«Юрматы» башҡорт халыҡ үҙәге
Ишембай ҡалаһының "Юрматы" башҡорт халыҡ үҙәге "Юрматы" башҡорт халыҡ үҙәге | |
Нигеҙләнгән ваҡыты |
1989, 29 апрель |
---|---|
Тип |
йәмәғәт ойошмаһы |
Лидер |
Фәрүәз Әкимбәтов |
"Юрматы" башҡорт халыҡ үҙәге (урыҫ.«Башкирский народный центр "Юрматы", г. Ишимбай», 29.04.1989 г.) — башҡорт халҡының телен һәм мәҙәниәтен тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү, халыҡтың үҙаңын үҫтереү һәм республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашыуын ойоштороу маҡсатында төҙөлгән йәмғиәт [1]. Төп урыны — Башҡортостан, Ишембай ҡалаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1989 йылдың 29 апрелендә Ишембай ҡалаһының элекке 1-се интернат-мәктәптең (хәҙер Республика калдет мәктәп-интернаты) класс бүлмәһендә Ишембай ҡалаһында "Юрматы" башҡорт халыҡ үҙәген ойоштороу конференцияһы булып үтә. Ойоштороусылар: Фәрүәз Әкимбәтов, Наиль Фәйзуллин һәм Марат Исмәғилев. Конференцияла ҡатнашалар: Закир Исмәғилев, Урал Сәғитов, Салауат Сәғитов, Мансур Ишкубатов, Ишморат Абайҙуллин, Марсель Ғиләжев, Фәрүәз Ғәйнетдинов, Рәшит Мифтахов, Рауил Ғүмәров. Ойоштороу конференцияһынан һуң йәмәғәт ойошмаһының теркәлеү документтарын әҙерләү мәлендә ойошмаға юрист Рәфҡәт Мырҙағолов, журналист Миңлехаят Йосопова килеп ҡушыла, һәм улар ойошманы рәсми рәүештә теркәү буйынса документтар өҫтөндә эшләй. Шулай итеп, 1989 йылдың 6 июнендә Ишембай ҡалаһының "Юрматы" башҡорт халыҡ үҙәге дәүләт теркәлеүен үтә[2]. Йәш ир-уҙамандарының был башланғысын Этҡолдан Исмәғил Шәрипов, Ғәбдрахим Арыҫланов, Хызыр Иҫәнгилдин, ҡаланан Рафиҡ һәм Рәсүл Ғүмәровтар, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Әхмәт Биктимеровтар кеүек оло быуын вәкилдәре хуплап ҡабул итә һәм ойошма эшендә әүҙем ҡатнаша. Ойошманың төп маҡсаты - башҡорт ижтимағи фекерен булдырыу, киләсәкте хәстәрләп, ҡалала Башҡорт балалар баҡсаһын, Башҡорт гимназияһын, башҡорт мәктәбен асыуҙы юллау һәм республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашыу. Ойошма ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡала һәм районда абруй яулай, һәм уның ағзаһы булырға теләүселәр көндән-көн арта бара. Ошо ваҡытта Нәзир Хисаметдинов, Сибәғәт Рахманғолов, Римма Арыҫланова, Ғәлиә Ғүмәрова, Альмира Абдулхай ҡыҙы Вәлиева һәм Гүзәл Хажиевалар "Юрматы" ағзалары булып китә. Йәштәрҙең күп килеүен иҫәпкә алып, "Йәштәр ҡанаты" тип аталған бүлек булдырыла. Уға етәкселек итеү Данияр Мөхәмәтовҡа йөкмәтелә.
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ойошма тәүге көнөнән үк республиканың Башҡорт халыҡ үҙәге "Урал" менән бәйләнешкә инә һәм уларҙың ҡанаты аҫтында эшләргә теләүҙәре тураһында белдерә. 1989 йылдың май айының икенсе яртыһында ҡаланың "Йәштәр ҡунаҡ йортонда" киңәйтелгән конференция үткәрелә. "Урал" башҡорт халыҡ үҙәгенән ҡунаҡтар саҡырыла, КПСС ҡала комитетына, ҡала һәм район Советтары башҡарма комитеттарына ла сара тураһында алдан хәбәр ителә. Өфөнән яҡташыбыҙ Рамаҙан Ҡотошев һәм Халыҡ мәғарифы министрлығының бүлек мөдире Сибәр Хөснөлхаҡ ҡыҙы Зиннәтуллина килә. Доклад менән Фәрүәз Әкимбәтов сығыш яһай. Конференцияла ҡатнашыусылар ойошманың эшмәкәрлеге буйынса үҙ фекерҙәрен әйтә, урынлы кәңәштәр бирә һәм ижтимағи эшмәкәрлекте әүҙемләштерергә йүнәлтелгән резолюция, КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитетына, Халыҡ мәғарифы министрлығына Мөрәжәғәтнамәләр ҡабул ителә[3].
