Аҙау ҡәлғәһе
Ҡәлғә | |
Аҙау ҡәлғәһе
| |
Алексеев ҡапҡа и земляной вал Аҙауской крепости | |
Ил | Россия |
Урыны | Аҙау, Ростовская область |
Нигеҙләнгән | 1475 |
Статус | Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6110021000 |
Аҙау ҡәлғәһе Викимилектә |
Аҙау ҡәлғәһе — Аҙауҙың тарихи үҙәгендә, Дон дельтаһының бер тармағының һул ярында, уға Аҙаука йылғаһы ҡойған ерҙә урынлашҡан фортификация ҡоролмаһы.
Ҡәлғәгә 1475 йылда, Тана ҡалаһын яулағандан һуң, төрөктәр тарафынан нигеҙ һалына. Ул Азак тип атала һәм Ғосман империяһының төньяҡ порты булып тора. 1637 −1642 йылдарҙа ҡәлғә Дон һәм Запорожье казактары контролендә була, һуңынан төрөктәр ҡулына күсә. 1695—1696 йылдарҙа Петр I Аҙауҡа хәрби походтар ойошторорға тырышып ҡарай. Һөҙөмтәлә ҡәлғә гарнизон бирелә, һуңынан рус-төрөк һуғышы (1686—1700) һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйгә Аҙау менән идара итеү хоҡуғы биргән Константинополь солох килешеүе төҙөлә.
XVIII быуат уртаһында ҡәлғә емерелә. Уның иҫән ҡалған берҙән-бер оборона ҡоролмаһы — Алексеевск ҡапҡалары һәм уның эргәһендәге киңлеге — 30, бейеклеге 15 метрға тиклем булған ҡәлғә уры фрагменттары була.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төркиә контролендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XV быуаттың икенсе яртыһына тиклем Аҙау ҡәлғәһе урынында венециандарҙың һәм генуйҙарҙың көнбайыш һәм көнсығыш араһында сауҙа йөк күсереү пункты булған Тана ҡалаһы урынлаша. 1471 йылда Тананы Ғосман империяһы баҫып ала һәм унда ҡеүәтле Азак ҡәлғәһенә нигеҙ һала. Ул 11 башнянан торған бейек таш стенана ғибәрәт була. Эргәһе соҡорҙар һәм урҙар менән уратыла. Ҡәлғәне 200-ҙән ашыу пушкаға эйә дүрт меңлек пехота гарнизоны һаҡлай[1].
Аҙау урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1637 йылдың июнендә Дон һәм Запорожье казактары отряды ҡәлғәне штурмлай һәм үҙ контроленә ала. Аҙауты ялан яғынан һаҡлау өсөн яҡынса 400 кешенән торған атлы һаҡ ойошторола. 1641 йылда төрөк армияһы Аҙау ҡәлғәһен ҡайтарып алырға тырыша. Полководец Гусейн паша етәкселегендә улар Аҙауты һәм уның тирә-яғын ҡамап ала. Ғосман ғәскәрҙәре ике тапҡыр һөжүмгә бара, әммәҙур юғалтыуҙарға дусар булып, кире сигенә. Казактар дошман позициялары аҫтында траншеялар ҡаҙый, һуңынан уларҙы шартлата. Шул ваҡытта бер нисә йөҙгәсә яңысар һәләк була[2].
Июнь һуңынан ҡәлғә өҙлөкһөҙ артиллерия утына тотола. Ҡайһы бер урындарҙа стеналар нигеҙенә тиклем ҡыйратыла. 11 башнянан ни бары өсәү генә иҫән ҡала. Ҡеүәтле артиллерия утынан һуң, төрөктәр ҡәлғәгә көслө һөжүм яһай. Казактарға һан буйынса өҫтөнлөклө ғәскәр һөжүмен кире ҡағыу ауыр була, һөҙөмтәлә улар бер урынды ҡалдырып, урта быуаттарҙа төҙөлгән нығытмаға урынлаша. Ғосман ғәскәре көн һайын 700—1000 снаряд ҡуллана[3]. 26 сентябрҙә, запас һәм аҙыҡ-түлек ташыу ауырлашыуы сәбәпле, төрөк армияһы өс айҙа 25 — 70 мең самаһы кешеһен юғалтып, ҡамауҙы ала.
