Австрия пинчеры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Эт тоҡомо
Австрия пинчеры
Австрия пинчеры
Барлыҡҡа килеүе
Урыны

Австрия

Ваҡыты

1928 йыл

Характеристика
Буйы

арлан: 44-50 см
кәнтәй: 42-48 см

Ауырлығы

12 - 18 кг

Классификация
Төркөм

2

Секция

1.1, Pinscher

Номеры

64

Commons-logo.svg Австрия пинчеры Викимилектә

Австрия пинчеры (нем. Österreichischer Pinscher; FCI № 64) — пинчер тоҡомдарының береһе, Австрияла көтөүсе эттәр тоҡомо сифатында, шулай уҡ амбарҙарҙы ҡомаҡтарҙан һаҡлау өсөн сығарылған. Элек айырым «Австрия ҡыҫҡа йөнлө пинчер» тоҡомо булған, әммә ул Австрия пинчеры менән берәүгә берләшкән.

Тышҡы күренеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡа көтөүсе эттәр кеүек, Австрия пинчеры төрлө тышҡы характеристикаға эйә булырға мөмкин, сөнки ул эттәр шоуында ҡатнашыу өсөн түгел, ә хужалыҡта эш өсөн булдырылған[1]. Был тоҡом эттәре йыш ҡына йөнөн ҡоя, йөнө төрлө төҫтә була, ғәҙәттә күкрәгендә, томшоғонда һәм ҡойроҡ осонда аҡ билдә була[2].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Австрия пинчеры айырым тоҡом булып 1928 йылда, шуның менән бергә Австрия фермалары эргәһендә табылған иҫке типтағы пинчерҙарҙан сығарылған тип таныла. Был хайуан немец-австрия пинчерҙары һәм урындағы эттәрҙең ҡатышмаһы булып тора[3].

XIX быуат аҙағында, фермаларҙа эттәрҙең кәрәге бөткәс, Австрия пинчерҙары юҡҡа сыға башлай[4]. XX быуат башында Эмиль Хаук (нем. Emil Hauck), 1843 йылда Х. фон Меер тарафынан (H. Meyer von) «һаҙлыҡ эте» тип аталған, урындағы эттәрҙе эҙләй башлай. Ул Австрия ауылында «һаҙлыҡ этенә» оҡшаған эттәр таба[5][6]. 1921 йылда ул, эт тоҡомон билдәләү һәм тергеҙеү, уларҙы башҡа урындағы эттәрҙән айырыу өсөн, етди рәүештә эттәр үрсетеү менән шөғөлләнә башлай. Австрия эт аҫраусылыҡ клубы тәүге тапҡыр «Kurzhaarpinscher Österreichischer» (урыҫса Австрия ҡыҫҡа йөнлө пинчер) тоҡомо булараҡ 1928 йылда таный. Тоҡомға исеме уның тоҡомо сыҡҡан урындарҙы билдәләү маҡсатында һәм тоҡомдо ҡаты йөнлө пинчерҙан айырыр өсөн бирелә. Икенсе донъя һуғышынан һуң Австрия пинчеры вәкилдәре юҡҡа сыҡты тиерлек[7].

Һаулығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был тоҡом сәләмәтлеге тураһында әҙ билдәле, был тоҡом эттәре һирәк ауырый.

Темперамент[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был тоҡом эттәре бик яҡшы компаньондар, тәбиғәтте яраталар. Тоҡом стандарттары (FCI № 64) тасуирлағанса, был тоҡом эттәре бик уйынсаҡ.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. The Look Austrian Pinscher Club (нем.
  2. Breed Standard
  3. Clark Anne Rogers The International Encyclopedia of Dogs — Howell Book House, 1995. — P. 98. — ISBN 0-87605-624-9.
  4. Situation Today from the Austrian Pinscher Club (Klub für österreichische Pinscher) in Austria (нем.
  5. The History of the Geological Society of London, by Horace Bolingbroke Woodward, pg 79 Longmans, Green and Co publishers, New York, 1908
    Note: the C. palustris idea came from the early days of scientific thinking about animals, and is not and has never been an actual species.
  6. Breed History
  7. Österreichischer Pinscher, Arche Austria (англ.