Любляна университеты
Любляна университеты (слов. Univerza v Ljubljani) — Словенияның Любляна ҡалаһындағы университет.
Илдең иң боронғо университеты, бында 64 меңдән ашыу студент белем ала. Европаның иң ҙур университеттарының береһе: 22 факультет, 3 художестволы академия һәм колледж.
Утрехт селтәре Европа университеттары ассоциацияһына керә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVII быуатта уҡ Люблянала гуманитар һәм дини академиялар эшләгән, ә 1810 йылда Наполеон осоронда, Словения Иллирия провинциялары составында булғанда, бында тәүге университет (франц. Écoles centrales) нигеҙләнгән, әммә ул тиҙҙән ябылған. Беренсе донъя һуғышынан һәм Сербтар, Хорваттар һәм Словендар короллеге барлыҡҡа килгәндән һуң Университет комиссияһы булдырыла (1918 йылдың 23 ноябрендә). Комиссия тулыһынса 1918 йылдың 5 декабрендә формалаша, уның рәйесе итеп доктор Д. Маярон, ә сәркәтибе итеп доктор Фран Рамовш тәғәйенләнә.
1919 йылдың мартынан буласаҡ университеттың айырым факультеттарын ойоштороу буйынса эш башлана. Юридик, фәлсәфә, техник, теологик һәм медицина факультеттары менән университетты асыу Сербтар, Хорваттар һәм Словендар короллеге парламенты тарафынан 1919 йылдың 16 июлендә Белградта ҡабул ителә, ә 23 июлдә был бойороҡҡа регент Александр ҡул ҡуя[10]. Профессор Фран Рамовштың словен теле тураһында тәүге лекцияһы 1919 йылдың 3 декабрендә уҡыла. Тәүге академик йылда (1919—1920 йылдар) университетта 942 студент (28 ҡатын-ҡыҙ һәм 914 ир-егет) уҡыған, ә 1940—1941 академик йылда студенттарҙың һаны 2474-кә барып еткән. Хәҙерге көндә университетта 3500 профессорҙар һәм ғилми ассистенттар, шулай уҡ 900 техник һәм административ хеҙмәткәрҙәр эшләй. Йыллыҡ бюджеты яҡынса 334 млн евро тәшкил итә[11].
Мариборҙа университет асылғанға тиклем (1978 йыл) Словениияның берҙән-бер университеты була.
Факультеттары һәм академиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Факультеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
|
|
|
Академиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Музыка академияһы (Стари трг, 34)
- Театр, радио, кино һәм телевидение академияһы (Назорьева урамы,3)
- Һынлы сәнғәт академияһы (Эрьявчева урамы, 23)
Университеттың ректораты Люблянаның үҙәгендә тарихи бинала (1902 йылда төҙөлгән) урынлашҡан. Университет ҡарамағында Любляна асторономик геофизик обсерватория эшләй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ The University of Ljubljana — 2014.
- ↑ Directory of Open Access Journals — 2003.
- ↑ https://eua.eu/about/member-directory.html
- ↑ https://eutopia-university.eu/
- ↑ https://www.the-guild.eu/members/
- ↑ https://web.archive.org/web/20231109092552/https://coara.eu/coalition/membership/
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:1470:ffe0::/43&type=inet6num
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2a00:1368::/48&type=inet6num
- ↑ https://orcid.org/signin
- ↑ title Официальный сайт Люблянского университета. История ЛУ 2013 йыл 27 февраль архивланған.
- ↑ Бюджет Люблянского университета на 2013 г. 2013 йыл 5 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Любляна университетының рәсми веб-сайты (словен, инглиз)