Эстәлеккә күсергә

Төркиә авиацияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Авиация Турции" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

17:43, 29 апрель 2019 өлгөһө

Төркиә Европа менән Урта Көнсығыштағы, Кавказдағы һәм Төньяҡ Африкалағы яңы формалашып килгән баҙарҙар араһында үҫеүсе авиация узелы булып тора[1].

Авиакомпаниялары

Төркиә авиалиниялары самолёттары

1983 йылда Төркиәнең авиакомпаниялар баҙары либералләштерелә. Шуға тиклем илдең аэропорттарын хеҙмәтләндереү дәүләт компанияларына ғына рөхсәт ителһә, 1983 йылда ҡабул ителгән граждандар авиацияһы тураһындағы закон буйынса был өлкәгә хосуси компаниялар ҙа индерелә. Әммә конкуренциялы мөхит барлыҡҡа килеүгә Төркиәнең Turkish Airlines компанияһын дәүләттең ныҡлы ҡарауы ҡамасаулай. 2003 йылда ғына был баҙарға инеүҙе ҡатмарлаштырған кәртәләр алына, Turkish Airlines дәүләт ярҙамын файҙаланыуын дауам итһә лә, конкуренция көсәйә[2].

2015 йылда 61,8 млн пассажирҙы хеҙмәтләндергән Turkish Airlines донъяла иң эре авиакомпанияларҙан һанала. Европала, Азияла, Африкала һәм Көньяҡ Америкала 280 йүнәлештә даими рейстар башҡарған Turkish Airlines 2015 йылдың февраленә ҡарата күп йүнәлештәр буйынса донъяла дүртенсе урындағы авиаташыусы була[3] һәм иң күп илдәрҙе хеҙмәтләндерә[4].

Аэропорттары

2000-се йылдарҙан илдә граждандар авиацияһының дәррәү үҫеше күҙәтелә, был тармаҡта үҫеш донъялағы уртаса тиҙлектән ун тапҡырға йылдармыраҡ бара. 2003 йылда Төркиәлә аэропорттар 34 миллион пассажирҙы ғына хеҙмәтләндерһә, 2010 йылда 105 миллионға етә, шуның 52 проценты халыҡ-ара рейстарға тура килә[5]. 2012 йылда төрөк аэропорттары 130 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндерә, йәғни ил Европала ҙурлығы буйынса алтынсы авиация баҙары була[6].

2015 йылда Ататөрк исемендәге Истанбул аэропорты, 61,8 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндереп, йөкләнеше буйынса донъяла 11-се аэропорт була[7]. Иҫкереп барған был аэропорт әле төҙөлөп ятҡан «Истамбулдың яңы аэропорты» менән алмаштырыласаҡ. 90 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндереүгә тәғәйенләнгән донъяла иң ҙур терминаллы яңы аэропорт пассажирҙар ағымын арттырыуға эшләйәсәк, йылына йәмғеһе 150 миллион пассажир хеҙмәтләндерәсәк тағы ике терминал төҙөү планлаштырыла[8]. 2035 йылға яңы аэропорт, йыл һайын 260 миллион пассажир үткәреп, донъяла иң ҙурға әүерелер тип фараз ителә[9].

Транспорт министры Бинали Йылдырым заманында күп һанлы яңы аэропорттар төҙөлә, иң тәүгеләре 2007 йылда Зонгулдакта, Шанлыурфала һәм Хатайҙа асыла. Артабан 2008 йылда Амасьяа - Мерзифон, 2010 йылда Анталияла - Ғазипаша, Чанаккалела - Гёкчеада, Зафер, 2012 йылда Афьонкарахисар, Ушак һәм Кютахья ҡалаларын хеҙмәтләндереүсе Зафер, Ыгдыр, 2013 йылда Ширнаке аэропорттары асыла[10]. Малатьялағы Эрхач һәм Коджаәлиҙәге Дженгиз Топел аэропорттары элек хәрби һауа базалары булып торһа, 2007 һәм 2011 йылдарҙа (ярашлы) граждандар авиацияһы өсөн асыла. Новый международный терминал в Измирҙең Аднан Мендерес исемендәге аэропортында 2006 йылда халыҡ-ара терминал, ә эске рейстар өсөн терминал 2014 йылда төҙөлә[11]. Эрзинджан һәм Мәрдин аэропорттарының яңы терминалдары 2011 йылда асыла, Миләс-Бодрум аэропорты өсөн яңы халыҡ-ара терминал 2012 йылда төҙөлөп бөтә.

