Эстәлеккә күсергә

Өфөоргсинтез

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(«Уфаоргсинтез» битенән йүнәлтелде)
«Өфөоргсинтез» ААЙ
Тип

Асыҡ акционер йәмғиәте

Нигеҙләнгән йыл

1956

Урынлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Өфө, Башҡортостан

Тармаҡ

нефтехимия

Продукция

органик синтез продукцияһы

Табыш

6,22 млрд. һум. (2015 йыл)

Эшселәр һаны

яҡынса 3430

Сайт

uos-rb.ru


«Өфөоргсинтез» ААЙ — Рәсәй органик синтез продукцияһы етештереүсе. Предприятиенең тулы исеме — «Өфөоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте.

Компанияның штаб-квартираһы Өфөлә (Башҡортостан) түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Өфө ҡалаһы, Бөрө тракты, 2-се йорт.

Компания эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — нефтехимия продукциялары, нефть эшкәртеүҙәге эйәрсән газды эшкәртеп полипропилен, төрлө маркалы полиэтилен, фенол, ацетон, альфа-метилстирол, дифенилолпропан һәм нефтехимияның башҡа продукттарын етештереү.

Өфө синтетик спирт заводына 1949 йылда нигеҙ һалынған, 1956 йылда сафҡа индерелгән[1]. 1994 йылда завод базаһында «Өфөоргсинтез» асыҡ типтағы акционерҙар йәмғиәте төҙөлә, 1996 йылда «Өфөоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тип үҙгәртелә.

Компания «„Башнефть“ Акционер нефть компанияһы» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән производство бәйләнештәрендә.

«Өфөоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшләү дәүерендә сығарған продукцияһының күләмен арттыра һәм уның ассортиментын киңәйтә.

Предприятие 30-ға яҡын төр нефтехимия продукцияһы һәм 25 төр ҡулланыу тауарҙары эшләп сығара. Ойошма заводы 2013 йылда Рәсәй Федерацияһында етештерелгән фенолдың яҡынса 25%-ын, юғары баҫым полиэтиленының 15%-ын һәм полиэтилендың 14%-ын эшләп сығарған. Хәҙерге ваҡытта Өфөоргсинтезда полипропилен сополимерының төрлө маркаларын өйрәнеү һәм эшләп сығарыуға әҙерлек буйынса эш алып барыла

Компанияла «Башҡорт нефте» корпорация гәзите нәшер ителә.

Органик синтездың төп етештергән продукцияһы (синтетик техник фенол, техник ацетон, альфа-метилстирол, дифенилолпропан), полимер материалдар (юғары баҫымлы полиэтилен һәм тәғәйенләнешенә бәйле рәүештә төрлө маркалы полипропилен, каучук этилен-пропиленлы сополимер (СКЭП) һәм этиленпропилендиенлы СКЭПТ (синтетический каучук этилен-пропиленовый тройной), кабель сәнәғәте өсөн полиэтилен композициялары) һәм полиэтилен пленканы ла индереп, халыҡ ҡулланыу тауарҙары.

Хәҙерге ваҡытта завод шулай уҡ ацетон, фенол һәм альфа-метилстирол эшләп сығара. Бында полипропилендың 70 тирәһе маркаһын етештереү үҙләштерелгән.

Нефтехимияның эшләп сығарған продукттары илдең бөтә федераль округтарына, Финляндияны, Төркиәне, Көнсығыш һәм Көнбайыш Европа илдәрен, Балтияны, Ҡытайҙы, БДБ-ен дә индереп, яҡынса 20 илгә ебәрелә. «Өфөоргсинтез» ААЙ продукцияһын ҡулланысылар булып химик комплекс предприятиеләре тора, улар был продукцияларҙы органик быяла, дифенилолпропан, фенолоформальдегидлы ыҫмала, алкилфенол, майҙарға присадка, пленка, техник, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге әйберҙәр, резинотехник әйберҙәр етештергәндә сеймал сифатында ҡулланалар. Шулай уҡ предприятиеның нефтехимия тауарҙары машиналар төҙөүҙә, еңел сәнәғәттә, медицинала, электрон һәм электротехник приборҙар етештергәндә файҙаланыла, электр приборҙарында кабелдәрҙе һәм үткәргес торбаларҙы изоляциялау өсөн, тутығыуға ҡаршы ҡатлау сифатында ҡулланылалар.

Милекселәр һәм етәкселеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Өфөоргсинтез» ААЙ акционерҙарының дөйөм һаны 2014 йылдың 30 июненә ҡарата яҡынса 1600 кеше тәшкил итә.

Йәмғиәттең иң эре акционерҙары булып «Берләшкән нефтехимик компания» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте (устав капиталының 67,53%-ы) һәм «Система-Инвест» Ябыҡ акционерҙар йәмғиәте (устав капиталының 19,04%-ы) тора.

Генераль директоры -Заруцкий Сергей Алексеевич (2017 йылдан алып).

Директорҙар Советы рәйесе: Тюрденев Кирилл Владимирович.

Эшмәкәрлек күрһәткестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Өфөоргсинтез» ААЙ-нең саф табышы 2015 йыл һөҙөмтәләре буйынса — 1 737 миллион һум.

Был осорҙа продукцияны һатыуҙан табыш — 20 912 миллион һум, һатылған продукцияның үҙҡиммәте — 18 429 миллион һум, һатыуҙан табыш — 6,22 миллиард һум.

Предприятие Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1966).

Кочергин Н. М. Первенец Башкирской нефтехимии. Өфө, 1973.

Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 6. Советы нар. хозяйства. -У. 2010. −544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; науч.. изд. Башҡорт энциклопедияһы,Өфө ҡалаһы.