Гюрер Айкал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Гюрер Айкал
төр. Gürer Aykal
Портрет
Эшмәкәрлек төрө:

дирижёр

Тыуған көнө:

22 май 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (76 йәш)

Тыуған урыны:

Төркиә, Эскишехир[d]

Ил:

Flag of Turkey.svg Төркиә

Commons-logo.svg Гюрер Айкал Викимилектә

Айкал Гюрер (төр. Gürer Aykal; 1942 йылда тыуған, Эскишехир, Төркиә) — төрөк дирижеры һәм Билькент университетының адъюнкт-профессоры. 1999 йылдан алып 2009 йылға ҡәҙәр Истанбулдағы Борусан филармонияһы оркестрының, музыка етәксеһе һәм баш дирижеры була.

Белеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айкал төрөк ҡалаһы Эскишехирҙа тыуған. Анкара дәүләт консерваторияһында уҡыған. Скрипкала уйнау серҙәрен 1963 йылда (Недждет Ремзи Атактан), һәм композицияны 1969 йылда (Әхмәт Аднан Сайгундан) өйрәнә. Аҙаҡ дирижерлыҡҡа өйрәнеү өсөн Лондондағы Гилдхолл музыка мәктәбенә сығып китә, бында Андре Превин һәм Джордж Херст уның уҡытыусылары була. Шунан ул Италияға юл тота һәм унда 1973 йылда Изге Цецилияның Милли академияһында музыка сәнғәте докторы дәрәжәһен алыуға өлгәшә. Аҙаҡ Аднан Сайгун кәңәшен тотоп, Папа хөрәфәти музыка институтында Григориан йырын һәм Яңырыу дәүеренең полифоник музыкаһын өйрәнеү өсөн, Италияла тороп ҡала.

Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айкал Истанбул дәүләт симфоник оркестры, Англия камера оркестры, Лондон филармонияһы оркестры, Norddeutscher Hamburg Rundfunk симфоник оркестры, Анкара камера оркестры (Суна Кан менән берлектә нигеҙләнгән), Консертгебау оркестрҙары менән дирижерлыҡ итә. 1975 йылда Анкарала Президент симфоник оркестрының баш дирижеры була.

1987—1991 йылдарҙа Айкал Техастағы Лоббак симфоник оркестрының, 1992—2004 йылдарҙа шул уҡ Тезастағы Эль-Пасо симфоник оркестрының музыкаль етәксеһе була. Ул шулай уҡ 2014 йылдың йәйендә Анталияла үткән Халыҡ-ара фортепиано сәнғәт фестивалендә художество етәксе булараҡ сығыш яһай[1].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Музыка өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн төрөк хөкүмәте 1981 йылда Дәүләт артисы тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнде.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Maestro Gürer Aykal responds to piano festival criticism (18 July 2014). 5 март 2015 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Smith Harriet, «Turkish Delight» (Music Magazine BBC 12:11, 2004 July: 28-31 pp)
  • «Aykal Gürer» — page Leyla Gencer Competition Voice
  • «Aykal Gürer» — Bilkent University