Эстәлеккә күсергә

Абдрахман (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Абдрахман кантон (йыр) битенән йүнәлтелде)
Абдрахман
Сәнғәт формаһы Йыр
Жанр халыҡ йыры
Башҡарыусы/артист Абдулла Солтанов, Сөләймәнов Ғата Зөлҡәфил улы һәм Йәнбәков Рамазан Фәтхулла улы
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Оҙайлылыҡ 3,5 Минут

«Абдрахман», «Абдрахман кантон» — киң билдәле башҡорт халыҡ йыры (оҙон көй). Башҡа йырҙар менән бер рәттән 2020 йылда «башҡорт халыҡ йыры» тигән патент ала[1][2].

«Абдрахман» йырының тәүге варианттарын С. Г. Рыбаков Ырымбур губернаһының Орск өйәҙендә (Күсей ауылы янындағы Рәмиевтарҙың Солтан приискыһында, Күлтабан янындағы йәйләүҙә, Юлыҡ ауылында) яҙып алған. Йыр варианттары менән С. Г. Рыбаковтың «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» китабында баҫыла[3].

Йырҙың варианттарын шулай уҡ М. М. Вәлиев, С. Ә. Галин, Л. Н. Лебединский һәм башҡа ғалимдар яҙып алған.

«Абдрахман» йыры лирик-эпик йөкмәткеле, унда мәкерлек һәм хыянат темаһы сағыла. Йыр 6-сы башҡорт кантоны начальнигы Абдрахман Биктимеровҡа (1780—1826) арнала. Ул халыҡ араһында ихтирам ҡаҙана, әммә ялған ошаҡ һөҙөмтәһендә енәйәттә нахаҡҡа ғәйепләнә. Йырҙың көйө һәлмәк, зарлы.

С. Г. Рыбаковтың китабы
Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,
Егет, һалдыр эйәр ҡашыңа.
Атам дуҫы тиеп ышанма, егет,
Атаң дуҫы етер башыңа.
Унар ғына һумлыҡ ун аҡыҡлы
Эйәрең булыр, егет, ат булһа.
Яҡын күргән дуҫтан яманы юҡ,
Ауыр саҡта һиңә ят булһа.
Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ
Кәрәге юҡ эйәр ҡашыңа.
Атам дуҫы тиеп ышандың, егет,
Шул дуҫ етте һинең башыңа.

Йырҙы башҡарыусылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Абдрахман» башҡорт халыҡ йырын иң оҫта башҡарыусылар тип Г. З. Сөләймәнов, Р. Ф. Йәнбәков һанала. Йырҙы эшкәртеүсе композиторҙар — Р. А. Мортазин (скрипка менән оркестр өсөн , М. З. Баширов (хор a cappella өсөн),Н. Г. Сабитов (хор өсөн).

Видеоматериалдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. YouTube сайтында Видео Ҡурайсы Азат Айытҡолов башҡарыуында

Йырҙың көйө Н. И. Пейконың «Айһылыу» операһында, «Гөлнәзирә» балетында ҡулланыла.

  • Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. М., 1965.