеректәр, диапазонды ҙурайтыу, ҡылдарҙың урынын алмаштырыу менән бәйле. Баҫмаҡлы механизм өҫтөндә төрлө йылдарҙа К. Г. Шрётер, И. А. Зильберманн, И. А. Штейн, И. А. Штрейхер, И. К. Цумпе, А. Беккерс, С. Эрар, Ю. Блютнер, Дж. Бринсмид эшләйҙәр.

1721 йылда немец музыканты һәм уҡытыусыһы Готтлиб Шрётер (1699—1782) башҡа механизм уйлап таба, унда сүкеш баҫмаҡ осонда нығытылған, ырғытылып ҡылды (Prellmechanik) һуҡҡан. XVIII б. икенсе сирегендә фортепианоны сығарыу менән немец орган оҫталары шөғөлләнә башлай, улар араһында: И. Штайн һәм Г. Зильберманн. Хәҙер пианиносы виртуоз әҫәрҙәрҙе еңелерәк башҡара ала. Штайн механизмы (Prellzungenmechanik) «вена» йәки «немец» тип атала, үҙгәрешһеҙ XIX б. икенсе сирегенә тиклем ҡулланыла

1750-се йй. Лондонда Иоганн Кристоф Цумпе[en] (1735—1800), Кристофори механизмын ҡулланып, дүртмөйөш фортепиано эшләй башлай .

1760-сы йй. фортепиано Европа илдәрендә, шул иҫәптән -- Рәсәйҙә, киң тарала.

Рәсәйҙә фортепиано эше күбеһенсә Петербург[2] менән бәйле. XVIII быуатта ғына унда 50 ашыу фортепиано оҫтаһы эшләгән. Фортепиано фабрикала сығарыуға беренсе рәсәй фабриканты Г. Феврие, немец оҫталары И.-А. Тишнер, К.-И. Вирт, А.-Х. Шрёдер, И.-Ф. Шрёдер, 1840 йылдан бельгиялы Г.-Г. Лихтенталь[3] эшмәкәрлеге йоғонто яһай. Бөгөнгө көндә 1917 йылғы инҡилапҡа тиклем Рәсәйҙә 700 ашыу фортепиано оҫтаһы эшләүе билдәле. Был тикшереүҙәр менән [4][5] филология фәндәре кандидаты, фортепиано оҫтаһы М.В. Сергеев шөғөлләнә. Ул  «Рәсәйҙең 1725—1918 йылдарҙағы музыка фирмаларының һүрәтле каталогы»н төҙөй.

XIX б. уртаһында Германияла -- Ю. Блютнер, К. Бехштейн, АҠШ-та  — Стейнвей һәм улдары фабрикалары асыла, оҙаҡ йылдар уларға тиң булмай. 1828 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем Австрияла (Вена) Bösendorfer фортепиано фабрикаһы эшләп килә, хәҙергеләрҙең иң боронғоһо.

XX быуатта яңы инструменттар — электрон пианино һәм синтезаторҙар килеп сыға.

Фортепиано өсөн мотлаҡ яҙылған тәүге музыка әҫәре 1732 й. килеп чыға (Лодовико Джустини сонатаһы). Әммә фортепиано өсөн әҫәрҙәр 40-50 йылдан һуң, Гайдн һәм Моцарт заманында яҙыла башлай.

Ференц Лист фортепиано артында, 1886.

Күргәҙмә

Иҫкәрмәләр

  1. БСЭ
  2. Сергеев М.
  3. Сергеев М.
  4. Сергеев М. В. Экспертиза фортепиано российского и советского производства // Музыкальная культура и образование: Межвуз. сб. науч. тр.. — СПб.: Изд-во РГПУ им. А.И.Герцена, 2010. — С. 241-263.
  5. Сергеев М. В. Экспертиза профессионального фортепиано: (Методические указания к курсу "Экспертиза музыкальных инструментов") // Фортепианное искусство. История и современность. Проблемы творчества, исполнительства, педагогики: Межвуз. сб. науч. тр.. — СПб.: Изд-во РГПУ им. А.И.Герцена, 2004. — С. 141-149.

Сығанаҡтар

  • Алексеев А. История фортепианного искусства. — М., 1962.
  • Дьяконов Н. А. Рояли и пианино. Конструирование и производство. — М., 1966.
  • Зимин П. История фортепиано и его предшественников. — М., 1968.
  • Исакофф С. Громкая история фортепиано. — М.: Corpus, 2014. — 480 с. — ISBN 978-5-17-082076-4.
  • Сергеев М. В. Новые материалы о фортепианных мастерах России XVIII — первой половины XIX вв. // Вопросы музыкального источниковедения и библиографии: Сб. статей.- СПб., 2001. — С. 39-51.
  • Сергеев М. В. Экспертиза фортепиано российского и советского производства // Музыкальная культура и образование: Межвуз. сб. науч. тр. — СПб.: Изд-во РГПУ им. А. И. Герцена, 2010. — С.241-263.
  • Соловьёв Н. Ф.,. Фортепиано // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Һылтанмалар