Айыт Ураҙмәтов
Уҡыу көйләүҙәре
Айыт Ураҙмәтов (? — 1774 йылдың феврале, Ҡазан), 1773—1775 йылдарҙағы Емельян Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Емельян Пугачёв полковнигы. Бөгөлмә ведомствоһы Абдул ауылы яһаҡлы татарҙарынан.
1773 йылдың ноябренән алып Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәте етәкселәренең береһе. Айыт Ураҙмәтов отряды Ҡазан губернаһының Биләркүл, Мәләкәҫ, Тейен һ.б. торама пункттары тирәһендә хәрәкәт итә. 1774 йылдың 20 ғинуарынан Өфө провинцияһы Сирмешән ҡәлғәһе янындағы һуғышта әсирлеккә эләгә. Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү барышында вафат була.