Эстәлеккә күсергә

Автоспорт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юсо Пиколисто спорт Peugeot 206 автомобиле руле артында 2003 йылда WRC раллиһында World Rally Championship Швецияла

Автоспо́рт (автомобиль спорты; ингл. autosport, также ингл. motorsport) — техник спорт төрө, ҡайҙа кешеләр автомобилдә трассаны тиҙлектә үтергә тейештәр.

Беренсе автомобиль ярышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Автомобиль ярышының башланыу тарихын 1894 йылды атарға була. 1893 йылдың 19 декабрендә «Le Petit Journal» исемле париж гәзитен сығарыусы Пьер Жиффар беренсе автомобиль ярышы уҙасағы тураһында хәбәр итә. Быға тиклем 1887 йылда кәләскәлә, сит ярҙамһыҙ ярышта, бер генә кеше ҡатнашҡан була. Ярыштың башы 1894 йылдың 22 июленә тәғәйенләнгән була. Ярышта ҡатнашыусылар «атһыҙ экипажда» Париждан Руанға тиклем 126 км араны һигеҙ сәғәт ярым ваҡыттан тиҙерәк үтергә тейеш булалар. Урындар биреү нисектер аңлашылмағанса билдәләнгән: беренсе урынға 5000 франк, кемдең экипажы «„иң яҡшы һаҡлыҡ, исраф итмәү һәм уңайлы идара итеү“» күрһәтә. Тәүҙә ярышта ҡатнашырға 102 ярышыусы үҙенең төрлө ҡоролошо менән теләк белдерә, уларҙың араһында пар, бензин, кәрәсин, һәм электр менән йөрөүсе автомобильдәр була.

Беренсе техник тикшереү үткәргәндән һуң уларҙың һаны 25 ҡала. 19 июльдә элгәре һанауҙар үткәрелә һәм тағын дүрт экипаж ярышты ҡалдырырға мәжбүр була. 22 июль, ярыш көнө, Париждан 30 секунд ара менән 21 экипажға ярышҡа старт бирелә. Шунда уҡ «Де Дион-Бутон» пар машинаһында Альбер де Дион лидерлыҡты ала. Юлдың беренсе өлөшө Мантта бөтә, унда күпселек ҡатнашыусылар барып етә, ял итеп алғас, ярышты дауам итәләр. Йәмғеһе, 13 ҡатнашыусы «Пежо» һәм «Панар-Левассор»ҙа Руанға барып етә, өҫтәүенә 12 экипаж сикләнгән ваҡытта өлгөрәләр. Ете пар машинаның өсәүһе финишҡа барып етә ала.

Ермоленко Н. А. Автомобиль спорты // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.