Эстәлеккә күсергә

Азотлы нигеҙҙәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Азотлы нигеҙҙәр
РНК-ның комплементар өлөшөнән фрагмент. Азотлы нигеҙҙәр күк төҫ менән бирелгән

Азотлы нигеҙҙәр — гетероциклик органик берләшмәләр. Пиримидин һәм пурин нигеҙендә барлыҡҡа килгән матдәләр.

Нуклеин кислоталарын төҙөүсе нуклеотидтарҙың состав өлөшө булып тора. Уларҙы ҡыҫҡартып билдәләү өсөн ҙур латин хәрефтәре ҡулланыла.

Азотлы нигеҙҙәр араһынан аденин (A), гуанин (G), цитозин (C) ДНК-ың да, РНК-ың да составына инә. Тимин (T) ДНК-ның составына ғына инә, ә урацил (U) РНК-ла ғына осрай[1].

Аденин менән гуанин пурин төркөмөнә инә. Цитозин, урацил һәм тимины — пиримидин төркөмөнән.

Тимин (ДНК-ла) менән урацил (РНК-ла) химик төҙөлөшө буйынса оҡшаш була. Урацил тиминдан 5 - углерод атомында метил төркөмө булмауы менән айырыла.

Азотлы нигеҙҙәр рибоза йәки дезоксирибозаның 1' атомы аша ковалент бәйләнеш менән N-глюкозидтар барлыҡҡа килтерәләр. Уларҙы нуклеозидтар тип атайҙар.

Нуклеозидтар составындағы шәкәрҙең 5'- гидроксиль төркөмөнә бер йәки бер нисә фосфат төркөмө берләшеп, нуклеотидтар барлыҡҡа килә.

Нуклеотидтар нуклеин кислоталары — ДНК һәм РНК өсөн төҙөлөш материалы булып торалар (мономерҙар).

Нуклеин кислоталары составына ингән азотлы нигеҙҙәр ферменттар йәки тышҡы мөхиттең төрлө факторҙары тәьҫирендә химик реакцияларға инергә мөмкиндәр. Шулай итеп, йыш ҡына нуклеин кислоталары составында үҙгәреш кисергән азотлы нигеҙҙәр була. Бындай модификацияға типик миҫал булып метилләшеү реакцияһы (метилирование) тора[2].

Таблицала төп азотлы нигеҙҙәрҙең структур формулаһы килтерә.

Азотлы
нигеҙ
Структурная формула аденина
Аденин
Структурная формула гуанина
Гуанин
Структурная формула тимина
Тимин
Структурная формула цитозина
Цитозин Структурная формула урацила
Урацил
Нуклеозид Структурная формула аденозина
Аденозин
A
Структурная формула гуанозина
Гуанозин
G
Структурная формула тимидина
Тимидин
T
Структурная формула цитидина
Цитидин
C
Структурная формула уридина
Уридин
U
  1. Кнорре Д. Г., Мызина С. Д. Биологическая химия. — 3. — Москва: Высшая школа, 2000. — 479 с. — 7000 экз. — ISBN 5060037207.
  2. Альбертс Б., Брей Д., Льюис Дж., Рэфф М., Робертс К., Уотсон Дж. Молекулярная биология клетки: в трех томах. — 2. — Москва: Мир, 1994. — Т. 1. — 517 с. — 10 000 экз. — ISBN 5030019855.