Эстәлеккә күсергә

Айтбай мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Айтбай мәсете
ҡаҙ. Айтбай мешіті
Ил Казахстан
Ҡала Ҡыҙылурҙа
Конфессия ислам
Бина тибы мәсет
Нигеҙләнгән 1878 йыл
Бөгөнгө хәле эшләй

Айтбай мәсете (ҡаҙ. Айтбай мешіті) — Ҡыҙылурҙа ҡалаһында боронғо мәсет. Ҡаҙағстан Республикаһының республика әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы[1].

Мәсеттең бейеклеге 14 метр. Алғы өлөшө портал булып тора, уртаһында — ишек. Фасадтары фигуралы кирбес менән биҙәлеп һалына.

Мәсет Бохара ҡалаһынан сауҙагәр Айтбай Балтабаевтың инициативаһы менән Перовск ҡалаһы халҡы йыйған аҡсаға төҙөлә, Балтабаев үҙе күп сумма аҡса индерә. Төҙөлөш менән Әүлиә-Атынан оҫталар Искан һәм Камал етәкселек итә. Мәсет 1878 йылда асыла һәм мәҙрәсә кеүек тә файҙаланыла. Манараһы менән бергә мәсетте төҙөү өсөн 40000 һум аҡса китә.

Совет йылдарында мәсет ябыла. 1970 йылдарҙа бинала өлкә край өйрәнеү музейы филиалы урынлаша. 1982 йылда мәсет бинаһы республика әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы исеменә индерелә һәм дәүләт һаҡлауы аҫтында алына. 1980 йылдар аҙағында төҙөкләндерелә. Диндарҙар йыйған аҡсаға мәсеткә манара төкәтеп төҙөлә.

2000 йылдағы мәсет бинаһын ҡайтанан планлаштырыу реставраторҙарҙың тәнҡитенә дусар була:

Әлегә Ҡыҙырурҙа үҙәгендә урынлашҡан Айтбай мәсете дәүләт тарафынан һаҡҡа алынған. Әммә мин белгес булараҡ, уның тарихи әһәмиәте юғалған тип әйтә алам. Әлеге быуат башында унда мәҙәниәт һәм тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса дәүләт учреждениелары менән бер ниндәй ярашыуһыҙ капиталь ремонт уҙғарыла һәм Айтбай мәсетенең тик фасад өлөшө генә тейелмәгән килеш ҡала, ә ҡалған өлөштәре мәсет хеҙмәткәрҙәренә нисек уңайлы, шул килеш үҙгәртелә. Хәҙер Айтбай мәсетен дәүләттең һаҡ аҫтына алынған исемлегенән төшөп ҡалыуы тураһында һүҙ барыуы мөмкин.

«Казреставрация» РГП реставрация оҫтаханаһының ҡыҙылурҙа филиалы начальнигы Бижанов Биртай[3]

Фотоһүрәттәр галереяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Постановление Правительства Республики Казахстан от 21 марта 2008 года N 279 «Государственный список памятников истории и культуры Казахстана»: Объект № 135 Мечеть Айтбая, Мастера Искан и Камал 1878 г. Вид памятника: градостроительства и архитектуры; местонахождение памятника: г. Кызылорда, ул. Сатпаева, 18
  • «Казахстан. Национальная энциклопедия» (1998—2007)