Айсыуаҡ (тау)
Айсыуаҡ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 544 метр |
Бейеклеге/буйы | 455 метр |
Айсыуаҡ — Уралдағы тау, Ирәндек һырты. Иҫке Сибай ауылы үҙәгендә, Ҡарағайлы һәм Төйәләҫ йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан.
Яҡында ятҡан тауҙар: Ҡарамалташ, Эт тоткан, Ҡарйоҡмаҫ, 5-6 км алыҫлыҡта Ҡылтабан күле.
Характеристика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тау эзбизташтан, диабаздан, порфириттарҙан, төньяҡ өлөшөндә — девон вулканитынан тора. Айсыуаҡ тауы эргәһендә боронғо ҡаласыҡ-ауылдар, боронғо ҡәберлектәр табылған. Тау башына маяҡ ҡуйылған. Унда ауылға ҡайтҡан һәр кем барып етергә тейеш. Тау түбәһендә тигеҙ таш иҙән бар. Өҫтән аҫҡа ҡараһаң, бөтә ауыл йәйрәп күренеп ята.
Топонимика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айсыуаҡ тауы Сибай ауылына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Айсыуаҡ исеме менән аталған. Айсыуаҡ Бөрйән башҡорттары ырыуынан сыҡҡан, ул XVIII быуатта Сибай ауылына (хәҙер Иҫке Сибай) нигеҙ һалыусы Сибай менән бергә Атайсал ауылынан айырылып сыҡҡан була[1]. Ауылда Айсыуаҡов фамилиялы ғаиләләр булды.
Айсыуаҡ түбәһе хөрмәтенә Сибайҙа Айсыуаҡ урамы бар.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Rutraveller 2016 йыл 5 март архивланған. рус.
- Гид 2018 йыл 4 ноябрь архивланған. рус.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Айсыуаҡ тауы. Башҡортостандың Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы.
-
Айсыуаҡ тауындағы таштар.
-
Тау башындағы маяҡ.
-
Ауыл күренеше. Тау башынан.