Агроном и пахарь (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

«Агроном и пахарь» («Агроном һәм һабансы») — «Власть труда» гәзитенә ҡушымта. Өфөлә 1924 йылдың 5 апреленән 21 авгусына тиклем аҙнаһына бер тапҡыр урыҫ телендә баҫыла. Барлығы 12 һаны сыға. Баҫмала ауыл хужалығы темаһына материалдар, республикала сәсеү эштәре барышы хаҡында мәғлүмәттәр яҡтыртыла.