Эстәлеккә күсергә

Чебака көнө (байрам)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чебака көнө
Башланған ваҡыты сентябрь
Йолалар Донда балыҡсылыҡ

Чебака көнө — Ростов өлкәһенең Аҡсай районы Старочеркасская станицаһында билдәләнеүсе этнографик байрам[1].

Дон үҙенең бай балыҡ запасы менән билдәле, шулар араһында ҡорман балығы айырылып тора. Уны урындағы халыҡ «Дон чебакаһы» тип атай. Дон балыҡ тотоу йолаларына ярашлы сентябрҙә, Старочеркасская станицаһында, «Чебака көнө» байрамы үтә. Байрамда профессиональ балыҡсылар һәм һәүәҫкәр балыҡсылар, спортсмендар, музей хеҙмәтсәндәре, ижади коллективтар, туристар һәм студенттар ҡатнаша. Байрам ваҡытында Донда балыҡсылыҡ тематикаһы буйынса ойошторолған күргәҙмәне ҡарарға, балыҡ ризыҡтары һатыу өсөн ойошторолған йәрминкәлә ҡатнашырға мөмкин. Байрамға килеүселәр өсөн викториналар һәм конкурстар үткәрелә. Саралар үткән ваҡытта Дон ухаһын әҙерләү тураһында өҫтәлмә мәғлүмәт белергә мөмкин. Этнографик байрам үткәреү сиктәрендә һыу ятҡылығында көн итеүселәр тураһында видеофильмдәр күрһәтелә һәм Донда балыҡсылыҡтың үҫеше тарихы тураһында һөйләнә. Халыҡ кәсептәре әйберҙәре йәрминкәһе эшләй. Этнографик байрам Старочеркасск тарихи-архитектура музей - ҡурсаулығы биләмәһендә үткәрелә, ойоштороусы булып Ростов өлкәһе тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм Старочеркасск тарихи-архитектура музей - ҡурсаулығы сығыш яһай[1].

2009 йылда байрам программаһында балыҡ тотоу буйынса ярыш үткәрелә һәм йомғаҡ яһала, өлгө сығыштар, декоратив-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре күргәҙмә-йәрминкәһе, шоу-программа һәм театрлаштырылған тамаша ойошторола[2].