Азиз Камран
Азиз Камран | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Британский Кипр[d] Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте |
Тыуған көнө | 1922 |
Тыуған урыны | Никосия, Никосия[d], Кипр Республикаһы |
Вафат булған көнө | 7 март 2017 |
Вафат булған урыны | Северная Никосия[d], Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте |
Атаһы | Мехмет Азиз[d] |
Бер туғандары | Türkan Aziz[d] |
Һөнәр төрө | композитор, аптекарь |
Азиз Камран Викимилектә |
Камран Азиз (төр. Kamran Aziz; 1922, Никосия, Никосия[d] — 7 март 2017, Северная Никосия[d], Никосия, Төньяҡ Никосия) Кипр музыканты һәм фармацевты. Ул Кипр-төрөк йәмғиәтендә беренсе ҡатын-ҡыҙ-композитор һәм беренсе ҡатын-ҡыҙы-фармацевт була.[1][2] Ул төрөк-кипр халыҡ музыкаһына ҙур өлөш индерә һәм хәҙерге аңлауҙа был жанрға башланғыс һала. Шулай уҡ асыҡтан-асыҡ уйнаған һәм көнбайыш музыкаһын уҡытыу һәм уйнау пионерҙары булған тәүге ҡатын-ҡыҙ-музыканттарҙың береһе була.[3]
Баласа сағы, йәшлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Азиз 1922 йылда тыуа. Ул — табип Мәхмәт Азиздың ҡыҙы, ул Кипрҙа малярияны юҡ итеүгә тос өлөш индергән шәхес тип таныла; уның өлкән апаһы, Турҡан Азиз, һуңынан утрауҙа беренсе баш шәфҡәт туташы була. Музыкаль белемгә Камран, 8 йәшендә фортепианола уйнарға өйрәнеп, эйә була[4][5][6]. Никосияла Америка академияһын[7] тамамлай.
Каран Азиз фармакология буйынса дәүләт белемен ала, уҡыуын 1944 йылда тамамлай һәм Айша Дана менән бергә беренсе төрөк-кипр ҡатын-ҡыҙ-фармацевты булып таныла[8].
Музыкаль карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Азиз үҙенең музыкаль трансляцияһын 1945 йылда Британия хәрби радиоһында башлай. Шул уҡ йылда ул классик әҫәрҙәрҙе төрөк теленә тәржемә итеүгә тотона, Төркиәлә бындай тәржемәләр барлыҡҡа килгәнгә тиклем Камран бик күп ошо йүнәлештә бик күп эш башҡарып өлгөрә. 1950 йылда ул «Камран Азиз һәм уның дуҫтары» тип аталған музыкаль ансамблгә нигеҙ һала. Был ансамбль радиола, ә һуңынан 1963 йылға тиклем Кипр телевидениеһында сығыш яһай. Улар популяр йырҙар, шулай уҡ Шуберт кеүек композиторҙарҙың операларынан арияларҙы, төрөк теленә тәржемә итеп, башҡара. Тәржемәләрҙе башлыса Азиз үҙе һәм уның коллегаһы Джале Дервиш тарафынан эшләнә. Ошондай мығыштар кипр-төрөк йәмғиәтенең музыкаль зауығын үҙгәртә һәм ансамблде популярлаштыра. Азиз һәм Дәрүиш шулай уҡ танго, вальстар һәм марштар ижад итә. Уның композицияларының күпселеге фольклорға ҡарамаһа ла, Азиз яҙған ҡайһы бер йырҙар Кипр халыҡ музыкаһы кеүек ҡабул ителә. Был йырҙар ҙур популярлыҡ яулай, һәм хәҙер киприот-төрөктәрҙең халыҡ музыкаһы ҡанунының бер өлөшө булараҡ тәҡдим ителә.
Уның киприот-төрөктәрҙең музыкаль традицияһындағы роле юғары баһаға лайыҡ була: Республика Ассамблеяһының мәҙәниәт буйынса комитеты уға махсус премия бирә[9].
