Азаматов кантон (йыр)
Азаматов кантон | |
Сәнғәт формаһы | Йыр |
---|---|
Жанр | халыҡ йыры |
Автор | Халыҡ |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
«Азаматов кантон», «Мирхәй кантон» — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Легендаһын һәм поэтик тексын тәүге тапҡыр ХХ быуаттың 20-се йылдарында С.Сәлимов яҙып ала һәм «Башҡорт аймағы» йыйынтығында (1929, 7-се һан) баҫтыра. «Азаматов кантон» көй структураһы үҫешкән ике музыкаль төҙөлөштән тора. Юғары регистрҙа көсөргәнешле яңғыраусы тәүге фраза көйгә айырыуса сағыулыҡ һәм драматизм өҫтәй. Йыр лирик-эпик йүнәлешле.
Легендаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Легенда буйынса, йыр кантон начальнигы Мирхәйҙәр Азаматовтың (ҡара: Азаматовтар) үлер алдынан әйткән васыяты буйынса сығарыла. Мирхәйҙәр Азаматов 1810 йылда тыуған, зауряд-сотник (1853). 1836—1842 йылдарҙа — кантон начальнигы ярҙамсыһы, 1847 йылдан — 3-сө, 1851 йылдан — 6-сы башҡорт кантондары начальнигы[1].
Башҡарыусылар араһында халыҡ йырсылары С. М. Ильясов, Ғ.Н.Нәбиуллин, М.Ә.Шаимова.
Йырҙың һүҙҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нотаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Военная история башкир. Уфа, Башкирская энциклопедия, 2013. 22 бит
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт халҡ ижады. 1-се том. Өфө, 1954;
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1-се кит. Өфө, 1974.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Азаматов кантон // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- НИЗАМЕТДИНОВ Раис Жавдатович