Ошо йылдарҙа бөтә Башҡортостанда башланған "Башҡортостанға — союздаш республика статусы" хәрәкәтенә ҡушылып, юрматылар район ауылдары, ҡала фатирҙары буйлап ҡултамғалар йыя башлай. Хатта Ишембай ҡалаһының геүләп торған үҙәк баҙары уртаһына ҡыҙыл буҫтау ябылған өҫтәл ҡуйып, ҡултамғалар йыйыуҙы ойошторуҙан да баш тартмай. Этҡол ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе Исмәғил Зариф улы Шәрипов 2,5 мең ҡултамға йыйып килтереп тапшыра. Тупланған документтар Өфөгә "Урал" башҡорт халыҡ үҙәгенә алып барып тапшырыла.
Шул ваҡытта республика журналистары Иштуған һыуһаҡлағысын төҙөүҙең ниндәй эҙемтәләргә килтереү ихтималлығы тураһында саң ҡаға. Был төҙөлөштө башлауға ҡаршы бөтә республика буйынса акциялар башлана. "Юрматы" Ағиҙел һыуын һыулаған район, ҡалаларҙан, Өфөнән экология буйынса эксперт-ғалимдарҙы һәм практиктарҙы йыйып, экология буйынса конференция үткәрә. Ҡабул ителгән резолюциялар, Мөрәжәғәтнамәләр Мәскәү һәм республиканың тейешле ойошмаларына ебәрелә.
1989 йыл аҙағында "Юрматы" рәйесе итеп Нәзир Зыя улы Хисаметдинов һайлана. Ул тәүге һүҙендә үк башҡорт халҡының бөйөк улы Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең яҡты исемен тыуған иленә ҡайтарыу һәм уның 100 йыллыҡ юбилейын билдәләү буйынса эш башларға тәҡдим итә. Шулай итеп, 1990 йылдың урталарына тиклем тип әйтерлек Н. Хисаметдинов, И. Абайҙулин һәм Ишембай район Советы башҡарма комитетының элекке рәйесе С. Ғ. Булатовҡа Ишембай — Өфө юлын тапарға тура килә. Башҡортостандың буласаҡ беренсе Президенты Мортаза Рәхимов ярҙамы менән был мәсьәлә хәл ителә (ул ваҡытта М. Рәхимов Башҡортостан Министрҙар Советы рәйесе була). Юбилейға яҡташыбыҙҙың ҡыҙы Иҫәнбикә ханым һәм улы Субиҙай әфәнде лә саҡырыла. Сараға әҙерлек барышында һәр аҙна С. Ғ. Булатов әҙерлек барышы буйынса юрматылар менән кәңәшмә үткәрә, хәл ителмәгән мәсьәләлрҙе хәл итеү юлдарын асыҡлау эшен дауам итә.
1990 йылдың 22 декабренә тиклем ҡаланың һәм райондың "Торатау" һәм ""Восход"гәзиттәрендә Әхмәт-Зәки Вәлиди тураһында мәҡәләләр баҫтырыла, төрлө агитлистовкалар сығарыла. Финанс йәһәтенән "Восход"—"Торатау" гәзите редакцияһы ярҙам итә (мөхәррире Фират Хажиев). Шулай итеп, бөйөк яҡташыбыҙҙың улы менән ҡыҙы атайҙарының тыуған ауылында асыласаҡ музейға нигеҙ ташын һалыуҙа ҡатнашыу бәхетенә өлгәшә. Өҫтәүенә сая егеттәребеҙҙең береһе Салауат Сәғитов Көҙән ауылында Беренсе башҡорт хөкүмәте байрағының копияһын ҡолға башына элеп ҡуйыуҙы ла хәстәрләй. Аҙаҡ, бер-ике йыл үткәс, тап шул урында тип әйтерлек Әхмәт-Зәки Вәлидигә һәйкәл асыла.
БАССР-ҙың 1991 йылдың 11 октябрендә үткәреләсәк Юғары Советы сессияһы алдынан "Юрматы" егеттәре, ситтән Өфөгә кешеләрҙе индермәү ихтималлығын күҙаллап, Өфөгә бер көн алда бара. С. Рахманғолов алдан уҡ егеттәр йоҡлап сығырлыҡ фатир әҙерләүҙе лә хәстәрләгән була. Сессия көнөндә "Юрматы" егеттәре, башҡорт еләндәрен кейеп, ҡара таңдан бөтә халыҡ менән Аҡ йорт янына бара һәм стихиялы йыйылған халыҡ араһында тәртип урынлаштырыуҙы юлға һала.
