Эстәлеккә күсергә

Азурит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Азурит
Эре кристаллы Ҡытай азуриты
ФормулаCu3(СО3)2(ОН)2 или
(CuCO3)2•Cu(OH)2
СингонияМоноклин
Төҫөасыҡ зәңгәр, ҡуйы зәңгәр, йәшкелт
Һыҙат төҫөшыйыҡ зәңгәр
Ялтырауығыбыяла
Үтә күренеүсәнлегеяҡтылыҡ үткәрә, үтә күренмәүсән
Ҡатылығы3,5 — 4
Йәбешеүсәнлегеуртаса (100)
Һыныусанлығымурт
Тығыҙлығы3,5—4 г/см³

Азури́т (франц. azur — баҡыр дигидроксодикарбонаты (II)|Cu3(СО3)2(ОН)2]] баҡыр зәңгәре, карбонаттар классына кереүсе минерал, малахит төркөмөндә. Баҡыр миҡдары 55,3%-ҡа тиклем. Ҡуйы зәңгәр төҫтә, быяла һамаҡ ялтыр. Ҡатылығы 3,5-4, ыуалыусан. Тығыҙлыгы 3,7-3,9 г/см3. Азурит кислоталарҙа эрей (углекислый газ бүленеп сыға). Ваҡ кристалларҙан торған друзалар, тоташ бөртөклө массалар рәүешендә була.

Башҡортостанда алтын-полиметалл һәм баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының окисланыу зонаһында осрай. Ҡимәтле баҡыр мәғдәне. Зәңгәр буяу эшләү өсөн сеймал булып тора.

Иң ҙүр азурит киҫәге Нью-Йорк тәбиғәт музейында һаҡланы. Ул «Йырлаусы таш» тип атала. Аризона штаты «Коппер Куин» (ингл. Copper Queen) шахтаһында табылған минерал ауырлығы 4,5 тонна.