Эстәлеккә күсергә

Ѓ (кирил хәрефе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ѓ битенән йүнәлтелде)
Ѓ
Кириллица
Славянские буквы
А Б В Г Ґ Д Ђ
Ѓ Е (Ѐ) Ё Є Ж З (Ζ)
Ѕ И (Ѝ) І Ї Й Ј
К Л Љ М Н Њ О
П Р С Т Ћ Ќ У
Ў Ф Х Ц Ч Ш Щ
Ъ Ы Ь Э Ю Я
Исторические буквы
(Ҁ) (Ѹ) Ѡ Ѿ (Ѻ) Ѣ
Ѥ Ѧ Ѫ Ѩ Ѭ Ѯ
Ѱ Ѳ Ѵ (Ѷ)
Буквы неславянских языков
Ӑ Ӓ А̄ Ә Ӛ Ӕ Ғ
Ӷ Ҕ Ӗ Ҽ Ҿ Е̄ Ё̄
Ӂ Җ Ӝ Ҙ Ӟ Ӡ Ӥ
Ӣ Ӏ Ҋ Қ Ҟ Ҡ Ӄ
Ҝ Ԟ Ӆ Ӎ Ҥ Ң Ӊ
Ӈ О̄ Ӫ Ө Ӫ Ҩ Ҧ
Ҏ Ҫ Ҭ Ӯ Ӳ Ӱ Ү
Ұ Ҳ Һ Ҵ Ӵ Ҷ Ӌ
Ҹ Ӹ Ҍ Ӭ Э̄ Ю̄ Я̄
Список букв кириллицы
Кириллические диграфы

Ѓ, ѓ (ѓе)македон әҙәби теленең алтынсы хәрефе, бер фонеманың аллофондары булып һаналған [ɟ~ʥ] тигән өндәрҙе билдәләй ала. Әйтелеше бер-береһенә тап килмәгәнгә ҡарамаҫтан, серб телендәге Ђ хәрефен транслитерациялау өсөн дә йыш ҡулланыла, мәҫ. шәхси исемдәрҙә: сер. Милован Ђиласмакед. Милован Ѓилас.

Башҡа бер нисә хәреф менән бер рәттән, АСНОМ-дың Тел комиссияһы ултырышында, тауыш биреү һөҙөмтәһендә (тауыштарҙың 9-ы риза, 2-һе ҡаршы) 1944 йылдың аҡъюлай (декабрҙең) дүртенсе көнө македон әлифбаһына индерелде; Ђ хәрефен туранан-тура серб алфавитынан алыу хупланманы – бының сәйәси сәбәптәре лә булды, әйтелештәге айырма ла иҫәпкә алынды. Ѓ хәрефе Г хәрефенә барып тоташа, уныһы юнан (боронғо грек) Гама (Γ γ) хәрефенән сығарылған, ә юнан телендәге хәреф Финикия яҙыуындағы „гимель“ хәрефенән алынған. Ѓ хәрефе, этимологик күҙлектән йомшаҡ Д өнөн билдәләгәнлектән, Г хәрефенән һуң түгел, ә Д  хәрефенән һуң килә – йәғни әлифбала серб телендәге Ђ хәрефе менән береш урын тота.

Был хәреф билдәләгән фонема тарихи йомшаҡ Д өнөн билдәләгән өсөн, ҡәрҙәш болгар һәм урыҫ телдәрендә тап ошо йомшаҡ Д-ға тап килергә мөмкин: (макед. ѓаволболг. дявол, рус. дьявол, макед. ѓаконболг. дякон, рус. дьякон), айырым осраҡтарҙа болгар телендә шул йомшаҡлыҡ юғалыуы ла бар (макед. паѓањеболг. падане, рус. падение).

Йомшаҡ „г“ өнө ҡары славян *dj өн ҡушылмаһына тап килгән осраҡта, сиркәү славян, һуңынан болгар һәм урыҫ телдәрендәге жд өн ҡушылмаһына тап килә ала: (макед. меѓуболг. һәм рус. между, макед. раѓањеболг. раждане, рус. рождение).

  • Кочев, Иван, Иван Александров. Документи за съчиняването на „македонския книжовен език“ // Македонски преглед (Macedonian review). Списание за наука, литература и обществен живот. Година XIV, книга 4 (София, 1991). Стр. 17. ISSN 0861 – 2277.