Абастуман астрофизик обсерваторияһы
Абастуман астрофизик обсерваторияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 8 февраль 1932 |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Абастумани |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1650 метр |
Хужаһы | Государственный университет Ильи[d] |
Рәсми сайт | observatory.iliauni.edu.ge |
Абастуман астрофизик обсерваторияһы Викимилектә |
Чавчавадзе исемендәге Дәүләт университетының Абастуман астрофизик обсерваторияһы — Грузиялағы ғилми-тикшеренеү учреждениеһы. 1932 йылда беренсе бейек тау астрономик обсерваторияһы булараҡ нигеҙ һалынған.
Обсерватория етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1932—1992 — Харадзе Евгений Кириллович, 1992 йылдан алып — почётлы директоры
- 1992—2006 йылдың 1 майы — Ролан Ильич Киладзе
- 2006 йылдың 1 майынан — Георгий (Гия) Джавахишвили
Обсерватория тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Обсерваторияға 1932 йылдың 8 февралендә нигеҙ һалынған. Башта обсерватория ҡала тибындағы Абастумань ҡасабаһында урынлашҡан, ә 5 йылдан юғарыға, Кесе Кавказ Һыртының үтә күренмәле һәм тотороҡло атмосфералы Канобиль тауына (диңгеҙ кимәленән 1650 метр), күсерелгән. 1892 йылда Абас-Томан ҡасабаһында Рәсәйҙә беренсе тау астрономик обсерваторияһы барлыҡҡа килә[1] — Петербург университетының ваҡытлы обсерваторияһы барлыҡҡа килә. Унда 9-дюймлы рефрактор урынлашҡан[2], уның ярҙамында билдәле рус астрономы һәм тикшеренеүсеһе профессор С. Глазенап ҙур булмаған ике телескоп ярҙамында тығыҙ ҡуш системаларҙы күҙәткән. Яҡшы атмосфера шарттары арҡаһында ул башҡа урында сиселмәгән тығыҙ ҡабатлы йондоҙҙарҙы сискән. 1893 йылда америка ҡуш йондоҙҙарҙы тикшереүсе Шербёрн Уэсли Бёрнхем профессор Глазенаптың ҡуш йондоҙҙарҙы күҙәтеүе Абастумани астрономик күҙәтеүҙәр өсөн бигерәк тә уңайлы урын икәнен асыҡ күрһәтеүе тураһында яҙған.
Шулай итеп, ғәҙәти булмаған тыныс атмосфера шарттары арҡаһында Абастуманиға иғтибар йүнәлтелгән. 1930—1931 йылдарҙа Ленинград астрономик институтының махсус экспедицияһы ваҡытында, Тбилиси Геофизик обсерваторияһы һәм башҡа ойошмалар яңы обсерватория төҙөү өсөн урын һайлаған. 1932 йылда Абастуман астрофизик обсерваторияһын төҙөү башланған, ә уның директоры итеп йәш ғалим Евгений Харадзе тәғәйенләнгән. Ул обсерваторияны 60 йыл етәкләгән. 1992 йылдан алып вафатына тиклем Евгений Харадзе почётлы директор сифатында сығыш яһаған. 1937 йылдан башлап обсерватория үҙенең «Бюллетень» баҫмаһын сығарған.
2000 йылда обсерваторияла Плазма астрофизикаһы Үҙәге ойошторолған.
XX быуаттың 90-сы йылдарында обсерватория «Грузия Фәндәр академияһының Е. Харадзе исемендәге Грузин милли астрофизик обсерваторияһы» тип аталған, ә 2007 йылда обсерватория Чавчавадзе исемендәге (Чавчавадзе Илья Григорьевич исемендәге) Дәүләт университеты составына индерелә һәм уның исеменән «Е. Харадзе исемендәге Грузия фәндәр академияһы» тигәнен алалар. Һуңынан обсерватория яңынан Абастуман тип аталған.
