Эстәлеккә күсергә

Оскар Ланге: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Ланге, Оскар" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

05:04, 5 май 2016 өлгөһө

Оскар Ла́нге (пол. Oskar Ryszard Lange; 27.07.1904, Томашув-Мазовецкий — 02.10.1965, Лондон) — Польша экономисы, эконометрика белгесе, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре.

Биографияһы

Уның төп фәнни етәксеһе булып  Адам Кржижановский (Adam Krzyżanowski) торған. 1927 йылда  Краков университетында юриспруденция магистры дәрәжәһен  һәм  1928 йылда хоҡуҡ фәндәре докторы исемен алған.  1929-30 йылдарҙа  Лондон иҡтисад мәктәбендә уҡыған.

1931 йылда  Краков университетында  уҡытыусы булып эшләй башлаған.

1935 йылда, АҠШ-ҡа барып,  Мичиган университетында уҡыта башлаған.

 1938-1945 йылдарҙа Чикаго университетында уҡытҡан.

1927-1947 йылдарҙа Польша социалистик партияһының ағзаһы, 1948 йылдан башлап ПОРП ағзаһы.

1945 йылда Польшаға ҡайта, 1945-1947 йылдарҙа  Польша халыҡ республикаһының  АҠШ-тағы илсеһе, 1947 йылдың ғинуар-декабрҙәрендә БМО ПХР һәм ХС вәкиле . Польша Сеймы Депутаты (ойоштороу һәм 1-4 саҡырыуҙарҙа).

1952-1955 йылдарҙа  Планлаштырыу һәм статистика төп мәктәбенең ректоры,1956 йылда Варшава университетының профессоры. 1962 йылдың  Польша Кибернетик йәмғиәтенең   беренсе президенты (pl:Polskie Towarzystwo Cybernetyczne).

 Польша Фәндәр академияһының академигы (1952). Профессор (1949). Ягелон honoris causa университетының  докторы (1964). Ике тапҡыр ПХР Дәүләт премияһы лауреаты  (1955, 1964).

Һиндстанда (1955-1956) һәм Цейлонда  (1959) иҡтисади мәсьәләләр буйынса кәңәшсе булған.

1961-1965 йылдарҙа Ланге ПХР Дәүләт советы рәйесенең урынбаҫары. Александр Заводский вафат булғандан һуң  Дәүләт советы рәйесенең вазифаларын башҡарыусы (йәғни ил башлығы) 7-12  августа 1964.

Лондон дауаханаһында уңышһыҙ операциянан вафат булған .

 Польша Халыҡ Төҙөүселәр ордены менән бүләкләнгән.(1964).

Фәнни ҡараштары

Иң танылған эше  -1936-37 йылдарҙа  " Социализмдың иҡтисад теорияһы" тигән мәҡәләһе (On the Economic Theory of Socialism). Унда Ланге  социализмдың баҙар моделен төҙөп аңлатҡан. Был теория буйынса, етештереүҙең иң ҙур сығымдары иҫәпләнеп, хаҡтар директив рәүештә ҡуйылырға һәм предприятиеләрҙең хужалары мөмкин тиклем керемде ҙурайтырға тырышырға тейеш тип табылған. Экономиканы планлаштырыусы  иҡтисад органдарының төп бурысы булып  һынауҙар һәм хаталар ысулы менән ихтыяж һәм тәҡдимдәр балансын булдырыу торған .Планлаштырыу органдарының уртаҡ эшмәкәрлегенең һуңғы нәтижәһе булып капитализмға хас булған эшһеҙлекте , социаль тигеҙһеҙлекте һәм монополияларҙы бөтөрөү шарттарында конкурентлы иҡтисад алып барыу торған. Был Ланге тарафынан  Мизес—Хайектың социализмда рациональ планлаштырыуҙы инҡар итеүенә ҡаршы яҙылған мәҡәләһе булған. Был эшендә Ланге һәр яҡтан камил булған стандарт конкурентлыҡ милектең йәмәғәт йә булмаһа хосусилыҡта булыуынан тормай тигән фекерҙе әйткән. Э. Бароненан 40 йыл алдараҡ Ланге уныҡы кеүек фекерҙе әйтеп ҡалдырған.[1]

Ланге совет планлаштырыуын хаталы тип тапҡан , сөнки милекте милләтләштереүҙе мотлаҡ баҙар хәле менән бәйләп алып барырғанда ғына ысын социализмға күсеп буласаҡ тип иҫәпләгән[2].

Хеҙмәттәре

  • «On the Economic Theory of Socialism», Part One, Review of Economic Studies, 1936, 4(1), pp. 53–71.
  • «On the Economic Theory of Socialism», Part Two, Review of Economic Studies, 1937, 4(2), pp. 123–142.
  • «Оптимальные решения». Прогресс, 1967
  • «Введение в экономическую кибернетику». Прогресс, 1968

Иҫкәрмәләр

  1. Блауг М. 100 великих экономистов до Кейнса
  2. Fedy " М.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар