Гюрер Айкал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Айкал Гюрер битенән йүнәлтелде)
Гюрер Айкал
төр. Gürer Aykal
Тыуған көнө

22 май 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (81 йәш)

Ил

 Төркиә

 Гюрер Айкал Викимилектә

Гюрер Айкал (төр. Gürer Aykal; 22 май 1942 йыл) — төрөк дирижеры һәм Билькент университетының адъюнкт-профессоры. 1999 йылдан 2009 йылға ҡәҙәр Истанбулдағы Борусан филармонияһы оркестрының музыка етәксеһе һәм баш дирижеры.

Белеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айкал Гюрер төрөк ҡалаһы Эскишехирҙа тыуған. Анкара дәүләт консерваторияһында уҡыған. Скрипкала уйнау серҙәрен 1963 йылда (Недждет Ремзи Атактан), һәм композицияны 1969 йылда (Әхмәт Аднан Сайгундан) өйрәнә. Аҙаҡ дирижерлыҡҡа өйрәнеү өсөн Лондондағы Гилдхолл музыка мәктәбенә сығып китә, бында Андре Превин һәм Джордж Херст уның уҡытыусылары була. Шунан ул Италияға юл тота һәм унда 1973 йылда Изге Цецилияның Милли академияһында музыка сәнғәте докторы дәрәжәһен алыуға өлгәшә. Аҙаҡ Аднан Сайгун кәңәшен тотоп, Папа хөрәфәти музыка институтында Григориан йырын һәм Яңырыу дәүеренең полифоник музыкаһын өйрәнеү өсөн, Италияла тороп ҡала.

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айкал Истанбул дәүләт симфоник оркестры, Англия камера оркестры, Лондон филармонияһы оркестры, Norddeutscher Hamburg Rundfunk симфоник оркестры, Анкара камера оркестры (Суна Кан менән берлектә нигеҙләнгән), Консертгебау оркестрҙары менән дирижерлыҡ итә. 1975 йылда Анкарала Президент симфоник оркестрының баш дирижеры була.

1987—1991 йылдарҙа Айкал Техастағы Лоббак симфоник оркестрының, 1992—2004 йылдарҙа шул уҡ Тезастағы Эль-Пасо симфоник оркестрының музыкаль етәксеһе була. Ул шулай уҡ 2014 йылдың йәйендә Анталияла үткән Халыҡ-ара фортепиано сәнғәт фестивалендә художество етәксе булараҡ сығыш яһай[1].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музыка өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн төрөк хөкүмәте 1981 йылда Дәүләт артисы тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнде.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Maestro Gürer Aykal responds to piano festival criticism (18 июль 2014). Дата обращения: 5 март 2015. 2015 йыл 2 апрель архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]