Александра Пивец

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Александра Пивец
слов. Aleksandra Pivec
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Slovenia.svg Словения
Flag of Yugoslavia (1946-1992).svg СФРЮ[d]
Тыуған ваҡыттағы исеме слов. Aleksandra Kukec
Тыуған көнө 26 март 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (49 йәш)
Тыуған урыны Словения, Птуй[d], Птуй
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Minister of Agriculture, Forestry and Food[d]
Уҡыу йорто Любляна университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Демократическая партия пенсионеров Словении[d] һәм Наша страна[d]

Александра Пивец (слов. Aleksandra Pivec, 26 март 1972 йыл[1], Птуй, Югославия) — словен сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. 2021 йылдың 20 мартынан Беҙҙең ил партияһы рәйесе. Химия инженерияһы буйынса философия докторы[2]. Элек — Словения пенсионерҙарының демократик партияһы (DeSUS, 2020) рәйесе ине[3][4], ауыл хужалығы, урман хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры (2018—2020)[5][6][7]

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Александра Пивец 1972 йылдың 26 мартында Птуй ҡалаһында тыуған.

1999 йылда Любляна университетының химия һәм химик технология факультетын тамамлай. 2005 йылда шунда шарап әсеүе процесын оптимәлләштереү буйынса химия инженереияһының докторлыҡ дәрәжәһен ала. Птуй ҡалаһында Бистрица ғилми-тикшеренеү үҙәгендә 17 йыл эксперт-тикшеренеүсе булып эшләй. Урындағы, төбәк дәүләт һәм стратегик документтар әҙерләүҙә, дәүләт һәм халыҡ-ара үҫеш проекттарын координациялау һәм идаралығында, шулай уҡ фәнни-ғәмәли проекттар әҙерләүҙә ҡатнаша, ғилми-тикшеренеү институттарынан иҡтисадҡа белемдәрҙе тапшырыуҙа һәм синэнергетик эффект төҙөргә ынтыла. Алты йыл дауамында Бистрица ғилми-тикшеренеү үҙәген етәкләй. Ул ҡатнашҡан планлаштырылған һәм тормошҡа ашырылған проекттарҙың күп булыуы сәбәпле, ул Европа һәм дәүләт институттарының эш алымдары һәм Европа Союзы аҡсаларын үҙләштереү менән яҡшы таныш була[8].

2016 йылдың сентябренән 2018 йылдың сентябренә тиклем сит илдәрҙә словендар өсөн хөкүмәт учреждениеһында күп эшләй, унда 2017 йылдың июлендә статс-секретарь итеп тәғәйенләнә. Ул сит илдә словендарҙың мәнфәғәте һәм эшмәкәрлеге һәм уларҙың тыуған иле һәм ватандаштары араһында мәҙәниәт, мәғариф, иҡтисад, йәштәр эшмәкәрлеге һәм Европа союзы менән хеҙмәттәшлек өлкәһендә синенергияны үҫтереү һәм ярҙам итеү буйынса яуаплы була[9].

2018 йылдың 13 сентябрендә Шарец кабинетында ауыл хужалығы, урман хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры портфелен ала[10][11]. Ауыл хужалығы, урман хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры вазифаһын премьер-министр Янез Янши башлығында 2020 йылдың 13 мартында ойошторолған Янши кабинетында ла һаҡлап ҡала.[12][13][14]

Словения демократик пенсионерҙар партияһы съезында 2020 йылдың 18 ғинуарында рәйесе итеп һайлана[15].

2020 йылдың йәйе уртаһында Карст яйлаһына һәм Адриатик диңгеҙ яры буйында урынлашҡан Изолаға визиты ваҡытында эше һәм шәхси бурыстарын бәйләүе арҡаһында тәнҡиткә дусар була. Пивец был ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға, әммә парламент DeSUS фракцияһы уны партия рәйесе вазифаһынан китеүен талап итә. Рәйеслек йөкләмәләрен 9 сентябрҙә һаулыҡ һаҡлау министры томаж Гантар башҡара башлай. 21 сентябрҙә оппозицион премьер Янез Яншины Пивецты ауыл хужалығы министры вазифаһынан бушатыуҙы талап итә. 26 сентябрҙә DeSUS советы ситтән тороп был талапты хуплай[16]. Пивец Александра 29 сентябрҙә хөкүмәт ултырышында премьер-министр Янша Янезға отставкаға китеүе тураһында ниәтләнмәүен хәбәр итә[17]. 2020 йылдың 5 октябрендә, Дәүләт йыйылышының сираттан тыш сессияһында премьер Янез Янши тәҡдиме буйынса Алесандра Пивецты ауыл хужалығы министры вазифаһынан бушатыу тураһында тауышҡа ҡуйыу алдынан, ул отставкаға китә. Шулай уҡ Пивец DeSUS сығыуы тураһында иғлан итә[18]. Элегерәк Пивец ноябрҙә партия йыйылышында DeSUS рәйесе вазифаһына кандидатураһын ҡуясағын иғлан иткәйне[19]. 16 октябрҙә ауыл хужалығы министры вазифаһына Йоже Подгоршек инә[20].

