Австрия федераль хөкүмәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Австрия федераль хөкүмәте
нем. Österreichische Bundesregierung
Coat of arms of Austria.svg
Дөйөм мәғлүмәт
Ил Австрия Австрия
Штаб-квартира Вена

Австрия федераль хөкүмәте (нем. Österreichische Bundesregierung) — Австрия Республикаһында башҡарма власты тормошҡа ашырыусы коллектив орган. Хөкүмәт башлығынан - канцлер, вице-канцлер һәм өлкән министрҙарҙан тора. Австрияның башҡарма тармағын Президент һәм федераль хөкүмәт барлыҡҡа килтерә.

Формалашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Австрия Конституцияһының 1929 йылдағы реформаһынан һуң федераль хөкүмәт ағзалары туранан-тура Австрия президенты (Федераль закондың контроль-күҙәтеү органдары тураһындағы 70-се статьяһына ярашлы, B-VG) тарафынан тәғәйенләнә, әммә Австрия парламентының (Милли совет) ризалығын алырға тейеш, сөнки уның ышанмау вотумы хөкүмәтте кисекмәҫтән таратыуға килтереүе мөмкин. Нығынған тәжрибә буйынса, һуңғы һайлауҙарҙа иң күп тауыш йыйған сәйәси партия лидеры канцлерлыҡҡа кандидат сифатында тауышҡа ҡуйыла (баллотируется); элегерәк был тәжрибәлә ташламалар ҙа булған. Ил президенты теге йәки был кандидатураны хупламау хоҡуғына эйә булһа ла, министрҙарҙың кандидатуралары канцлер тәҡдиме менән парламент аша үткәрелә. Президент теләһә ҡасан канцлерҙы, хатта тотош хөкүмәтте эштән сығара ала, әммә яңы хөкүмәтте парламентты контролдә тотоусы партиялар ғына формалаштырырға тейеш.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]