Денкова Албена
Денкова Албена | |
болг. Албена Петрова Денкова | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Болгария |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | Болгария[1] |
Тыуған көнө | 3 декабрь 1974 (49 йәш) |
Тыуған урыны | София, Болгария |
Һөнәр төрө | танцор на льду, figure skating choreographer |
Тренер | Линичук, Наталья Владимировна[d] |
Масса | 52 килограмм |
Спорт төрө | Фигуралы шыуыу |
Спорт дисциплинаһы | спортивные танцы на льду[d] |
Партнёр в спорте или профессии | Ставиский, Максим Евгеньевич[d] |
Ҡатнашыусы | Фигурное катание на зимних Олимпийских играх 2006 — танцы на льду[d], Фигурное катание на зимних Олимпийских играх 2002 — танцы на льду[d] һәм Фигурное катание на зимних Олимпийских играх 1998 — танцы на льду[d] |
Бейеклеге/буйы | 165 сантиметр |
Вики-проект | Проект:Фигурное катание[d] |
Денкова Албена Викимилектә |
Денкова Албена (болг. Албена Денкова, 3 декабрь 1974 йыл, София, Болгария) — болгар фигуралы шыуыусыһы, боҙҙа Максим Ставиский менән парлы бейей. 2006, 2007 йылдарҙа ике тапҡыр донъя чемпионы, Европа чемпионатының күп тапҡырҙар чемпионы, өс Олимпиадала (1998, 2002, 2006 йылдарҙа) ҡатнашыусы, Болгарияның ун өс тапҡыр чемпионы.
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Спорт карьераһын Денкова гимнастика менән шөғөлләнеүҙән башлай. Фигуралы шыуыуға ул 8 йәшендә килә. Албенаның боҙҙа шыуыу буйынса беренсе партнеры Христо Николов була. Уның менән Албена 1988 йылда Халыҡ-ара донъя юниорҙар чемпионатында дебют яһай.
1996 йылда Денкова Рәсәй фигурисы Максим Ставиский менән парлашып шыуа башлай.
Был пар Одинцовола Алексей Горшковта күнекмәләр ала. Донъя чемпионатынан һуң, 2005 йылдағы Мәскәү Донъя чемпионатынан һуң улар тренерҙарын алмаштырырға була һәм шунлыҡтан Делавэрға (АҠШ) Линичук Наталья һәм Геннадий Карпоносовҡа бара.
2006 йылдың октябрендә Денкова Албена биш йылға Болгарияның фигуралы шыуыу федерацияһының президенты итеп һайлана.
2007 йылдағы донъя чемптионатында еңгәндән һуң, Албена Денкова һәм Максим Ставиский спортта сығыш яһауҙарын дауам итергә йыйына, әммә Максимдың автоаварияға эләгеп, суд тикшереүҙәре башланып китеү арҡаһында карьераларын тамамларға мәжбүр булалар.
Беренсе каналда барған «Боҙлоҡ осоро» телешоуында 2007 йылда актёр Игорь Верник, 2008 йылда был шоуҙың икенсе сезонында шоумен Тимур Родригес, ә 2009 йылда музыкант Игорь Бутман менән сығыш яһай. 2013 йылда актёр Петр Кислов менән 3-сө урынды биләй.
Максим Ставиский менән берлектә фигуристарға яңы программалар ҡуя. Мәҫәлән, 2009—2010 йылдар миҙгелендә, улар боҙҙа яңғыҙ шыуыусы француз Жубер Брианға ирекле программа ҡуйған[2].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылдың 30 ғинуарында үҙенең партнеры Максим Ставискийҙан улы Даниелды таба[3].
Программалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сезон | Оригинальный танец | Произвольный танец | Показательный номер |
---|---|---|---|
2006—2007 |
Libertango Астор Пьяццолла |
Lacrimosa (реквием) современная аранжировка t | |
2005—2006 |
Cha Cha Santa Esmeralda |
Adagio современная обработка | |
2004—2005 |
Чарльстон Big Beat Band Медленный фокстрот: You’ve Got a Friend in Me |
Lambarena — Bach to Africa Hughes de Courson, Иоганн Себастьян Бах | |
2003—2004 |
Блюз: It’s a Man’s Man’s Man’s World Джеймс Браун Свинг (жанр): Big and Bad Big Bad Voodoo Daddy |
Suite No. 4 in D-Minor Гендель | |
2002—2003 |
March for the Turkish Ceremonies Люлли |
Afrah Baladi Mostafa Sax | |
2001—2002 |
Танго: Fugata Астор Пьяццолла Фламенко: Duende Терри Боззио, Tony Levin, Steve Stevens |
O (Cirque du Soleil) Benoit Jutras | |
2000—2001 |
Фокстрот: Тема из «Розовой пантеры» Генри Манчини Квикстеп: I Wanna Be Like You (изThe Jungle Book) |
Xotica — Journey to the Heart Рене Дюпере | |
1999—2000 |
Speak up Mambo Soledad Give it up |
Xotica — Journey to the Heart Рене Дюпере | |
1998—1999 |
Song of the Spirit Карл Дженкинс |
Sarabande Джон Лорд Bourée Джон Лорд | |
1997—1998 |
|
Sing, Sing, Sing Луи Прима 1941 Hollywood Джон Уильямс | |
1996—1997 |
El Choclo Angel Villoldo |
Sing, Sing, Sing Луи Прима 1941 Hollywood Джон Уильямс |
Спорт ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2001 йылдан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ярыштар | 2001—2002 | 2002—2003 | 2003—2004 | 2004—2005 | 2005—2006 | 2006—2007 |
---|---|---|---|---|---|---|
Ҡышҡы олимпия уйындары | 7 | 5 | ||||
Донъя чемпионаты | 5 | 3 | 2 | 5 | 1 | 1 |
Европа чемпионаты | 6 | 2 | 2 | 3 | ||
Болгария чемпионаты | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 |
Гран-При Финалдары | 3 | 1 | ||||
America Skate | 1 | |||||
Bompard Trophee Eric | 4 | 1 | 2 | 1 | ||
Cup of Russia | 3 | |||||
NHK Trophy | 3 | 1 | 1 | 2 | ||
Skate International Canada | 4 | 2 | 1 | |||
Bofrost Cup | 1 | 1 | ||||
Finlandia Trophy | 1 | 1 |
2001 йылға тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]М. Ставиский менән
Ярыштар | 1996—1997 | 1997—1998 | 1998—1999 | 1999—2000 | 2000—2001 |
---|---|---|---|---|---|
Ҡышҡы олимпия уйындары | 18 | ||||
Донъя чемпионаты | 19 | 17 | 11 | 10 | |
Европа чемпионаты | 17 | 16 | 9 | 8 | |
Болгария чемпионаты | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 |
Cup of Russia | 5 | ||||
NHK Trophy | 6 | ||||
Skate International Canada | 5 | ||||
Bofrost Cup | 6 | 3 | |||
Nebelhorn Trophy | 3 | ||||
Алтын коньки Загреб |
2 | ||||
Finlandia Trophy | 1 | 1 | 1 | ||
Карл Шефер мемориалы | 1 |
Х. Николов менән
Ярыштар | 1988—1989 | 1989—1990 | 1991—1992 | 1992—1993 | 1993—1994 | 1994—1995 |
---|---|---|---|---|---|---|
Донъя чемпионаты | 21 | 26 | 27 | 24 | ||
Европа чемпионаты | 18 | 22 | 25 | 22 | ||
Донъя чемпионаты (юниорҙар) | 16 | 16 | ||||
Болгария чемпионаты | 1 | 1 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.isuresults.com/bios/isufs00000448.htm
- ↑ Ҡалып:Isu name(англ.)Ҡалып:Isu name
- ↑ У Албены Денковой и Максима Ставиского родился сын! 2012 йыл 24 ғинуар архивланған.
- ↑ Президентът награди Албена Денкова и Максим Стависки с орден «Стара планина»(недоступная ссылка) (болг.)