Шул уҡ осорҙа бик күп аэропорттар[12], шул иҫәптән Токат, Каһраманмараш, Сивас, Газиантеп һәм Чанаккале аэропорттары ремонтлана, Балыкесир һәм Карс Харакани аэропорттары яңыртылғандан һуң 2006 һәм 2007 йылдарҙа яңынан эш башлай[13][14][15]. Балыкесир Коджа Сейит һәм Кастамону аэропорттарын модернлаштырыу 2010 һәм 2013 йылдарҙа (ярашлы) тамамлана.

Аэропорттар төҙөлөшө

Аэропорттар төҙөлөшө тармағында Limak İnşaat төҙөлөш компанияһы төбәк алдынғыларының береһе булып иҫәпләнә. 2007 йылда Limak İnşaat Aéroport de Lyon француз компанияһы менән уртаҡ предприятие төҙөй һәм Приштин аэропортын төҙөүгә тендерҙы ота[16]. 2015 йылда компания Кувейт халыҡ-ара аэропортының терминалын төҙөү буйынса тендерҙа еңә[17]. Limak İnşaat шулай уҡ Истанбулдың яңы аэропортын төҙөүгә тендерҙы отҡан уртаҡ предприятиеның бер өлөшө һанала[8].

Авиационная промышленность

Истребитель Ф-16С турецких ВВС производства TUSAŞ

Төркиә республика нигеҙләнгән замандан уҡ милли аэрокосмос сәнәғәте булдырырға ынтыла. Төркиәлә 1984 йылда нигеҙләнгән TUSAŞ авиасәнәғәттә төп корпорация булып тора, ул 1973 йылда Төркиәнең Сәнәғәт һәм технологиялар министрлығы ҡарамағында нигеҙләнгән корпорацияның вариҫы һанала[18].

Иҫкәрмәләр

  1. Civilian Aerospace // [[[:Ҡалып:Google books]] Turkey Investment and Business Guide Volume 1 Strategic and Practical Information]. — Washington, D.C.: International Business Publications, 2015. — P. 99 f.. — ISBN 978-1-329-18235-6.
  2. The Turkish aviation system and the strategy of Turkish Airlines // [[[:Ҡалып:Google books]] Air Transport and Operations: Proceedings of the Third International Air Transport and Operations Symposium 2012]. — Amsterdam: IOS Press, 2012. — ISBN 978-1-61499-118-2.
  3. (5 March 2014). Turkish Airlines again expands its network. Пресс-релиз.
  4. Gunnar Garfors These Airlines Fly to Most Countries (5 март 2013).
  5. Civilian Aerospace // [[[:Ҡалып:Google books]] Turkey Transportation Policy and Regulations Handbook - Strategic]. — Washington, D.C.: International Business Publications, 2015. — P. 60 f.. — ISBN 978-1-329-16459-8.
  6. [[[:Ҡалып:Google books]] The Report: Turkey 2013]. — Oxford Business Group, 2013. — P. 153. — ISBN 978-1-907-06580-4.
  7. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  8. 8,0 8,1 Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  9. Hofmann, Kurt. Kotil: Istanbul New Airport to be world’s largest, Air Transport World (20 April 2016). «By 2035, the New Airport should serve 260 million passengers annually, making it the world’s largest airport, Turkish Airlines president and CEO Temel Kotil told ATW.».
  10. アーカイブされたコピー. Дата обращения: 22 май 2016. Архивировано 3 июнь 2016 года.
  11. 266 milon Euro'luk Adnan Menderes İç Hatlar Terminali hizmete girdi - Ege Haberleri
  12. Türkiye'de Atıl Havaalanı Kalmayacak. | Sivil Havacılık Genel Müdürlüğü
  13. Kahramanmaraş Havaalanı uçuşlara açıldı
  14. Tokat Havaalanı, yeniden hizmete açıldı... | Sivil Havacılık Genel Müdürlüğü
  15. Çanakkale Havaalanı yeniden hizmete açıldı. | Sivil Havacılık Genel Müdürlüğü
  16. Ali Aslan Kiliç. Kosovo to open to world with Turkish-built airport, Today's Zaman (14 August 2010).
  17. Limak to construct new terminal at Kuwait International Airport, Daily Sabah (19 August 2015). 22 май 2016 тикшерелгән.
  18. .