Эстәлеккә күсергә

Албанияла финанс пирамидалары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Албанияла финанс пирамидалары
Рәсем
Дәүләт  Албания
Ваҡиға ваҡыты 1997
Туранан-тура сәбәп булып тора Беспорядки в Албании[d]

Албанияла финанс пирамидалары 1991 йылда, коммунистарҙы властан тулыһынса ситләштергәндән һуң барлыҡҡа киләләр. Беренсе пирамиданы Хайдин Сейдия төҙөй (алб. Hajdin Sejdia)[1]. Тирана үҙәгендә ҡунаҡхана төҙөлә башлағандан һуң бер нисә миллион АҠШ доллары менән Швейцарияға ҡаса. Ҡунаҡхана төҙөлөргә тейеш булған биләмәгә халыҡ «Хайдин Сейдия тишеге» тигән исем таға. Ҡунаҡхана урынына парк төҙөргә маташыу уңышһыҙлыҡҡа осрай, һөҙөмтәлә был район фәхишәләр күңеленә хуш килә. Һуңынан Сейдия кредиторҙарының ҡайһы берҙәре үлтерелә, ә сумманың бер өлөшө, фараз ителеүенсә, сит ил банктары иҫәбендә төпләнә. Мутлыҡта һәм финанс пирамидаһы төҙөүҙә ғәйепләнеп шулай уҡ премьер-министр Нано Фатостың элекке кәңәшсеһе ҡулға алына, һөҙөмтәлә төрмәгә ултыра[2][3].

25-тән ашыу фирманың банкротлығы һәм һөҙөмтәлә бөтә финанс пирамидаларының емерелеүе 1997 йылда күмәк сыуалыштар серияһына килтерә, илде граждандар һуғышы сигенә ҡуя. Финанс махинациялары ойоштороусылар төрлө ысулдар менән албан граждандарының барлығы 1,2 миллиард самаһы АҠШ долларын тартып ала[4].

1993 йылда аяҡ кейеме эшләү заводында эшләүсе Максуде «Судья» Кадена, «Sudja» фирмаһын төҙөй[5]. Кадёнаны мутлыҡтары өсөн албан полицияһы ҡулға ала, әммә, яҙмыш иронияһы буйынса, уны ярым емерек йортта тоталар. Пирамида Тирана биләмәһендә эшләй, һәм уның емерелеүе сыуалыштар башланыу сәбәптәренең береһе була.

1994 йылда Вехби Алимудж нигеҙ һалған Албанияның иң ҙур пирамидаһы «Vefa Holding», ҡунаҡханалар, заправкалар, магазиндар һәм заводтар төҙөлөшөнә аҡса һалып, бөтә ил буйынса эш итә. 1996 йылдың 26 майында, илдәге һайлауҙарға бер нисә аҙна ҡалғас, «Vefa» супермаркетында шартлау яңғырай. 1998 йылда компания бөлгөнлөккә төшә, ә уның президенты рәшәткә артына китә.

«Gjallica» фирмаһын Кукеста тыуған өс элекке дәүләт именлеге хеҙмәткәре төҙөй, ә компанияның башында Шесмие Кадрия тора. Үҙәге — Влера. 1997 йылдың 5 февралендә компания банкротлана, был Влерала протест тулҡыны һәм хөкүмәткә ҡаршы сығыштар тыуҙыра.

Demokracia Popullore — Xhaferri

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был фонд 1995 йылда барлыҡҡа килә, Люшня, Фиери һәм Берат ауылдарында эшләй. Ғәмәлдә был илдең иң көслө финанс пирамидаларының береһе була. 1997 йылдың 22 ғинуарында уға нигеҙ һалыусы Ррапуш Джаферри ҡулға алына, ҡулға алыу 24 һәм 25 ғинуарҙа Люшняла күмәк протест тыуҙыра.

«Populli» компанияһы 1996 йылдың 16 июлендә барлыҡҡа килә, «Xhaferri» менән бер үк биләмәлә эш итә. Компаниян башында Албанияның элекке именлек хеҙмәте хеҙмәткәре Башким Дриза тора. Ул Албанияның оппозицион партияларының һайлау алды кампанияларын финанслай. 1997 йылда ул сыуалыштар ҡыҙған мәлдә илдән вертолетта ҡаса.

Юғарыла һанап кителгәндәрҙән тыш, илдә «Kamberi», «Cenaj», «Silva», «Malvasia», «Kambo», «Grunjasi», «Dypero», «Bashkimi», «Beno», «Pogoni», «B&G», «Kobuzi», «Arkond», «Adelin», «Delon A.», «Agi», «M. Leka Company», «Global Limited Co.» һәм «Çashku» исемле финанс пирамидалары эшләй.

Кредиторҙар һаны буйынса рейтинг

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
пирамида кредиторҙар
VEFA 005 59
Cenaj 078 19
Kamberi 241 13
Sude 991 12
Beno 793 10
Gjallica 8632
Silva 4490
M. Leka 2464
Global 1793
йәмғеһе 487 132
  1. Andrew Gumbel Lushnje. Albanian 'financiers' fail to play the game | World | News (6 февраль 1997). 10 февраль 2016 тикшерелгән.
  2. Rexhina Nano. Të jetosh kohën. — Botimet DUDAJ, 2008. — С. 123.
  3. Jeffries, Ian. A Guide to the Economies in Transition. — 1996. — С. 379. — ISBN 0-415-13684-9.
  4. Finance & Development, March 2000 - The Rise and Fall of Albania's Pyramid Schemes (1 март 2000). Дата обращения: 10 февраль 2016.
  5. Glauber, Bill. It's bad in Albania and it's about to get worse Failed pyramid deals spread fear, unrest (23 февраль 1997). 27 август 2012 тикшерелгән. 2014 йыл 4 март архивланған.
  • Rënia e Demokracisë, Afrim Krasniqi, 1998, Eurorilindja
  • Pashë Vlorën Unë e e kush dogji, Zilja Gëzim, 2000, Pelioni