Австрияның Милли советы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Австрия парламентының бинаһы
Ултырыштар залы

Национальрат (нем. NationalratМилли совет) —  Австрия  парламентының  —  Федераль йыйылыштың түбәнге палатаһы.

Комплектлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Милли совет дөйөм тура йәшерен тауыш биреү юлы менән 5 йылға һайланған 183 депутаттан тора. Палата вәкәләттәренең мөҙҙәте, әгәр ябай күпселек таратып ебәреү өсөн тауыш бирһә, һайланыуына 5 тулғансы уҡ тамамланырға мөмкин. Бынан тыш, Федераль президент та Милли советты ваҡытынан алда таратыу хоҡуғына эйә; шуны билдәләргә кәрәк: Икенсе республиканың сәйәси ғәмәлиәтендә бындай хәл бер тапҡыр ҙа булманы. Австрияның 16 йәше тулған һәр гражданы тауыш биреү хоҡуғына эйә.

Депутаттар һайлау асыҡ исемлек буйынса нисбәттәр системаһы буйынса тормошҡа ашырыла. Австрия территорияһы 43 һайлау округына бүленә. Округтар федераль ерҙәрҙең сиген киҫеп үтә алмай. Һайлау округтарына бүлеү ҡағиҙәләре Джерримендерингҡа юл ҡуймаҫлыҡ итеп төҙөлгән. Тәғәйен округҡа беркетелгән урындар һаны округ халҡының һанына нисбәтле булып тора. Округтар кимәлендә бүленмәгән урындар бер үк принцип менән төбәк кимәлендә бүленә. Төбәк кимәлендә бүленмәгәндәре федераль кимәлдә д’Ондт ысулы ярҙамында бүленә. Урындар бүлешеүгә бөтә ил буйлап тауыштарҙың кәм тигәндә 4 процентын йыйған партиялар ғына үткәрелә.

Асыҡ партия исемлектәре системаһы шуны аңлата: партия өсөн тауыш биреүҙән тыш, һайлаусы бюллетендә был партияның билдәле бер ағзаһын да билдәләй ала. Әгәр кандидат бындай шәхси тауыштарҙы етерлек йыйһа, партия исемлегендә уның рангыһы күтәрелә. Парламентта бер партия ағзалары араһында урындар бүлешкәндә юғарыраҡ рангылы кандидаттар өҫтөнлөккә эйә була.

Милли советтың структураһы һәм роле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Милли советтың Президенты, Милли советтың икенсе һәм өсөнсө Президенты менән бер рәттән,  регламенттың күҙәтелеүен тәьмин итә, ултырыштарҙа рәйеслек итә, фекер алышыу һорауҙарын комитеттар араһында бүлә. Әгәр  Президент үҙ вазифаларын үтәй алмаһа, уны икенсе йә өсөнсө Президент алмаштыра. Бынан тыш, Президент икенсе йә өсөнсө Президентҡа ултырышта үҙе урынына рәйеслек итеүҙе йөкмәтә ала.  Президенттар һайланғандан һуң, биш секретарь һәм кәм тигәндә өс тәртип күҙәтеүсе  һайлана.  Һайлау кампанияһында ҡатнашҡан бер үк партиянан вәкил булған депутаттар 5-тән дә кәм булмаған ағзанан торған клубтарға берләшергә хоҡуҡлы.  Милли совет, шулай уҡ уның комитеттары һәм ярҙамсы комитеттары ултырышта Федераль хөкүмәт ағзаларының ҡатнашыуын талап итергә хоҡуҡлы. 

Национальрат Австрия ҡануниәтен формалаштырған төп орган булып тора. Бөтә закондар һәм договорҙар Милли совет тарафынан раҫланырға тейеш. Бундесрат (Федераль совет, Австрия парламентының икенсе палатаһы) Милли советтың закон проекттарына вето һалыу хоҡуғына эйә, ләкин һуңғыһы  ҡабаттан тауышҡа ҡуйыу юлы менән Бундесраттың ветоһын урап үтергә һәм закон проектын ҡабул итергә хоҡуҡлы. 

Партиялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Милли советта вәкиллек иткән сәйәси партиялар:

  • Австрия Халыҡ партияһы (Österreichische Volkspartei);
  • Австрияның Социал-демократик партияһы (Sozialdemokratische Partei Österreichs);
  • Австрияның Азатлыҡ партияһы (Freiheitliche Partei Österreichs);
  • Австрияның киләсәге өсөн альянс  (Bündnis Zukunft Österreich);
  • «Йәшелдәр» (Die Grünen — Die Grüne Alternative (Grüne)).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Австрияның Федераль йыйылышы
  • Бундесрат (Австрия)