Александрия Нана Георгиевна
Александрия Нана Георгиевна | |
груз. ნანა გიორგის ასული ალექსანდრია | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Грузия |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | Грузия[1] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | груз. ნანა ალექსანდრია |
Тыуған көнө | 13 октябрь 1949 (74 йәш) |
Тыуған урыны | Поти[d], Грузия ССР-ы[d], СССР |
Балалары | Гига Бокерия[d] |
Һөнәр төрө | шахматсы |
Шахматный титул | ҡатын-ҡыҙҙар гроссмейстеры[d][1], Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар мастеры[d], мастер спорта СССР по шахматам среди женщин[d] һәм Международный судья[d] |
Спорт төрө | шахмат |
Эло рейтингы | 2335[2] |
Ҡатнашыусы | Женская шахматная олимпиада 1969[d][3], Женская шахматная олимпиада 1974[d][3], Женская шахматная олимпиада 1978[d][3], Женская шахматная олимпиада 1980[d][3], Женская шахматная олимпиада 1982[d][3], Женская шахматная олимпиада 1986[d][3], Межзональный турнир по шахматам 1979 среди женщин[d], Межзональный турнир по шахматам 1971[d] һәм Межзональный турнир по шахматам 1973[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Александрия Нана Георгиевна Викимилектә |
Александрия Нана Георгиевна (груз. ნანა გიორგის ასული ალექსანდრია; 13 октябрь 1949 йыл) — грузин, элек совет, шахматсыһы, гроссмейстер (1976)[4] , СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1971)[5].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александрия Нана Георгиевна 1949 йылда Потиҙа тыуа[5], белеме буйынса журналист. Ике донъя беренселеге уйындарында ҡатнаша (1975 һәм 1981), ике матчта ла: Пицундала һәм Тбилисиҙа — Гаприндашвилиҙан, баш ҡалала һәм Боржоми шифаханаһында Чибурданидзенан еңелә. Шулай уҡ 1985 йылда Александрия республика беренселегендә Чибурданидзенан еңелә.
1963 йылда 14 йәшендә СССР чемпионатында дебют яһай һәм тарихта иң йәш чемпион була; 1964 йылда — Грузин ССР-ы чемпионы исемен яулай. Өс тапҡыр СССР чемпионы (1966, 1968, 1969). СССР йыйылма командаһы составында күп тапҡырҙар Бөтә донъя олимпиадалары еңеүсеһе (1969—1980). 1967—1990 йылдарҙа донъя беренселеге ярыштарында ҡатнаша. Ике тапҡыр донъя беренселегенең финал уйындарына барып етә, әммә: 1975 йылда — Нона Гаприндашвилиҙан (+3 =1 −8), ә 1981 йылда — Майя Чибурданидзенан (+4 =8 −4, Чибурданидзе донъя чемпионы исемен һаҡлап ҡала) еңелә. 1976 йылда гроссмейстер титулына эйә була. 20-нән ашыу халыҡ-ара турнир еңеүсеһе. Нана Александрияның тренеры Вахтанг Карселадзе була.
1981 йылдың октябрендә Нана Александрия физик культура һәм спортты үҫтереүҙәге һәм шахмат өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн «Почет билдәһе» орденына лайыҡ була.
Грузияла Нана Александрия исемендәге шахмат турнирҙары ойошторола, еңеүселәргә уның исемендәге кубок тапшырыла.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нана Александрияның архитектор Леван Бокерия менән никахынан тыуған улы Гига Бокерия — Грузия сит ил эштәре министрының элекке урынбаҫары.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арахамия-Грант Ревазовна Кетеван
- Гаприндашвили Нона Терентьевна
- Иоселиани Н Михайловна
- Чибурданидзе Майя Григорьевна
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 FIDE Ratings and Statistics (ингл.)
- ↑ Bartelski W. List of players on FIDE lists 1967-2001 — 2019.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 OlimpBase (ингл.)
- ↑ БЭС, Нана Александрия
- ↑ 5,0 5,1 Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 1. А — Анкетирование. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2005. — 766 с.: ил.: карт. (стр. 541)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шахматы: энциклопедический словарь / гл. ред. А. Е. Карпов. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 12. — 621 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-85270-005-3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ФИДЕ сайтында Наны Александрииа шәхси карточкаһы
- Партии Наны Александрии в базе Chessgames.com[en] (англ.)
- Личная карточка Наны Александрии на сайте 365chess.com
- Личная карточка Наны Александрии на сайте OlimpBase.org