1991 йылдың май айында Ишембай ҡалаһында башҡорт гимназияһын һәм уның эргәһендә башҡорт балалар баҡсаһын асыу буйынса ҡоролтай үткәрелә. "Урал" үҙәгенән Мөхәмәт Искужин килә, сара алдынан ҡала мәғариф бүлеге етәксеһе А. И Казаретин менән осрашып юрматылар күтәргән мәсьәләр буйынса фекер алыша. Ҡоролтай барышында юрматыларҙың тейешенсә эшләүен билдәләй һәм Өфөлә 20-се мәктәпте асҡандағы тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
1992 йылда гимназия рәсми рәүештә асылғас та проблемалар тамамланмай. Яңы шарттарҙа эшләргә һәләтле уҡытыусылар коллективын туплау өсөн Аттестация комиссияһы булдырыла һәм Өфөнөн психология фәндәре докторы, БДПИ профессоры Вадим Сафин саҡырыла. "Юрматы" был комиссия составына әүҙем ағзаһы Сибәғәт Рахманғоловты ла индерә. Унан һуң бынан алдағы бер нисә йылда мәктәп-интернатта уҡытыу кимәленең түбәнәйеүе, шуға ла мәктәп тамамлаусыларҙың юғары уҡыу йорттарына инә алмауҙарына һылтанып, ата-әсәләр балаларын интернатҡа ебәрергә ашҡынып бармай. Әммә "Юрматының" Салауат Сәғитов кеүек әүҙем егеттәре, гимназияның аттестация үткән уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре Вәлиди байрағы ҡуйылған автобуста ауылдан ауылға йөрөп, 1992-1993 йылғы уҡыу йылына уҡыусылар туплай. Күп тә үтмәй "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһы үҙенең ишектәрен милләтәштәребеҙҙең балалары өсөн аса. 8-се башҡорт мәктәбен асыу өсөн дә юрматыларға байтаҡ көс һәм нервылар түгергә тура килә.
"Юрматы" активисы Миңлехаят Йосопова һәм ҡалаға исем биргән күренекле шәхес сотник Ишембай Аҡбирҙиндың вариҫы, 6-сы быуын ейәне Наиль Вәлийән улы Хәйруллин яҙыусы Булат Рафиҡов менән берлектә 1991 йылдың июнь айы аҙағында Иҫке Ишембай ауылында Юрматы башҡорт ырыуының беренсе йыйынын үткәрә. Йыйында тарих фәндәре докторы, БДУ профессоры Рим Йәнғужин, башҡа ғалимдар һәм Юрматы ырыуының күренекле кешеләре ҡатнаша. Шулай итеп, "Башҡорт ырыуҙары" хәрәкәтенә башланғыс һалына.
Рамаҙан Ҡотошевтың тәҡдиме буйынса 1993 йылдың июнендә Торатау билендә бик борондан килгән "Торатау" байрамы ойошторола.
"Юрматы" башҡорт халыҡ үҙәге милли матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороуға ла етди иғтибар бүлә. Ойошма ағзаларының балалары, 1990 йылды ҡаршылау иртәлегендә башҡорт Ҡыш бабайын күреп, уға туған телдә шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап кинәнә.
"Юрматы" башҡорт халыҡ үҙәгенең рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1. Фәрүәз Фәйрүш улы Әкимбәтов (1989, 29 апрель-1989 йыл, декабрь);
2. Нәзир Зыя улы Хисаметдинов (1989 йыл, декабрь — 1993 йыл, октябрь);
3. Ишморат Ғайфулла улы Абайҙуллин (1993 йыл, сентябрь —1993 йыл, октябрь);
4. Сибәғәт Ғибәт улы Рахманғолов (1993, октябрь — 2002 йыл);
5. Данияр Ғәзиз улы Мөхәмәтов (2002 йыл).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1. Ишимбайская энциклопедия. (Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015 г., стр. 656. 3000 экз.);
2. газета «Йәшлек» (мәҡәлә:"Юрматылар тигән даныбыҙ бар"), 02.03.2000 г., республиканская молодежная газета на башкирском языке, 14200 экз.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [Ишимбайская энциклопедия, Уфа, изд. Башкирская энциклопедия, 2015 г., стр. 30. 3000 экз.]
- ↑ газета «Йәшлек» (мәҡәлә:"Юрматылар тигән даныбыҙ бар"), 02.03.2000 г., республиканская молодежная газета на башкирском языке, 14200 экз.
- ↑ газета «Йәшлек» (мәҡәлә:"Юрматылар тигән даныбыҙ бар"), 02.03.2000 г., республиканская молодежная газета на башкирском языке, 14200 экз.