Абастумани
Абастумани | |
груз. აბასთუმანი | |
Рәсми атамаһы | აბასთუმანი |
---|---|
Рәсми тел | Грузин теле |
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Адигенский муниципалитет[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+4:00[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Месхетский хребет[d] |
Халыҡ һаны | 937 кеше (2014)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1340 ± 1 метр |
Майҙан | 19,54 км² |
Почта индексы | 0301[2] |
Урындағы телефон коды | 366[3] |
Абастумани Викимилектә |
Абастума́ни - (груз. აბასთუმანი) — ҡала тибындағы ҡасаба, Грузияның тау климаты шифаханаһы, Адиген муниципалитеты биләмәһендә урынлашҡан. Халҡы — 937 кеше (2014).
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абастумани Месхет һыртының көньяҡ битләүендә, Оцхе (элекке Абастуманка) йылға тарлауығында, 1250-1450 м бейеклектә, Ахалцих тимер юл станцияһы 28 км төньяҡ-көнбайышта[раҡ урынлашҡан[4], в 78 км көньяҡ-көнбайыштараҡ - Боржоми тимер юл станцияһы[5].
Курорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абастуманиҙа саф тау һауаһы, ул уртаса ҡоро, көслө ел юҡ. Тау битләүҙәрендә — ылыҫлы урмандар (ҡарағай, аҡ һәм ҡара шыршы). Йәй уртаса йылы, августағы уртаса температура 16°C[6]. Ҡыш ныҡ һыуыҡ түгел, ҡояшлы, ҡар бик күп яумай[4]; ғинуарҙа уртаса − 6 °C. Яуым-төшөм 600 мм самаһы. Йылына уртаса 167 ҡояшлы көн[6].
Ошондай уңай шарттар Абастуманиҙы йыл әйләнәһенә файҙаланырға мөмкинлек бирә. Туберкулёз, быуын , нерв системаһы, гинекология ауырыуҙарын һәм башҡа сирҙәрҙе дауалайҙар.
Тарихынан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауаханаға нигеҙ XIX быуатта һалынған һәм Аббас-Туман (Аббас-Төмән) тип аталған[6]. Уның барлыҡҡа килеүе Кавказ хәрби округы хәрби-медицина инспекторы доктор А. А. Реммерт исеме менән бәйле.
1892 йылда Аббас-Туман] ҡасабаһында Рәсәйҙә тәүге тау астрономия обсерваторияһы ойошторолған[7].
1899 28 июнендә 28 йәшлек батша улы Георгий Александрович һырт аша Абастуманиға мотоциклда китеп барғанда ҡолап һәләк була [8]).
XX быуат башына Богатырский, Змеиный һәм Противозолотушный тигән өс шифалы сығанаҡ була.
Совет осоронда шифахана (1925 йыл, архитектор И. А. Иванов-Шиц]), туберкулёз хастаханаһы, поликлиника, ванналар бинаһы төҙөлә. Дауалау йыл әйләнәһенә бара.
1932 йылда Абастуманиҙа Астрофизик обсерватория асыла.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абастуманиҙың үрге яғында һарай паркы һәм тәхет вариҫы Георгий Александровичтың ағас йорто [9].
- Георгий Александрович һәләк булған ерҙәге часовня .
- Александр Невский ҡорамындағы фрескалар. Михаил Нестеров эше.
- Абастумани астрофизик обсерваторияһы[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.geostat.ge/index.php?action=page&p_id=2152&lang=geo
- ↑ http://georgianpost.ge/?site-lang=ka&site-path=help%2Fzipcodes%2F&group=3
- ↑ http://silknet.com/?module=popup_content&language=ge&product_id=8&type_id=20&attr=city_indexes
- ↑ 4,0 4,1 Большая советская энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 1. А — Ангоб. 1969. 608 стр., илл.; 47 л. илл. и карт, 1 отд. л. табл.
- ↑ 5,0 5,1 Большая советская энциклопедия. Гл. ред. С. И. Вавилов, 2-е изд. Т. 1. Т. 1. А — Актуализм. 1949. 640 стр., илл.; 53 л. илл. и карт.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Абастумани // Большая российская энциклопедия / С. Л. Кравец. — М: Большая Российская энциклопедия, 2005. — Т. 1. — С. 10. — 768 с. — 65 000 экз. — ISBN 5-85270-329-X.
- ↑ Абас-Туман // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
- ↑ Правительственный вестник. — 3 июля 1899. — № 142. — С. 1.
- ↑ С 1 ноября 1893 года по 1 апреля 1895 года Георгию в Абастумане читал курс всеобщей истории в связи с русской историей профессор Василий Ключевский. — Нечкина М. В. Василий Осипович Ключевский. История жизни и творчества. — М., 1974. — С. 325, 330.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абастумани // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Архитектурная история Абастумани 2016 йыл 8 март архивланған.