Эстәлеккә күсергә

Чебака көнө (байрам): өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Праздник |название праздника = Чебака көнө |тип(цвет) = |расширенный…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

14:58, 20 апрель 2017 өлгөһө

Чебака көнө
Башланған ваҡыты сентябрҙә
Йолалар Донда балыҡсылыҡ

Чебака көнөРостов өлкәһенең Аҡсай районы Старочеркасская станицаһында билдәләнеүсе этнографик байрам[1].

Тарихы

Дон үҙенең бай балыҡ запасы менән билдәле, шулар араһында ҡорман балығы айырылып тора. Уны урындағы халыҡ «Дон чебакаһы» тип атай. Дон балыҡ тотоу йолаларына ярашлы сентябрҙә, Старочеркасская станицаһында «Чебака көнө» байрамы үтә. Байрамда профессиональ балыҡсылар һәм һәүәҫкәр балыҡсылар, спортсмендар, музей хеҙмәтсәндәре, ижади коллективтар, туристар һәм студенттар ҡатнаша. Байрам ваҡытында Донда балыҡсылыҡ тематикаһы буйынса ойошторолған күргәҙмәне ҡарарға, балыҡ ризыҡтары һатыу өсөн ойошторолған йәрминкәлә ҡатнашырға мөмкин. Байрамға килеүселәр өсөн викториналар һәм конкурстар үткәрелә. Саралар үткән ваҡытта Дон ухаһын әҙерләү тураһында өҫтәлмә мәғлүмәт белергә мөмкин. Этнографик байрам үткәреү сиктәрендә һыу ятҡылығында көн итеүселәр тураһында видеофильмдәр күрһәтелә һәм Донда балыҡсылыҡтың үҫеше тарихы тураһында һөйләнә. Халыҡ кәсептәре әйберҙәре йәрминкәһе эшләй. Этнографик байрам Старочеркасск тарихи-архитектура музей - ҡурсаулығы биләмәһендә үткәрелә, ойоштороусы булып Ростов өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм Старочеркасск тарихи-архитектура музей - ҡурсаулыҡ сығыш яһай[1].

2009 йылда байрам программаһында балыҡ тотоу буйынса ярыш үткәрелә һәм йомғаҡ яһала, өлгө сығыштар, декоратив-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре күргәҙмә-йәрминкәһе, шоу-программа һәм театрлаштырылған тамаша ойошторола[2].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар