Азов ҡарауыл ҡалансаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иҫтәлекле урын
Азов ҡарауыл ҡалансаһы
Ил Рәсәй
Ҡала Азов, Ростов өлкәһе
Беренсе тапҡыр 1663 йыл

Азов ҡарауыл ҡалансаларыРостов өлкәһе Азов ҡалаһы янында 1660-сы йылдарҙа Дон ярҙарында төҙөлгән ҡоролмалар[1].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1663 йылда Азов ҡәлғәһенән 3 саҡрым өҫтәрәк торған Дон ярҙарында, йылға икегә бүленеп тармаҡланған урында ике башня: Варин-холда һәм Джан-холда ҡалансалары — төҙөлгән[2]. Улар һуңынан, билдәле булғанса, Новосергиевка һәм Никонов башнялары тип йөрөтөлә. Башнялар бер-береһе менән өс тимер сылбыр менән тоташтырылған булғанлыҡтан, Дондан асыҡ диңгеҙгә сығыусы юлды кәртәләп торғандар.

1695 йылда рустар төрөктәрҙең Азовын ала алмаһалар ҙа, хәрби хәрәкәттәр барышында был башнялар баҫып алына. Башняны алыуҙа үҙ теләге менән ҡатнашып, уны яулап алыусы дон казактарының һәр бер кешеһенә 10 һум премия вәғәҙә ителгән. Беренсе ҡалансаны 14 июлдә, икенсеһен 14- 15 июль төнөндә яулап алалар[3]. Был ҡалансаларҙа төрөк пушкалары булған. Һуңынан манара-ҡалансалар Новосергиевск ҡалаһы тип аталған.

Дондың һул ярында Пётр I бойороғо буйынса башня-ҡалансалар янында бәләкәйерәк ҡәлғә төҙөлә. 1695 йылда, Азовты ҡамап тотоу тамамланғас, башня- ҡалансаларҙы 3 мең ҡораллы стрелецтар яулап алғандар. 1696 йылдың яҙында Новосергиевка һәм Никоновҡәлғәләре Рәсәй ҡоро ер армияһы һәм флотының йыйыу пунктына, ә Азов губерна ҡалаһына әйләнгән. Башня -ҡалансаларҙың тарих-хәрби әһәмиәте кәмегән. Бында хәҙерге көндәрҙә Дон йылғаһының ике ярында юғары вольтле электр бағаналары тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Школьная энциклопедия «Руссика». История России.9-17 вв. — М. : Олма-Пресс Образование, 2003. — 784 с. Ил. С. 13.
  2. Михайлушкин П. Азовские сторожевые каланчи // Читай. — 1998. — № 50. — С.23.
  3. Османская угроза России — 500 лет противостояния/ Авторы: Александр Широкорад