«Ғәйепһеҙ үлтерелгәндәргә» һәйкәле (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һәйкәл
«Ғәйепһеҙ үлтерелгәндәргә» һәйкәле
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов
Материал металл (иретмә), мрамор

«Ғәйепһеҙ үлтерелгәндәргә» һәйкәле — Дондағы Ростов ҡалаһы үҙәгендә, 1921 йылдан алып 1961 йылға тиклемге аралыҡта, Ростов өлкәһе территорияһынан репрессияланғандар иҫтәлегенә төҙөлгән мемориаль комплекс. Һәйкәл 1994 йылдың 30 октябрендә, сәйәси репрессиялар ҡорбандарын иҫкә алыу Көнөндә, Ростов өлкәһенең «Мемориал» законһыҙ сәйәси репрессия ҡорбандары ассоциацияһы һәм уның рәйесе, проект авторҙарының береһе, Э. И. Емельянов инициативаһы менән асылды. Йыл һайын 30 октябрҙә мемориал янында сәйәси золом ҡорбандары иҫтәлегенә митинг үтә һәм сәскәләр һалына[1]. 19211961 йылдарҙа Ростов өлкәһендә 90 меңгә яҡын кеше сәйәси мотив буйынса репрессиялана, уларҙың 16130-ы атыла. Ҡәбер урыны билдәле түгел[2].

Һүрәтләнеш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мемориал өс мәрмәр стеланан һәм «Ҡайғы стенаһынан» тора. Үҙәк стеланың түбәнге өлөшө ҡара төҫтә, ә өҫкө өлөшө аҡ һәм ҡыҙыл төҫтә; уртала дүртмөйөшлө тәре, уның ике яғына бағышлама яҙылған: «Ғәйепһеҙ үлтерелгәндәргә». Осонда алтымөйөшлө металл тәре һәм уның аҫтында символик рәшәткә. Һәйкәлдең аҫҡы өлөшөндә 192 лагерь исемлеге һәм мемориалды төҙөүгә булышлыҡ итеүселәр исемлеге яҙылған. Үҙәк стеланың икенсе яғында дини конфессиялар символдары, шулай уҡ коммунистик хәрәкәт символы — биш осло йондоҙ, ураҡ менән сүкеш һүрәтләнгән. "Ҡайғы стенаһы " үҙәк стела артында урынлашҡан. Унда төп лагерҙар билдәләнгән СССР картаһы урынлаштырылған. Дөйөм ил буйынса һәм айырым алғанда, Ростов өлкәһе буйынса, сәйәси золом ҡорбандары тураһында мәғлүмәттәр килтергән.

20 тапҡырҙан ашыу мемориал вандалдар һөжүменә дусар булған. 2006 йылда комплекс ҡала хакимиәте аҡсаһына яңынан тергеҙелә. Мәрмәр көпләү плиталары металл менән алмаштырыла. «Ҡайғы стенаһы»[3] өсөн яңы мәғлүмәти стенд эшләнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Мемориал невинно убиенным. Памятники всего мира. Дата обращения: 19 ғинуар 2017.(урыҫ.). Памятники всего мира. 19 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  2. Невинно убиенным. Памятники Дона. Дата обращения: 19 ғинуар 2017.(урыҫ.). Памятники Дона. 19 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  3. Мемориал «Невинно убиенным» в Ростове-на-Дону. Виртуальный музей ГУЛага. Дата обращения: 19 ғинуар 2017.(урыҫ.). Виртуальный музей ГУЛага. 19 ғинуар 2017 тикшерелгән.