Фармацевт карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Азиз 1947 йылда үҙенең дарыуханаһын аса. Бөтә карьераһы дауамында ул бергәләп музыка һәм үҙенең дарыуханаһында шөғөлләнә. 1959 йылда ул, башҡа 11 фармацевт менән бергә, төрөк-кипр фармацевттар союзына нигеҙ һала (Turkish Cypriot Union of Pharmacists). Ул Төньяҡ Кипрҙа тәүге дарыуханаға нигеҙ һалыуҙың уңышһыҙ ынтылышында йоғонтоло ролде уйнай. 1988 йылда ул ул ваҡытта үтә лә ҙур тип иҫәпләнгән Гючь келәтенә нигеҙ һала. Келәтте дәүләт предприятиеһы һәм айырым фармацевтар финанслай. Азиз 1997 йылға тиклем уның диреекторы була. Шул уҡ йылда Азиз үҙ дарыуханаһын аса. Уның дарыуханаһы нигеҙендә 2011 йылда урындағы фармокология музейы асыла[10].
Үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылда Азиз үпкә өҙлөгөүҙәре менән дауаханаға оҙатыла һәм бер ай дауамында Төньяҡ Никосияла доктор Бурхан Налбантоглу дәүләт дауаханаһында дауалана. 2017 йылдың 7 мартында, 95 йәшендә, дауахананан сыҡандан һуң бер көн үткәс, вафат була.[7] Йыназа намаҙы Исмәғил Сафа мәсетендә уҡыла, һәм ул Никосияла ерләнә.[11] Президент Мостафа Аҡынджи һәм премьер-министр Хөсәйен Озгюргюн уның вафатына ҡарата ҡайғы уртаҡлашыуҙар баҫтырып сығара[12][13].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ "Nesilden Nesile Kamran Aziz" (билдәһеҙ). Gündem Kıbrıs (21 декабрь 2012). Дата обращения: 16 декабрь 2016. Архивировано 20 декабрь 2016 года. 2016 йыл 20 декабрь архивланған.
- ↑ Eczacılığın dünü, bugünü ve yarını irdelendi (билдәһеҙ). Kıbrıs (15 май 2009). Дата обращения: 16 декабрь 2016. Архивировано 20 декабрь 2016 года. 2017 йыл 12 март архивланған.
- ↑ Jim. Demetriou // Music in Cyprus. — Routledge. — P. 78–79. 2021 йыл 11 апрель архивланған.
- ↑ Kamran Aziz Hastaneye Kaldırıldı! (билдәһеҙ). Haber Kıbrıs (17 февраль 2013). Дата обращения: 16 декабрь 2016. Архивировано 20 декабрь 2016 года.
- ↑ Türkan Aziz Evi / Lefkoşa (билдәһеҙ). Mekanperest Magazine of the Eastern Mediterranean University. Дата обращения: 16 декабрь 2016. Архивировано 20 декабрь 2016 года.
- ↑ «Nesilden Nesile Kamran Aziz» (a documentary on Kamran Aziz) (in Turkish) . Дата обращения: 7 май 2022. Архивировано 3 сентябрь 2017 года.
- ↑ 7,0 7,1 Kamran Aziz hayatını kaybetti! (билдәһеҙ). Kıbrıs Postası (7 март 2017). Дата обращения: 8 март 2017. Архивировано 8 март 2017 года.
- ↑ Kuzey Kıbrıs Türk Cumhuriyeti'nde Eczacılık ve Eczacı Profili (билдәһеҙ). Near East University. Дата обращения: 16 декабрь 2016. [no Архивировано] 20 декабрь 2016 года.
- ↑ Kamran Aziz'e Meclis Kültür Komitesi'nden özel ödül (билдәһеҙ). Kıbrıs (12 февраль 2008). Дата обращения: 16 декабрь 2016. Архивировано 20 декабрь 2016 года. 2016 йыл 20 декабрь архивланған.
- ↑ KIBRIS TÜRK ECZACILAR BİRLİĞİ TARİHİ (билдәһеҙ). Turkish Cypriot Union of Pharmacists. Дата обращения: 17 декабрь 2016. Архивировано 10 август 2016 года. 2016 йыл 10 август архивланған.
- ↑ Composer Kamran Aziz passes away . BRT (8 март 2017). Дата обращения: 8 март 2017. Архивировано 9 март 2017 года.
- ↑ Özgürgün, Besteci Kamran Aziz’in vefatı nedeniyle mesaj yayımladı . Kıbrıs Postası. Дата обращения: 8 март 2017. Архивировано 8 март 2017 года.
- ↑ Cumhurbaşkanı Akıncı, Kamran Aziz için başsağlığı mesajı yayımladı . Kıbrıs Postası. Дата обращения: 8 март 2017. Архивировано 12 март 2017 года.