Эстәлеккә күсергә

Макацария Александр Давидович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Александр Макацария битенән йүнәлтелде)
Макацария Александр Давидович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 11 март 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (80 йәш)
Һөнәр төрө табип
Эш урыны 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Макацария Александр Давидович (11 март 1944 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-гинекологы, акушерлыҡ һәм гинекология өлкәһе белгесе, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (2011), Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы (2014).

Александр Давидович Макацария 1944 йылдың 11 мартында Мәскәү ҡалаһында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 1966 йылда Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү медицина институтын тамамлай.

19661971 йылдарҙа шул уҡ Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү медицина институтында клиник ординатура үтә, аҙаҡ академик Л. С. Персианинов етәкселегендә акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһында аспирантурала уҡый.

1981 йылда «Патогенез, принципы диагностики и терапии синдрома диссеминированного внутрисосудистого свертывания крови при некоторых тяжелых формах акушерской патологии» темаһына диссертация яҡлай һәм акушерлыҡ һәм гинекология һөнәре буйынса «медицина фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһе ала.

1987 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем — Мәскәү ҡалаһы Сеченов университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире һәм медик-профилактика факультетының гемостаз патологияһы лабораторияһының етәксеһе булып эшләй.

2011 йылда — Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана.

2014 йылда — Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы итеп һайлана.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Клиник гемостазиология өлкәһе белгесе, акушерлыҡ, гинекология һәм перинатологияла гемостазиологияһының үҙаллы йүнәлешенә нигеҙ һалыусы.

Уның етәкселегендә 80 кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһы яҡлана.

1200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән монографиялары- 40.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы.
  • В. Ф. Снегирев исемендәге премия.