Эстәлеккә күсергә

Александр-Мария институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Александр-Мария институты
Нигеҙләү датаһы 1857
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Урын Пречистенка урамы[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1917

Александр-Мария институтырус. Александро-Мариинский институт - Мәскәүҙә генерал ҡатыны В. Е. Чертова ойошторған затлы ҡыҙҙар институты. Институт Мәскәүҙәге батшабикә Мария ведомствоһының Ҡатын-ҡыҙ ярлыларҙы бағыусылыҡ ойошмаһына (Дамское Попечительство о бедных{{lang-ru|) ҡараған.

XX быуат башында институт бинаһы

Ул 1857 йылда Александр-Мария училищеһы - Иң ярлы етем ҡыҙҙар өсөн һыйыныу урыны - приюты булараҡ ойошторолған. В.С. Чертова нигеҙ һалған Мәскәү Ҡатын-ҡыҙҙар Попечителлегенең Пречистенка бүлексәһе булараҡ эшләгән. Ул Долгорукийҙарҙың Пречистенкалағы усадьбаһын подпоручик Н. П. Воейковтан ҡуртымға алып торған булған, һәм бер аҙҙан был милек училище файҙаһына һатып алынған. Уҡыу йорто ихтыяждары өсөн усадьбаны ремонтлау һәм үҙгәртеп ҡороу үткәрелгән, шул иҫәптән Мәрйәм Инә Бөркәнсеге (рус. Покров Богородицы) йорт сиркәүе лә һалынған.

1899 йылда училище кавалерия ханымы В.Е. Чертова исемендәге Александр-Мария институты тип үҙгәртелә. Институтта Мәскәү хәрби округында хеҙмәт иткән хәрби начальниктарҙың, хәрби чиновниктарҙың һәм медиктарҙың ҡыҙҙары белем алған. Бөйөк кенәзбикә Елизавета Федоровна - институттың попечителе була. Башланғыс белем биреү курсы тамамлаусылар башланғыс училище тәрбиәселәре һәм ғаилә тәрбиәселәре булып эшләй алған, ә тулы курс үткән институт тәрбиәләнеүселәре уҡытыусы белеме алған.

Институттың билдәле тәрбиәләнеүселәре араһында - актриса Е. Н. Гоголева[1].

Александр-Мария институты 1917 йыл тиклем эшләп килә һәм, башҡа ҡатын-ҡыҙ институттары кеүек үк, Октябрь революцияһынан һуң ябыла.

Һарай комплексы үҙәгендә - ионик портлы алты колонна ҡуйылған ике ҡатлы бина; ҡабырға флигелдәре, икенсе ҡаттың оҙон лоджиялары менән ҡыйыҡлы үткәүелдәр аша тоташтырылған.Лоджиялар һирәк кенә ҡуйылған коринф колонналары менән биҙәлгән булған. 1812 йылда бина янғындан ныҡ зыян күргән һәм 1847 йылға тиклем тиклем тергеҙеү эштәре барған. Реконструкция барышында үҙәк өлөштең композицияһын тамамлаған бельведер юҡҡа сыҡҡан, флигелдәр декоры өлөшләтә үҙгәргән [2].

  • Москва: Энциклопедия / гл. ред. С. О. Шмидт; сост.: М. И. Андреев, В. М. Карев. — М. : Большая российская энциклопедия, 1997. — 976 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-85270-277-3.