Казактар батша Михаилу Федоровичҡа Аҙауты үҙ власы аҫтына алыуҙы, ҡәлғәне тергеҙеп, унда гарнизон ҡороуҙы тәҡдим итә, әммә бының сираттағы рус-төрөк һуғышына килтерәсәген күҙаллап, ә Рәсәй хөкүмәте быға әҙер булмай, Земство Соборы баш тарта. Һөҙөмтәлә 1642 йылдың йәйендә аҙыҡ-түлек һәм башҡа запастары бөткән казактар, төрөктәрҙең сираттағы һөжүмән көтмәйенсә, емерелгән ҡәлғәне ҡалдырып китә.
Рәсәй контролендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1695 йылда Пётр I Волга һәм Дон йылғаһы буйлап транспорт судноларында Аҙау ҡәлғәһенә хәрби поход яһай[4]. 5 августа Ф. Я. Лефорт командалығындағы пехота полктары 2500 казак ярҙамында беренсе һөжүм яһай, әммә ул уңыш ҡаҙанмай, шулай ҙа һаҡ ҡалансалары яулана. Рустар яғынан 1500 кеше һәләк була һәм яралана[5]. 25 сентябрҙә ҡәлғәгә икенсе һөжүм башлана. Ф. М. Апраксинға Преображенский һәм Семеновск полктары, 1000 дон казагы менән нығытманың бер өлөшөн яулап, ҡалаға инеү мөмкин була, әммә төрөктәр төркөмдәргә тупланып өлгөрә, ә башҡа частар тарафынан ярҙам алмаған Ф. М. Апраскин сигенергә мәжбүр була. 2 октябрҙә ҡамау алына[6].
Бер йылдан һуң Аҙауҡа икенсе поход ойошторола. 1696 йылдың 16 июлендә ҡамауға әҙерлек эштәре тамамлана, 17 июлдә мең ярым дон һәм Запорожье казагы ҡәлғәгә үҙ аллы бәреп инә һәм ике бастионда урынлаша. 19 июлдә, оҙайлы артиллерия утына тотолғандан һуң, Аҙау гарнизоны бирелә. Рәсми рәүештә ул Рәсәйгә 1700 йылда төҙөлгән Константинополь тыныслыҡ килешеүенән һуң күсә.
1711 йылдағы уңышһыҙ Прут походы барышында рус армияһы күп һанлы төрөк армияһы һәм ҡырым татарҙары атлылары тарафынан Прут йылғаһына ҡыҫырыҡлана. Өмөтһөҙ хәл-торош Петрҙы Прут тыныслыҡ килешеүен төҙөргә мәжбүр итә. Уға ярашлы, Аҙау һәм Аҙау диңгеҙе яры Төркиәгә күсә.
1735—1739 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышы ваҡытында генерал-фельдмаршал Петр Ласси етәкселегендәге 28 меңлек Дон армияһы 1736 йылда ҡәлғәне ала. Кампанияның планын үтәп, граф Ласси ике яҡлап һөжүм итергә ҡара ҡыла. 27 майҙа төрөктәр ҡамау эштәренә ҡамасаулау маҡсатында ҙур сабауыл яһай. 2000-дән ашыу кеше булған отряд ҡамаусы армияның һул флангыһына һүжәм итә. 500 гренадер һәм йөҙләгән драгун менән килгән фельдмаршал Ласси шәхсән үҙе дошманды урап һөжүм итә, төрөктәрҙе тиҙ генә сигенергә мәжбүр була[7]. 11 июндә рус армияһы бөтөн орудиенан ҡәлғә нығытмаларына ут аса. Ут тулыһынса еңгәнгә тиклем туҡтамай[8]. Ҡамауҙа ҡалыусылар артиллерия уты менән яуап бирә. Шул уҡ ваҡытта төрөктәр ялан яғынан да бәйләнештә була. 28 майҙа ҡәлғәгә 100 татар үтеп инә. 15 июндә төрөктәр тағы ла сабауыл яһай, әммә улар кире ҡағыла. 19 июндә снарядтар төшөп, Аҙаута дары баҙы шартлай. Һөҙөмтәлә 5 мәсет, 100 йорт емерелә, 300 кеше һәләк була[9].
