Аймаҡ (фәнни йыйылма)
Уҡыу көйләүҙәре
«Аймаҡ» — Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтенең фәнни хеҙмәттәр йыйылмаһы. Өфөлә 3 айға 1 тапҡыр башҡорт телендә сыға. 1925 йылдың октябренән 1929 йылдың авгусына тиклем «Башҡорт аймағы», 1930 йылдың ғинуарынан 1931 йылдың авгусына тиклем «Аймаҡ» (2 һаны сыға) исеме менән нәшер ителә. Башҡортостандың тарихы, этнографияһы, археологияһы, топонимикаһы, минералогияһы, башҡорт тел ғилеме һәм фольклор буйынса дөйөмләштерелгән материалдар; библиографиялар һәм статистик белешмәләр һәм башҡалар тупланған беренсе баҫма.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аймаҡ (фәнни йыйылма) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.