Эстәлеккә күсергә

Оскар Ланге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оскар Ланге
Oskar Ryszard Lange
Тыуған көнө

27 июль 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны

Томашув-Мазовецкий

Вафат көнө

2 октябрь 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (61 йәш)

Вафат урыны

Лондон

Ғилми даирәһе

иҡтисад

Ғилми исеме

профессор (1949)

Награда һәм премиялары
Ҡалып:Орден Строителей Народной Польши Польша Яңырыуы орденының Командор тәреһе кавалеры

Оскар Ланге (пол. Oskar Ryszard Lange; 27 июль 1904 йыл — 2 октябрь 1965 йыл) — Польша иҡтисадсыһы, эконометрика белгесе, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре.

Ла́нге Оскар Рышард 1904 йылдың 27 июлендә Томашув-Мазовецкийҙа тыуған.

Уның төп фәнни етәксеһе — Адам Кржижановский (Adam Krzyżanowski). 1927 йылда Краков университетында юриспруденция магистры дәрәжәһен һәм 1928 йылда хоҡуҡ фәндәре докторы исемен алған. 1929-30 йылдарҙа Лондон иҡтисад мәктәбендә уҡыған.

1931 йылда Краков университетында уҡытыусы булып эшләй башлаған.

1935 йылда, АҠШ-ҡа барып, Мичиган университетында уҡыта башлаған.

1938—1945 йылдарҙа Чикаго университетында уҡытҡан.

1927—1947 йылдарҙа Польша социалистик партияһының ағзаһы, 1948 йылдан башлап ПОРП ағзаһы.

1945 йылда Польшаға ҡайта, 1945—1947 йылдарҙа Польша халыҡ республикаһының АҠШ-тағы илсеһе, 1947 йылдың ғинуар-декабрҙәрендә БМО ПХР һәм ХС вәкиле. Польша Сеймы Депутаты (ойоштороу һәм 1-4 саҡырыуҙарҙа).

1952—1955 йылдарҙа Планлаштырыу һәм статистика төп мәктәбенең ректоры, 1956 йылда Варшава университетының профессоры. 1962 йылдың Польша Кибернетик йәмғиәтенең беренсе президенты (pl:Polskie Towarzystwo Cybernetyczne).

Польша Фәндәр академияһының академигы (1952). Профессор (1949). Ягеллон университетының докторы honoris causa (1964). Ике тапҡыр ПХР Дәүләт премияһы лауреаты (1955, 1964).

Һиндстанда (1955—1956) һәм Цейлонда (1959) иҡтисади мәсьәләләр буйынса кәңәшсе булған.

1961—1965 йылдарҙа Ланге ПХР Дәүләт советы рәйесенең урынбаҫары. Александр Заводский вафат булғандан һуң Дәүләт советы рәйесенең вазифаларын башҡарыусы (йәғни ил башлығы) 7-12 августа 1964.

1965 йылдың 2 октябрендә Лондон дауаханаһында уңышһыҙ операциянан вафат була.

Польша Халыҡ Төҙөүселәр ордены менән бүләкләнгән.(1964).

Иң танылған эше −1936-37 йылдарҙа « Социализмдың иҡтисад теорияһы» тигән мәҡәләһе (On the Economic Theory of Socialism). Унда Ланге социализмдың баҙар моделен төҙөп аңлатҡан. Был теория буйынса, етештереүҙең иң ҙур сығымдары иҫәпләнеп, хаҡтар директив рәүештә ҡуйылырға һәм предприятиеләрҙең хужалары мөмкин тиклем керемде ҙурайтырға тырышырға тейеш тип табылған. Экономиканы планлаштырыусы иҡтисад органдарының төп бурысы булып һынауҙар һәм хаталар ысулы менән ихтыяж һәм тәҡдимдәр балансын булдырыу торған .Планлаштырыу органдарының уртаҡ эшмәкәрлегенең һуңғы нәтижәһе булып капитализмға хас булған эшһеҙлекте, социаль тигеҙһеҙлекте һәм монополияларҙы бөтөрөү шарттарында конкурентлы иҡтисад алып барыу торған. Был Ланге тарафынан Мизес—Хайектың социализмда рациональ планлаштырыуҙы инҡар итеүенә ҡаршы яҙылған мәҡәләһе булған. Был эшендә Ланге һәр яҡтан камил булған стандарт конкурентлыҡ милектең йәмәғәт йә булмаһа хосусилыҡта булыуынан тормай тигән фекерҙе әйткән. Э. Бароненан 40 йыл алдараҡ Ланге уныҡы кеүек фекерҙе әйтеп ҡалдырған.[1]

Ланге совет планлаштырыуын хаталы тип тапҡан, сөнки милекте милләтләштереүҙе мотлаҡ баҙар хәле менән бәйләп алып барырғанда ғына ысын социализмға күсеп буласаҡ тип иҫәпләгән[2].

  • «On the Economic Theory of Socialism», Part One, Review of Economic Studies, 1936, 4(1), pp. 53-71.
  • «On the Economic Theory of Socialism», Part Two, Review of Economic Studies, 1937, 4(2), pp. 123—142.
  • «Оптимальные решения». Прогресс, 1967
  • «Введение в экономическую кибернетику». Прогресс, 1968
  1. Блауг М. 100 великих экономистов до Кейнса
  2. Fedy " М.
  • Марк Блауг. Ланге, Оскар // 100 великих экономистов до Кейнса = Great Economists before Keynes: An introduction to the lives & works of one hundred great economists of the past. — СПб.: Экономикус, 2008. — С. 157—159. — 352 с. — (Библиотека «Экономической школы», вып. 42). — 1 500 экз. — ISBN 978-5-903816-01-9.ISBN 978-5-903816-01-9.
  • Ланге Оскар / Незнанов В. П. // Куна — Ломами. — М. : Советская энциклопедия, 1973. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 14).