Июндең 28-нән 29-на ҡараған төнгә фельдмаршал Ласси һөжүм билдәләй. Һөжүм колоннаһына полковник Ломандың 300 гренадеры, 700 мушкетеры инә. Төрөктәр ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтеп, ике мина шартлата, әммә сигенергә мәжбүр була. Һөжүм ваҡытында рустарҙың ете кешеһе һәләк була, 38 кесе чиндағы һуғышсы яралана, икүә хәбәрһеҙ юғала[10]. Төнгө һөжүмдән һуң Аҙау пашаһы Мостафа-аги ҡаланы ҡалдырырға тәҡдим итә. 1739 йылғы Белград тыныслығы килешеүе буйынса Аҙау мәңгелеккә Рәсәйҙеке булып ҡала.
Һуңғы тапҡыр ҡала XIX быуат уртаһында Ҡырым һуғышы ваҡытында ҡәлғәгә әйләнә. Иҫке ҡәлғә был ваҡытҡа тулыһынса емерәлгән була. Аҙаута аҙыҡ-түлек һәм кейем-һалым складтары урынлаштырыла, артиллерия батареялары ҡуйыла, фортификация эштәре үткәрелә[11].
Һүрәтләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҙау ҡәлғәһенең емереклектәрен ентекле өйрәнеү бары тик 1935 йылда Ростов өлкәһенең һәйкәлдәрҙе һаҡлау бюроһы тарафынан үткәрелгән археологик ҡаҙыныу эштәре ваҡытында тормошҡа ашырыла. Ҡаҙыныу эштәре мәлендә Алексеевск ҡапҡалары ҡәлғәнең ер уры буйында бер-береһенән 3 метр арала торған ике параллель таш стеналарҙан ғибәрәт була. Диуарҙарҙың оҙонлоғо 13,5 метрға етә, ҡапҡа стеналары юнылған таш менән йөҙләнгән була. Шулай уҡ тотош ташҡа ҡағылған ҡойолған штырҙар ҙа һаҡлана.
Ҡала ситендә ҡәлғә урҙары һаҡланып ҡала. Улар йөҙҙәрсә метрға һуҙылып, ҡайһы бер урындарҙа урамдар менән киҫешә. Уларҙың бейеклеге 4—15 метр араһында тирбәлә. Нигеҙ эргәһендәге киңлеге 10—30 метр, һыртында — 5—15. Параллель үҙәк буйлап XVI быуатта ҡоролған ҡәлғә уры һаҡланған. Уның тәрәнлеге 12 метрға етә, оҙонлоғо — 100 метрға тиклем. Битләүҙәренең текәлеге 450—600 ‰. Уның эргәһендә бейеклеге 30 метрғаса еткән, текәлеге 800 ‰ булған өлөш бар[12].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Тихонов, 1970, с. 9999
- ↑ Brian, 2012, с. 188188
- ↑ Brian, 2012, с. 191-2191-2
- ↑ Доценко В. Д. Флот Петра Великого. Аҙауский флот. Великое посольство. Керченский поход. // Морской альманах. № 1. Гл. 1. История Российского флота.: СПб. 1992. С. 15
- ↑ Ҡалып:Книга:Хронологический указатель военных действий русской армии и флота
- ↑ Ҡалып:Книга:Шефов Н. А.: Битвы России
- ↑ Баиов, с. 222
- ↑ Баиов, с. 223
- ↑ Баиов, с. 224
- ↑ Баиов, с. 225
- ↑ История Аҙауа . Ростовская область. Дата обращения: 15 ғинуар 2017.
- ↑ Крепостные валы с Алексеевскими воротами . Ассоциация малых туристских городов. Дата обращения: 15 ғинуар 2017. 2017 йыл 10 август архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тихонов, Ю. А. Аҙауское сидение. — Москва, 1970.
- Brian J. Boeck. The Siege of Azov in 1641: Military Realities and Literary Myth. — Warfare in Eastern Europe, 1500-1800. — Leiden: Brill, 2012.
- Баиов А. К. Русская армия в царствование императрицы Анны Иоанновны. Война России с Турцией в 1736-1739 гг. — С. 222.