Обсерватория ҡоралдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Обсерватория ҡоралдары исемлеге[3]:
- АЗТ-11 (D = 1250 мм, F = 16250 мм) Ричи-Кретьен, 1977 йылда ҡуйылған
- АС-32 (D = 700 мм, F = 2100 мм) — Максутов һәм Иоаннисиани конструкцияһындағы менисковый телескоп 1955 йылда ҡуйылған
- Рефрактор Цейс (D = 400 мм, F = 6800 мм) 1936 йылда ҡуйылған
- Ҡуш астрограф Цейс (D = 400 мм, F = 3000 мм) 1978 йылда ҡуйылған
- Аэрозоль лидар М-10 — Шмидт-Кассегрен (D = 254 мм, F = 2540 мм)
- Фотометр сканирлаусы көҙгө (эңер һәм төнгө күкте өйрәнеүсе приборҙар комплексы)
- Спектрограф СП-48
- 33-см рефлектор, 1932 йылда ҡуйылған, хәҙер ГНАО музейына ҡуйылған
- 48-см рефрактор йәки Кассегрен (1968 йылда ҡуйылған)
- 44-см Шмидт камераһы, Цейс (1940 йылда ҡуйылған)
- ОРИ-22 (D = 220 мм,F = мм) (2008 йылдың 30 мартында беренсе яҡтылыҡ) — 40-см Цейсҡа параллель рәүештә ПулКОН проограммаһы буйынса ҡуйылған
Ҡояш телескоптары:
- КГ-2 (D = 530 мм, F = 8000 мм) Г. М. Никольский системаһының ҙур тотолоуҙан тыш коронографы 1976 йылда ҡуйылған
- АФР-2 (D = Визуаль=60 һәм Фотографик=130 мм; F = Визуаль=5430 и Фотографик=9080 мм) — Хромосфералы-фотосфералы телескоп (стандарт, бер монтирокала ике телескоп!), 1957 йылда ҡуйылған
- Горизонталь ҡояш телескобы (АЦУ-5 ?) (D = 440 мм, F = 6050 мм), 1964 йылда ҡуйылған
- Лио коронографы (D = 120 мм, F = 3000 мм), 1965 йылда ҡуйылған
- Параболик радиотелескоп (D = 1000 мм, Длина волны = 3.25 см), 1985 йылда ҡуйылған
- Синфазлы күп полярлы радиотелескоп (Антенна майҙаны = 20м², Тулҡын оҙонлоғо = 1.43 см), 1956 йылда ҡуйылған
Обсерватория бүлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атмосфераның юғары ҡатламдарын тикшереү лабораторияһы
Тикшеренеүҙәр йүнәлештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Галактиканың структураһы һәм эволюцияһы
- Галактиканан тыш объекттар
- Үҙгәреүсән йондоҙҙар
- Йондоҙ системалары һәм төркөмдәре
- Ҡояш
- Ҡояш системаһы объекттары (планеталар, юлдаштар, астероидтар, кометалар, планета-ара арауыҡ)
- Ҡояш-ер бәйләнештәре
- Ерҙең юғары атмосфераһы төҙөлөшө
- Астрофизик плазма
- Иртә Ғаләм
- Астрономия тарихы
Төп ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 17 планетар томанлыҡ
- 3 йондоҙ төркөмө
- бик күп эмиссион йондоҙҙар
- Асылған бик яңылары һәм тәүләп асыусылары:
- 1967C — Чуадзе
- 1979A — Кимеридзе
- 1980L — Инасаридзе, Росина
- 1984A — Кимеридзе
- 1988J — Кимеридзе
- 1989M — Кимеридзе
- Асылған кометалар:
- C/1942 X1 (Whipple-Fedtke-Tevzadze), 1943 I һәм 1942g иҫке билдәләмәләре (тәүләп асыусыһы Тевзадзе)
- X/1970 W1 (Churyumov), иҫке билдәләмәһе 1970n
- Монография Е. К. Харадзе: «Каталог показателей цвета 14 тысяч звезд и исследование поглощения в Галактике на основе цветовых избытков звезд»
Билдәле хеҙмәткәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Глазенап, Сергей Павлович — Абастумандың яҡшы астроклиматын асҡан беренсе астроном-күҙәтеүсе.
- Вашакидзе Михаил Александрович
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 33-см рефлектор — беренсе совет фотометры менән (1937 йыл) тәүге совет телескобы (1932 йыл)
- АЗТ-11 СССР-ҙа компьютер менән идара ителгән тулыһынса автоматлаштырылған тәүге телескоп, шулай уҡ Ричи-Критьен оптик системалы беренсе телескоп булған (1977 йыл)
- Евгений Кириллович Харадзе 69 йыл (ғүмеренең һуңғы 9 йылындағы почётлы исемен индереп) Абастуман обсерваторияһының директоры булған — был дәүләт фәнни учреждениелары етәкселәре өсөн рекорд, һәм ул ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем обсерватория эшендә әүҙем ҡатнашыусы булып ҡалған. Үҙенең оҙон профессиональ карьераһында Евгений Кириллович: И. Джавахишвили исемендәге Тбилиси дәүләт университеты ректоры; вице-президенты, ә һуңынан Грузия Фәндәр Академияһы Президенты, шулай уҡ Халыҡ-ара астрономик союзы (1976—1982) һәм Бөтә Союз астрономик-геодезия йәмғиәте вице-президенты вазифаһында булып өлгөргән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Грузия Фәндәр академияһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Абас-Туман // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
- ↑ Дореволюционный Абастумани(недоступная ссылка)
- ↑ Список инструментов с официального сайта, который сейчас не доступен
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Харадзе Е. К., Абастуманская астрофизическая обсерватория. Москва, 1958.
- Харадзе Е. К. Б. В. Нумеров и развитие астрономии в Грузии. // Земля и Вселенная, 1981, № 3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт обсерватории
- Обсуждении обсерватории на ПулКОНе
- Обсуждение обсерватории
- Абастуманская обсерватория и ПулКОН
- Поездка в Абастумани в апреле 2008 года. ПулКОН
- Поездка в Абастумани в июле 2008 года. ПулКОН
- Transit of Venus from Abastumani in the Republic of Georgia 2019 йыл 20 август архивланған.
- Фотоальбом обсерватории от июня 2009 года
- Фотоальбом обсерватории от февраля 2010 года
- История обсерватории в статье «Звездное поле», журнала «Вокруг Света», № 5 (2560), Май 1972, Рубрика «К 50-летию СССР»
- Абастумани И Российская Императорская Семья
Кесе планеталар Үҙәгенең күҙәтеүҙәре баҫмалары: