Ай (мифологияла)
Ай | |
Ай (рус. Луна в мифологии) — мифологияла күк есеме; юғары донъя, ирҙәр, һирәк осраҡта ҡатын-ҡыҙҙар башланғысы менән бәйле илаһ; хоҡуҡһыҙ һәм рәнйетелгән кешене ҡурсалаусы; ауырыуҙарға ярҙам итеүсе[1]. Ауыҙ-тел ижадында боронғо башҡорттарҙың космогоник ҡараштарын сағылдырған соляр образ[2].
Легендалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борон-борондан кешеләрҙе әйләнә-тирәләге тереклектең ҡайҙан һәм ни рәүешле килеп сығыуы тураһында һорауҙар ҡыҙыҡһындырған. Күк йөҙө, донъя бары тик күҙ күреме менән генә ҡабул ителгән, ә аңлата алмаған урындар, реаль ысынбарлыҡ кешенең фантазияһы, мифтар менән тулыландырылып, йәнләндерелгән.
Кеше аңындағы Айға ҡарата анимистик ҡараштарҙы сағылдырған легендалар халыҡ ижадының байтаҡ өлөшөн тәшкил итә.
Йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттең берлеге, ер тормошоноң күккә, йыһанға күсереү, Йыһан есемдәрен ергә төшөрөү — ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре өсөн ғәҙәти күренеш[3]
«Ай һәм Урал тауҙары нисек барлыҡҡа килгән?» мифологик легенда[4].
Һеҙҙең мәргән исемен күтәреп йөрөүегеҙ ҡороһон, — тип, уңмаған уҡсыларҙы бай бороп ҡайтара торған. Иң ахырҙа Урал тигән батыр килгән, ти, көс һынамаға. Мөгөҙ йәйәһен алып, тарамыш керешен тағып, алмас уғын һалып, ҡолас киреп тартып тороп, ысҡындырған икән — зыңҡ итеп ҡалған. Шул тауышҡа тауҙар ишелеп төшкән, ағыр һыуҙар туҡтап ҡалған. Ул арала алмас уҡ күккә осҡан. Осоп күҙҙән юғалған — бер ҡояшҡа барып та тейгән — уны ҡап урталай ярып үтеп тә киткән.
— Ай!
— Ай! — тип ҡалған бар йәйләү халҡы[5].
Легендала күк йөҙөндәге бер нисә Ҡояш тураһындағы миф ята. Ике ҡояштың өҙлөкһөҙ яҡтыртыуынан ыҙа сиккән кешеләрҙең хәлен еңелләштереү ниәтендә, Урал исемле батырҙың күк йөҙөндәге ике ҡояштың береһенә уҡ ата, уны уртаға яра, шул ярсыҡтың береһе — айға, икенсеһе, ергә килеп төшөп, тауға әйләнә. Бер ҡояш ҡалғас, кешеләрҙә төнөн йоҡлау, көнөн эшләү ғәҙәте барлыҡҡа килә.
«Айҙағы ике януар» исемле легендала айҙағы таптар ғүмер буйы бер-береһен ҡыуып йөрөүсе ике йәнлек рәүешендә образлаштырылған. Легендала ул бына нисек бирелгән: «…Йүгереп килгән ҡоралай, тауға һикерәм тип, айға һикерә лә ҡуя. Улар артынан килгән бүре лә ай битенә барып төшә. Бына шунан ҡалған, ти, ул ай битендәге ике януар. Улар мәңге бер-береһен ҡыуышыр, ти. Тик ҡыуып барғаны һис тә етә алмай, ти. Ни өсөн тиһәң, алдағыһының аяғы һигеҙ; дүртеһе сапҡанда, дүртеһе һыртында ял итә».
Ә инде ҡоралайҙарҙың ғәҙәти булмаған торошта (бер-береһен һырттарына теркәп бәйләп «һигеҙ аяҡлы» мал рәүешендә) һүрәтләнеүе — этиологик мотивты (айҙағы таптарҙың күсеп тороуын, йәғни ундағы хәрәкәтте) аңлатыу, аҡлау өсөн алынған поэтик уйҙырма. Ләкин ул ҡоро фантазияға тыуҙырған уйҙырма түгел, боронғо кешенең аң кимәленә, уның мифологик ҡараштарына бәйле тыуған уйҙырма… Әле беҙ фантастика тип ҡабул иткән мифтар, улар ерлегендә яралған мифологик легендалар тәүтормош кешеләре өсөн фантастика булып күренмәгән[3].
«Ай менән Зөһрә» исемле легендала ай йәберһетелгән үгәй ҡыҙҙың һыҡтауҙарын «ишетеп», ергә нурҙарын ебәрә, Зөһрә ҡыҙҙы үҙенә алып, уны ауыр, яфалы тормоштан ҡотҡара[6]. Был легенданың Ф. Нәҙершина бер мөһим үҙенсәлеген: Айҙың ҡатын-ҡыҙ образында һүрәтләнеүен, етем баланың күк есеменә мөрәжәғәтенең ябай ғына көй менән һамаҡлап әйтелеүен билдәләй. Ай — ҡатын-ҡыҙ мотивы ошо һамаҡ өлөшөндә сағыла:
«Ай, инәкәйем, ал мине, Ай, инәкәйем, ал мине!»
«Урал-батыр» эпосында Ай тәңре Самрауауҙың ҡатыны, ҡатын-ҡыҙ башланғысында һүрәтләнә.
Айҙағы таптарҙың барлыҡҡа килеүен аңлатҡан бик боронғо этиологик мифтарҙың алыҫтағы шаңдауын «Урал батыр» эпосында ишетергә мөмкин. Күк батшаһы Самрауҙың Ай ҡатынынан тыуған Айһылыу исемле ҡыҙы яуыз Шүлгәнгә кейәүгә сыҡҡас, Ай-әсәнең йөҙө үҙгәрә, йәғни йыһан үҙгәрештәр кисерә. Был турала Айһылыу улы Һаҡмарға бына нимә ти:
Ҡараңғы төн яҡтыртҡан Айҙан тыуған бала инем, Әсәм һөйгән дана инем; Шүлгәнде кейәү иткәнгә Әсәм бер йөҙ ҡапланы: Ҡайғы баҫты йөҙөнө, Миңдәр баҫты битене. Көндә йөҙө үҙгәрә, Нуры кәмеп, хурлана; Элек көндәш булһа ла, Ҡояштан ул нурлана[7]
|
М. В. Лоссиевский тарафынан Минзәлә өйәҙе башҡорттарынан яҙып алынып, 1876 йыл «Оренбургский листок» газетаһында (24-се һан) баҫылған «Ай ҡыҙы» вариантында бер сибәр башҡорт ҡыҙының айҙың матурлығына һоҡлана-һоҡлана һыуға барыуы, уның батырҙар тураһындағы хикәйәттәрҙе, әсәһенең бишек йырын иҫкә төшөрөп, татлы хыялдарға сумыуы күтәренке интонация менән һөйләп бирелә. Ҡыҙҙың айға күтәрелеү мотивы был вариантта түбәндәгесә: «…Күнәктәрен тултырып һыу алғас, ҡыҙ яр буйында тулҡындар сығарып ташлаған ҙур бер һөйәкте күреп ҡала. „Был, моғайын, бер батырҙың һөйәгелер инде. Ҡайһылай ҙур булған ул!“ —тип уйлай. Үҙе шул ваҡыт, ирекһеҙҙән, айға ҡарап: „Әгәр минең ай кеүек ирем булһа, мин уға ошо батыр кеүек ул табып бирер инем“,—ти. Айға был һүҙҙәр бик оҡшай ҙа, ул ҡыҙҙы үҙенә тартып ала». Ихтимал, легенданың М. В. Лоссиевский яҙып алған вариантынан сығып, С. И. Руденко: «…башҡорттар айҙы ир заты образында күҙаллағандар» ,— тигән фекергә килгәндер[3].
Ҡояш менән Ай төрки халыҡтар ижадында йә ағалы-һеңлеле, йәиһә игеҙәктәр булып күҙалланалар һәм бер-береһенә ҡапма-ҡаршы көрәшеүсе, ҡайһы саҡта бер- береһенең артынан ҡыуып йөрөүсе парҙы барлыҡҡа килтерәләр[3]. Башҡорт фольклорында ла бындай үҙенсәлек һаҡлана.
Мәҫәлән, Ай элек ныҡ яҡты, ҡыҙыу булған, ти. Ул гел генә маҡтанып, һауаланып:
— Мин һинән дә яҡтыраҡ, нурлыраҡ, — тип, Ҡояшты мыҫҡыл иткән. Аллаһы Тәғәлә уның был ҡыланыштарына түҙә алмаған, уның нурын, йылыһын кәметкән икән. Ай шул көндән башлап Ҡояшҡа асыуланып, бер тулып, бер кәмеп көн итә икән.
Теләктәр, им-томдар, тыйыуҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорттарҙың көндәлек тормошонда айҙың башы, аҙағы мөһим роль уйнай; йәш ай зыян килтереү менән бәйле инаныуҙар, тыйыуҙар бар. Ауырҙы ай бөтөп барғанда имләйҙәр. Ауырыуҙар ай кәмегән осорҙа башлана. Ай аҙағында ҡыҙ бирмәйҙәр
Ай башы. Баланың тәүге сәсен алыу, тырнағын киҫеү, килен алыу, өй һалыу ай башында башҡарылған[3].
Яңы тыуған айҙы тәү тапҡыр күргәндә әйтелә торған теләк:
Ай күрҙем аман менән,
Кәртәм тулы мал менән.
Итәгем тулы балам менән,
Ауыҙым тулы иман менән,
Ошо айҙа вафат булһам,
Ҡуйыным тулы Ҡөрьән менән
Үткәр, Хоҙай, иман менән![8]
Айҙың мөғжизәле көсөнә, ҡөҙрәтенә ышаныу халыҡ медицинаһына бәйле им-томдар:
Һөйәл сыҡһа, ҡайтып барған айға күрһәтеп: «Ай, минең тәсәйем бар, һинең тәсәйең бармы»?
Ай, Ай, ҡара әле,
Ҡайҙа һинең тәтәйең — тиҙәр.
Арпа, тиф һ. б. сирҙәрҙе бөтөрөү ниәтендә им-том ҡылғанда, айҙың фазаһы иҫтә тотолған:
Ай төрлө ауырыуҙар, бәлә-ҡазалар килтерергә мөмкин.
Тулы айға ҡарама, диуана булырһың. — Айҙың тулылығына ҡарама, аҡылдан яҙырһың.
Ай ауырыу. Ай тотолоуҙы беҙҙә ай ауырыу, тиҙәр (Х. Тоҡомова).
Ай тотолғанда тимергә һуғырға, малды, балаларҙы ҡысҡыртырға кәрәк (яуыз көсөтө ҡурҡытыу, айҙы ҡотҡарыр өсөн)
Һынамыштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ай кәртәләнеү. Ай кәртәләнһә, буран була.
Ай ҡолаҡланыу. Ай ҡолаҡланһа, аяғыңды нығыт, көн ҡолаҡланһа, ҡолаҡсыныңды нығыт.
Ай өҙөгө. Малды ай өҙөгөндә һуйырға ярамай, ату мал уңмай.
Ай шаңдағы ҡалҡһа, һуғыш була.
Мәҡәлдәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айға үрләгән, нурға күмелгән:
Ай байыһа - йондоҙ бар, ҡатын үлһә - балдыҙ бар;
Ай бирҙе - ҡояш алды;
Ай битендә ҡөмөш йылтырай;
Ай менән көн уртаҡ, йыр менән көй;
Ай менән көндәй, һәр кемгә берҙәй;
Ай менән ҡояш берәр генә була;
Ай менән ай бер түгел;
Ай уртаҡ, көн уртаҡ, яҡшы кешенең эше уртаҡ;
Ай яҡтыһы ҡауыштырмаҫ, ҡояш нуры ҡыуандырмаҫ;
Ай яҡтыртҡанда, йондоҙ күренмәй;
Айға ҡарап ай булма;
Айға ҡарап аҡырма, илгә бәлә саҡырма[9]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ / Ф. Г. Хисамитдинова «Мифологический словарь башкирского языка»
- ↑ Аминев З. Г. «Космогонические воззрения древних башкир». — Өфө: «Башлингвоцентр,», 2005 страницы=140.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 /Ф. Нәҙершина Риүәйәт һәм легендаларҙа халыҡ тарихы. Өфө. Китап −2011, 152—159 -сы б.б.
- ↑ Башкирское народное творчество. Сост. Ф. Надершина. «Исторические легенды и предания» II том. — Өфө: «Китап», 1987 й. — С. 31-се б..
- ↑ / «Башҡорт халыҡ ижады» "Риүәйәттәр һәм легендалар" 2-се том, Өфө, «Китап» 27-се б.б.
- ↑ Әхмәт Сөләймәнов. «Аҡмулланың биргән мең ҡәүеме» I том. — Өфө: «Китап», 2006 й. — С. 15-се б..
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады. Мәктәп китапханаһы. «Урал батыр». — Өфө: «Информреклама», 2005 й. — С. 96-сы б..
- ↑ 8,0 8,1 Башҡорт халыҡ ижады. «Йола фольклоры» I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 128-се б..
- ↑ / «Башҡорт халыҡ ижады» «Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр» Өфө, 2003 йыл
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- / Ф. Г. Хисамитдинова «Мифологический словарь башкирского языка»
- Башҡорт халыҡ ижады. Мәктәп китапханаһы. «Урал батыр». — Өфө: «Информреклама», 2005 й. — С. 117.
- Башҡорт халыҡ ижады. «Йола фольклоры» I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 556.
- Аминев З. Г. «Космогонические воззрения древних башкир». — Өфө: «Башлингвоцентр,», 2005 страницы=140.
- /Ф. Нәҙершина Риүәйәт һәм легендаларҙа халыҡ тарихы. Өфө. Китап -2011, 152-159 -сы б.б.
- Әхмәт Сөләймәнов. «Аҡмулланың биргән мең ҡәүеме» I том. — Өфө: «Китап», 2006 й. — С. 210.
- Башкирское народное творчество. Сост. Ф. Надершина. «Исторические легенды и предания» II том. — Өфө: «Китап», 1987 й. — С. 570.