Александр Довженко Милли үҙәге
Александр Довженко Милли үҙәге | |
Нигеҙләү датаһы | 1994 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Довженко Александр Петрович |
Дәүләт | Украина |
Административ-территориаль берәмек | Киев |
Урынлашҡан урамы | Васильковская улица[d] |
Ойошма ағзаһы | Международная федерация киноархивов[d] |
Төп тема | кинематограф Украины[d] |
Адрес | вулиця Васильківська, 1, Київ, Україна |
Рәсми сайт | dovzhenkocentre.org |
Александр Довженко Милли үҙәге (Довженко Үҙәге, укр. Національний центр Олександра Довженка) — Украина нәфис фильмдарын һаҡлау һәм күсереү дәүләт предприятиеһы. Шулай уҡ дәүләт кинокопировальный (күсереү) лабораторияһын үҙ эсенә ала. Халыҡ-ара киноархивтар федерацияһы ағзаһы FIAF (en:Archives Film Federation of International).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәфис фильмдар буйынса дәүләт предприятиеһы ойоштороуға Украинаның бойондороҡһоҙлоҡҡа ихтыяжы уянғандан һуң килеп тыуҙы. Шул ваҡытҡа тиклем Украинала төшөрөлгән бөтә нәфис фильмдарҙың сығанаҡ материалдары СССР кинофильмдарының Бөтә Союз дәүләт фондына (Госфильмофонд) һаҡлауға ебәрелә ине. Шул уҡ ваҡытта документаль, хроникаль-документаль һәм фәнни-популяр фильмдар Украиналағы берҙән-бер дәүләт киноархивына — Г. С. Пшеничный исемендәге Украинаның Үҙәк дәүләт кинофотофоноархивына һаҡлауға тапшырылды. Украина бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгәс тә Украина нәфис фильмдарына тәүге киноматериалдар етештереүсе студияларҙа һаҡлана башлаған. Бынан тыш, Украина бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгән мәлгә төп киноматериалдарҙың күпселеге Киев кинокопировка фабрикаһында һаҡланып ҡалған (был фондтар тәүҙә Довженко үҙәген ойошторғанда файҙаланылған).
Александр Довженко Милли үҙәге 1994 йылдың 10 сентябрендә Украина Президентының «Александр Довженконың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеүгә бәйле саралар тураһында»ғы Указы һәм Украина Мәҙәниәт һәм туризм министрлығының 1994 йылдың 1 ноябрендәге «Киев ҡалаһында Александр Довженконың Милли үҙәген булдырыу тураһында»ғы бойороғо менән ойошторола. Довженко үҙәге Киев кинокүсереү фабрикаһы (1949 йылда ойошторолған) биләмәһендә ойошторолған, ә 1999 йылда Украина Мәҙәниәт министрлығының 161-се һанлы бойороғо менән Александр Довженко Милли үҙәге «Киев кинокүсереү фабрикаһы» дәүләт предприятиеһы — Көнсығыш Европала иң ҙур кинотаҫмаларҙы эшкәртеү һәм баҫтырыу предприятиеһы менән берләштерелде.
2003 йылдан Довженко Үҙәге — Халыҡ-ара киноархивтары (FIAF) федерацияһының Ассоциацияланған ағзаһы, 2006 йылдан — FIAF-тың тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
Уның исемендә «Милли» һүҙе булыуға ҡарамаҫтан, предприятиеның юридик яҡтан нығытылған милли статусы юҡ.
Довженко үҙәге Украинаның Мәҙәниәт министрлығына һәм Украинаның Кино мәсьәләләре буйынса дәүләт агентлығына буйһона.
Миссияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Довженко үҙәге Украинала Украинаның милли фильмофондын һаҡлау, яңынан тергеҙеү, өйрәнеү һәм арттырыу менән шөғөлләнгән берҙән-бер дәүләт предприятиеһы булып тора. Кинематография тармағында ғилми тикшеренеүҙәр алып бара, кино тарихы буйынса белешмә әҙәбиәт, махсус кинобаҫмалар нәшер итә, украин һәм донъя киноһын популярлаштырыу менән шөғөлләнә.
