Ай, Уралым, Уралым (йыр)
Ай, Уралым, Уралым | |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
---|
Ай, Уралым, Уралым (йыр) (рус. Мой Урал) — Урал тауына мәҙхиә йырлаған башҡорт халыҡ йыры[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йырҙың тексы
- Ай, Уралым, бай Уралым, йәки ерҙең кендеге,
- Барса башҡорт һиндә йәшәй, ереңдең иркенлеге,
- Барса башҡорт һиндә йәшәй, ереңдең иркенлеге.
- Һиндә баҡса, һиндә емеш, төрлө ниғмәт күп, имеш,
- Һин үҙең — мәғдән ояһы, ер аҫтың — алтын-көмөш.
- Төрлө-төрлө сәскә булды һыуҙарыңдың буйҙары,
- Шул ваҡыт беҙгә кәрәкмәй сауҙагәр хушбуйҙары,
- Шул ваҡыт беҙгә кәрәкмәй сауҙагәр хушбуйҙары.
- Күккә ашҡан ағастарың, һайрай былбыл ҡоштарың,
- Күпме батыр, һине һаҡлап, һалды ғәзиз баштарын,
- Күпме батыр, һине һаҡлап, һалды ғәзиз баштарын.
- Аҙым һайын сылтырап аға көмөш һыулы шишмәләр,
- Уралымды бик һағынам ҡырға алып китһәләр.
Ғалим, тел белгесе С. Галин, «Ай, Уралым, Уралым» кеүек тарихи бәйеттәр яҡынса XVIII быуат башында — XIX быуат аҙағында сығарыла башлаған, тип билдәләй. Улар халыҡ араһында бәйет булып та, йыр булып та йөрөй, ҡобайыр булараҡ та башҡарыла[2]. Был поэтик әҫәрҙәрҙә автор тыуған еренә — Уралына һөйөү, уны маҡтау һәм данлыу темаһы менән бер рәттән уның яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж булыуына ишара яһай.
Салауат Юлаевтың «Ай, Уралым, Уралым» шиғри мәҙхиәһе беренсе тапҡыр 1880 йылда Ф. Д. Нефедов тарафынан «Салауат — башҡорт батыры»(«Салават — башкирский батыр») очеркында «МОЙ УРАЛ» («Уралым») атамаһы аҫтында урыҫ телендә баҫылып сыға. Шиғыр пейзаж лирикаһына ҡарай. 40 юлдан торған шиғыр ҡобайыр стилендә яҙылған һәм тыуған Уралының матурлығына һоҡланыуға арнала.
Шиғырҙы бер нисә кеше башҡорт теленә тәржемә иткән. Бына улар: М. А. Буранғолов, С. Г. Мерәҫов, Р. Ниғмәти. Б. А. Турганов, иһә, Ф. Д. Нефедовҡа Салауат Юлаевтың был шиғырының һәр юлын урыҫсаға тәржемә итеп биргән[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Риф Сулейманов. Жемчужины народного творчетва Урала. Уфа. Китап. 1995/Т. 8 000 экз./стр. 248
- ↑ Салауат Галин. Тел асҡысы халыҡта.Өфө. Китап.1993/ Т.12 000 экз./стр. 224/ISNB 2-295-01023-6
- ↑ http://bashenc.online/ru/articles/52668/
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Салауат Галин. Тел асҡысы халыҡта. Өфө. Китап.1993/ Т.12 000 экз./стр. 224/ISNB 2-295-01023-6
- Риф Сулейманов. Жемчужины народного творчетва Урала. Уфа. Китап. 1995/Т. 8 000 экз./стр. 248
- Мой Урал // Фольклор народов Башкортостана = Folklore of Bashkortostan peoples: энциклопедия / [Науч.-ред. коллегия: Ф. А. Надршина (гл. ред.), С. И. Апсатарова, Л. А. Афанасьева, В. Я. Бабенко, Ф. Г. Галиева, М. Х. Идельбаев, И. Е. Карпухин, Т. Г. Миннияхметова, И. Г. Петров, Р. Р. Садиков, У. Г. Саитов (отв. ред.), Р. А. Султангареева, И. К. Фазлутдинов, Г. Р. Хусаинова;. — Пер. на англ. яз.: ООО «Центр межкультурного сотрудничества»]. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2020. — ISBN ISBN 978-5-88185-474-4 (в пер.).