2021 йылдың 20 мартында Мариборҙа «Беҙҙең ил» (dežela Naša) партияһының ойоштороу съезы үтә. COVID-19 пандемияһы менән бәйле съезд видеоконференция режимында үтә. Александра Пивец рәйес итеп һайлана.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. dr. Aleksandra Pivec, Minister of Agriculture, Forestry and Food (англ.). GOV.SI (13 March 2020). Дата обращения: 22 марта 2020.
  2. dr. Aleksandra Pivec, Minister of Agriculture, Forestry and Food (англ.). GOV.SI (13 March 2020). Дата обращения: 22 марта 2020.
  3. Министр обороны Словении анонсировал собственную отставку. Вести.ру (19 января 2020). Дата обращения: 19 марта 2020.
  4. Aleksandra Pivec po odločitvi sveta DeSUS: Stranka se približuje točki, ko ne bo več imela prihodnosti na političnem prostoru (словенск.). Svet24.si (26 сентября 2020). Дата обращения: 26 сентября 2020.
  5. В Словении утвердили состав нового правительства. ТАСС (2020-03-13). 19 март 2020 тикшерелгән.
  6. Posle na Ministrstvu za kmetijstvo, gozdarstvo in prehrano prevzel dr. Jože Podgoršek  (словен.). gov.si (2020-10-16). 23 октябрь 2020 тикшерелгән.
  7. Парламент Словении утвердил состав нового правительства страны. ТАСС (2018-09-13). 19 март 2020 тикшерелгән.
  8. dr. Aleksandra Pivec, Minister of Agriculture, Forestry and Food (англ.). GOV.SI (13 March 2020). Дата обращения: 22 марта 2020
  9. dr. Aleksandra Pivec, Minister of Agriculture, Forestry and Food (англ.). GOV.SI (13 March 2020). Дата обращения: 22 марта 2020.
  10. Парламент Словении утвердил состав нового правительства страны. ТАСС (13 сентября 2018). Дата обращения: 19 марта 2020.
  11. dr. Aleksandra Pivec, Minister of Agriculture, Forestry and Food (англ.). GOV.SI (13 March 2020). Дата обращения: 22 марта 2020.
  12. В Словении утвердили состав нового правительства. ТАСС (13 марта 2020). Дата обращения: 19 марта 2020.
  13. dr. Aleksandra Pivec, Minister of Agriculture, Forestry and Food (англ.). GOV.SI (13 March 2020). Дата обращения: 22 марта 2020.
  14. Posle na Ministrstvu za kmetijstvo, gozdarstvo in prehrano prevzel dr. Jože Podgoršek (словенск.). gov.si (16 октября 2020). Дата обращения: 23 октября 2020.
  15. Министр обороны Словении анонсировал собственную отставку. Вести.ру (2020-01-19). 19 март 2020 тикшерелгән.
  16. Aleksandra Pivec po odločitvi sveta DeSUS: Stranka se približuje točki, ko ne bo več imela prihodnosti na političnem prostoru (словенск.). Svet24.si (26 сентября 2020).Дата обращения: 26 сентября 2020.
  17. Aleksandra Pivec ne bo odstopila (словенск.). mladina.si (29 сентября 2020). Дата обращения: 29 сентября 202
  18. Dernovšek, Igor.Aleksandra Pivec odstopila s položaja ministrice in izstopila iz stranke DeSUS (словенск.).Dnevnik(5 октября 2020).Дата обращения: 5 октября 2020.
  19. Vertačnik, Žana.Aleksandra Pivec odstopila pred glasovanjem: "S tega mesta odstopam, ker ne želim, da mi sodi politika"(словенск.). Večer (5 октября 2020).Дата обращения: 5 октября 2020.
  20. Posle na Ministrstvu za kmetijstvo, gozdarstvo in prehrano prevzel dr. Jože Podgoršek (словенск.). gov.si(16 октября 2020).Дата обращения: 23 октября 2020.