Довженко үҙәге киноплёнкала негатив һәм позитив фильм күсермәләрен эшләү һәм реставрациялау өсөн кәрәкле бөтә төр технологик эштәрҙе башҡарыу өсөн заманса етештереү базаһына эйә.
Украина кинематографияһы тураһындағы законға ярашлы, дәүләт иҫәбенә (шул иҫәптән өлөшләтә) төшөрөлгән бөтә украин фильмдарының сығанаҡ материалдары Довженко үҙәгенә һаҡлауға ебәрелә.
Фильмофонды
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Довженко үҙәгендә Украинала төшөрөлгән киноматериалдарҙы (7 меңдән ашыу киноәҫәр) — нәфис, анимация, документаль һәм фәнни-популяр фильмдарҙы һаҡлауҙың 50 000-дән ашыу берәмеге һаҡлана. Уларҙың күбеһе — негатив һәм дубль-негатив материалдарҙа, бер өлөшө позитив плёнкаларҙа һәм һанлы мәғлүмәттә бирелгән. Довженко үҙәгендә 1992 йылдан һуң төшөрөлгән бөтә Украина фильмдарының тәүге материалдары һаҡлана. Совет осоро фильмдарының материалдары күп осраҡта дубль-негативта йәки позитив плёнкала күрһәтелгән.
Довженко үҙәгендә һаҡланған иң тәүге фильм — 1910 йылда төшөрөлгән. 2012 йылда Довженко үҙәгенә һаҡланып ҡалған иң тәүге украин совет нәфис фильмы — «Призрак бродит по Европе» (режиссёр Владимир Гардин, 1922).
Үҙәктә шулай уҡ фотодокументтар, билдәле кинорәссамдарҙың шәхси архивтары һәм украин кинематографының үҙенсәлекле артефакттары һаҡлана
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Довженко үҙәгендә Олеся Санинаның «Dolby surround» фонограммаһы менән «Мамай» фильмы төшөрөлдө.
Бойондороҡһоҙлоҡ йылдарында Довженко Үҙәгенең кинолабораторияһында сығарылған бөтә украин нәфис кинофильмдарының күсермәләре монтажлана һәм эшләнә, уларҙың бер өлөшө: «Молитва за гетмана Мазепу», «Мамай», «Эффект присутствия», «У реки», «Другая жизнь или бегство с того света», «Штольня», «Железная сотня», «Зиновий-Богдан Хмельницкий», «Владыка Андрей» һ. б. төрлө кинофестивалдәр приздары менән билдәләнә.
2007—2010 йылдар дауамында Довженко үҙәге аҡсаһы менән Александр Довженконың, Иван Миколайчуктың, Юрий Ильенконың фильмдары реставрацияланған һәм DVD-ла нәшер ителгән. Бүләк йыйылмаһы рәүешендә ҡоролғандары һатыуға сығарылмай һәм киң йәмәғәтселеккә башҡаса күрһәтелмәй.
2011 йылдан Довженко үҙәге Украина кинематографын популярлаштырыу программаһын тормошҡа ашыра: ике ай һайын «КОЛО ДЗИГИ» музыкаль киноперформанстары — үткәрелә. Шул рәүешле Дзиги Вертовтың «Ун беренсе» кинофильмына саундтрек өҫтөндә бер нисә украин музыканты һәм диджейы эшләне. Шул иҫәптән Антон Байбәков һәм
2011 йылдан Довженко үҙәге Украина кинематографын популярлаштырыу программаһын тормошҡа ашыра: Ике ай һайын «КОЛО ДЗИГИ» музыкаль киноперформанстар — тере тауышҡа башҡарылған заманса музыка оҙатыуында украин телһеҙ киноһын, украин кинематографы классиктарының ретроспективаларын күрһәтеү уҙғарыла. Шул рәүешле Дзиги Вертовтың «Ун өсөнсө» кинофильмына саундтрек өҫтөндә бер нисә украин музыканты һәм диджейы эшләне. Шул иҫәптән Антон Байбаков һәм Ерёменко Ярослав Олегович (DJ JARR)[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Диджей Ярослав Еременко: Саундтрек к жизни (рус.), STYLEINSIDER (30 апрель 2015). 16 июль 2018 тикшерелгән. 2018 йыл 9 июль архивланған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт 2020 йыл 10 август архивланған.
- Официальная фейсбук-страница Центра Довженко